Сибай институты

453833, Башҡортостан Республикаһы, Сибай ҡалаһы, Белов урамы, 21
Тел. (34775) 5-15-70, факс (34775) 5-15-60
Ышаныс телефоны: (34775) 5-15-41
Диспетчер хеҙмәте: (34775) 5-15-37, 5-15-38
Официаль сайты: www.sibsu.ru
 
Филиалдың директоры – Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы.
 
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) ҡалала 1990 йылдан 1993 йылға тиклем эшләп килгән БДПИ менән БДУ-ның филиалдарын РФ Мәғариф министрлығы бойороғо менән берләштереү нигеҙендә барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә институтта биш факультет эшләй:
  • юридик факультет (“Юриспруденция” һәм “Тарих” специальностары );
  • филология факультеты (“Филология” (“Инглиз теле һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте”, “Немец теле һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте” специализациялары), “Филология” (“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” специализацияһы”) специальностары;
  • тәбиғи-математика факультеты (“Ғәмәли математика һәм информацион технологиялар”, “Биология”, “Физик тәрбиә” специальностары);
  • педагогика факультеты (“Педагогика һәм психология”, “Педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы”, “Музыкаль белем” специальностары);
  • экономика факультеты (“Бухгалтер иҫәбе һәм аудит”, “Ойошма менеджменты”, “Һалымдар һәм һалым һалыу” специальностары);
  • технология факультеты (“Технология һәм эшҡыуарлыҡ” специальносы).
27 кафедрала 185 уҡытыусы эшләй, улар араһында 10 фән докторы, 107 фән кандидаты бар, йәғни Сибай институты уҡытыусыларының 60 проценты ғилми дәрәжәгә эйә. Институт күп юғары уҡыу йорттары менән актив эшләй. Бөгөн Рәсәйҙең төп вуздарынан 27 фән докторы Сибай институтында студенттарға килешеү буйынса лекция уҡыйҙар. Институтта көндөҙгө бүлектә 3 меңдән ашыу студент, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 1700 студент уҡый.
 
Уҡыу процесын тәьмин итеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар тыуҙырылған. Институтта өс китапхана, яңы иҫәпләү техникаһы менән йыһазландырылған 8 компьютер класы бар. Студенттарҙы сифатлы уҡытыуҙа махсус лабораториялар ҙа булышлыҡ итә. Ул лабораторияларҙа дәрестәр, фәнни эштәр үткәрелә. Институттың материаль-техник базаһы даими тулыландырыла һәм яңыртыла. Бөгөн институттың өс уҡыу корпусы бар. Уларҙа профессорҙар һәм уҡытыусылар өсөн кабинеттар, тулыһынса йыһазландырылған уҡыу аудиториялары менән бер рәттән спорт һәм бейеү залдары, бассейн, музей, массаж кабинеты, тоҙло шахта, физиотерапия һәм теш протезлау кабинеттары бар.
 
Юғары белемле тәүге белгестәр 1994 йылда педагогика факультетында сығарыла. Дөйөм алғанда Сибай институты дүрт меңдән ашыу специалист әҙерләгән.
 
27 кафедраның бөтәһе лә һәм Ғилми тикшеренеү секторы эргәһендәге өс проблемалы лаборатория ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Алынған фундаменталь һәм ғәмәли һөҙөмтәләр ботаника, популяцион генетика, тупраҡ һәм көтөүлектәрҙең экологияһы, сәнәғәт экологияһы, үҫемлектәр интродукцияһы, математика, философия, юриспруденция, Башҡортостандың Урал регионының иҡтисади проблемалары, социология, педагогика һәм психология, тарих, физик тәрбиә һәм спорт, тел ғилеме, уҡытыу методикаһы һ.б. төрлө проблемаларҙы үҙ эсенә ала.
 
Тәбиғи-техник факультеттың ғилми тикшеренеүҙәре кәрәкле инфраструктура менән йыһазландырылған 30 га майҙанлы студенттарҙың “Төйәләҫ” тип аталған ғилми-эксперименталь комплексы территорияһында үткәрелә. Был комплекста 70 баш йылҡы өйөрө аҫырала, 60 умартанан торған умарталыҡ бар.