Университеттың тарихы

Ҡыҫҡаса тарихи белешмә
Өфөлә беренсе педагогик юғары уҡыу йорто асыу мәсьәләһе 1905 йылда, Ырымбур, Өфө, Пермь губерналарын, шулай уҡ Турғай һәм Урал өлкәләрен хеҙмәтләндергән Ырымбур уҡыу округы үҙәге Ырымбурҙан Өфөгә күсерелгәндән һуң күтәрелә.
 
1909 йылдың 2 июлендә Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы министры А.Н.Шварц Өфөлә 1909 йылдың 1 июленән, йәғни финанслау башланған көндән өс йыллыҡ уҡытыусылар институты асырға рөхсәт итеү тураһында күрһәтмә бирә. Бер үк ваҡытта Халыҡ мәғарифы министрлығы Ырымбур уҡыу округы попечителенә директор вазифаһына тейешле кандидатура табырға ҡуша. Һөҙөмтәлә Өфө гимназияһы уҡытыусыһы Александр Николаевич Лисовкий һайлап алына.
 
1909 йылдың 4 июлендә Өфө уҡытыусылар институты үҙенең ишектәрен аса, ул Телеграф урамының 9-сы йортонда (хәҙерге ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы корпустарының береһе, Цюрупа урамы, 9) урынлаша. Ырымбур уҡыу округы попечителе институтты асыҡ тип иғлан иткәс, тантанала ҡатнашҡандарҙың барыһы исеменән халыҡ мәғарифы министрына телеграмма төҙөлә һәм ебәрелә. Унда императорға тоғролоҡ тойғолары белдерелә. Телеграммаға Өфө губернаторы, Өфө һәм Минзәлә епискобы, преосвященный Нафанил, Ырымбур уҡыу округы попечителе, дворяндарҙың өйәҙ башлығы, губерна земство идаралығы рәйесе, Өфө уҡытыусылар институты директоры һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуя. Был телеграмма Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән “императорға тоғролоҡ тойғоларын, сикһеҙ һөйөүҙәрен” белдергән 20 башҡа хат, мөрәжәғәттәр араһында 1909 йылдың 12 ноябрендә халыҡ мәғарифы министры тарафынан Николай II императорға тапшырыла.
 
1912 йылда институттың тәүге сығарылышы була. Уны, тулы уҡыу курсы үтеп, 24 кеше тамамлай. Педагогик советтың 1912 йылдың 4 июне ҡарары менән уларға ҡала училищеһы уҡытыусыһы исеме бирелә. Институтты алтын миҙал менән – Борткевич Михаил һәм Самарин Николай, көмөш миҙал менән – Антонюк Иосиф, Младенцев Никита, Панков Иосиф, Проскуряков Николай һәм Толмачев Дмитрий тамамлайҙар. Уларҙың барһы ла Ырымбур уҡыу округының ҡала училищеларына уҡытыусылар итеп тәғәйенләнә.
 
1917 йылдың сентябрендә 2-се курс уҡыусыларын артабан уҡыу өсөн тәүге тапҡыр ике ағымға бүләләр: физика-математика һәм тәбиғи-география бүлектәре. 1-се курсҡа ҡабул итеү 3 бүлектең: тарих-әҙәбиәт, физика-математика һәм тәбиғи-география бүлектәренең һәр береһенә айырым атҡарыла.
 
1919 йылда Өфө уҡытыусылар институты Халыҡ мәғарифы институты итеп үҙгәртелә. 1923 йылдан алып институт “Практик институт” исемен ала һәм өҫтәмә рәүештә ауыл хужалығы белгестәре лә әҙерләй башлай.
 
1929 йылда уның базаһында К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола. 1930 йылда институттың эсендә үҙгәртеп ҡороуҙар була, бүлектәр факультеттарға әйләндерелә (физика-математика факультеты, тәбиғи фәндәр факультеты, география факультеты, тарих-филология факультеты). Был факультеттарҙа 15 кафедра эшләй. Шул уҡ йылда ситтән тороп уҡыу бүлеге, тағы бер йылдан киске уҡыу бүлеге асыла.
 
1957 йылда, СССР Министрҙар Советының 1957 йылдың 20 июлендәге ҡарары менән педагогия институты Башҡорт дәүләт университеты тип үҙгәртелә. 6 ноябрҙә университетты асыу тантанаһы үткәрелә. Илдә ул 37-се уҡыу йорто була. Уны ойоштороусы һәм университеттың беренсе ректоры – Шәйхулла Хәбибулла улы Чанбарисов була.
 
Башҡорт дәүләт университеты белем көсөнөң ҡеүәтле сағылышына һәм бик күп кешеләр өсөн уларҙың туған йорттарына әйләнде.
 
Факттар шуны һөйләй: түәге уңыштар гуманитар дисциплиналар белгестәре әҙерләүҙә яуланған. 1934 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты студенты Һәҙиә Дәүләтшина СССР Яҙыусылар союзының Беренсе съезында ҡатнаша. Унда Максим Горький, Александр Фадеев тарафынан уның ижады шәхсән яҡлау таба һәм баһалана. Артабан тап Һәҙиә Дәүләтшина үҙенең классик реалистик “Ырғыҙ” романын ижад итә. Икенсе булып бөтә Союз киңлектәрендә профессор Йәлил Кейекбаев танылыу яулай. Төрки һәм Һинд-Европа телдәренең сағыштырма-тарихи анализы тел ғилеме өлкәһендә бөтә донъя күләмендәге ғилми асыш тип табыла. Һәҙиә Дәүләтшина менән Йәлил Кейекбаевтың уңыштары башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән филология фәненең үҫешендә Башҡорт дәүләт университетының ҙур ролен раҫлай.
 
Тарих факультетында ла ҙур уңыштарға өлгәшелә. Тәү сиратта XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдарының идеологик, социаль, националь йөкмәткеһен яңынан ҡарап баһалаған һәм Зәки Вәлидиҙең ижтимағи-сәйәси, ғилми һәм әҙәби-публицистик эшмәкәрлеген яңынан тергеҙгән хеҙмәттәрҙе әйтергә кәрәк. Шул уҡ факультетта иң боронғо ваҡыттарҙан алып хәҙерге көнгә тиклем осорҙо үҙ эсенә алған, ике киҫәктән торған “Башҡортостан тарихы” баҫылып сыға.
 
Университет Башҡортостан, шулай уҡ бөтә ил менән бергә үҫешә. Нефть сығарыусы, нефть эшкәртеүсе промышленностың һәм машиналар етештереүҙең үҫеше физика-математика, химия, биология һәм геология-география фәндәренең үҫешенә лә көслө йоғонто яһай. Был йәһәттән профессорҙар Дмитрий Ожиганов, Валентин Иванов, Миркашир Фарзтдинов, Фәнил Саяхов, Алексей Леонтьев, Карл Минскер, Евгений Журавлев, Григорий Заблуда, Юрий Кулагин, Камил Вәлиевтарҙың исемдәрен атап үтергә кәрәк.
 
Был йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ижтимағи, донъяға ҡараш өлкәһендә ысын мәғәнәһендә фәнни ҡараш формалашыу үҙәгенә әйләнде. Гуманитар фәндәр өлкәһендә профессорҙар Әхнәф Кирәев, Миҙхәт Ғәйнуллин, Лев Бараг, Игорь Распопов, Ромен Нәзировтар ҙур абруй яуланылар. Егерме йылдан ашыу университет менән Шәйхулла Чанбарисов етәкселек итте. Ул университеттың материаль базаһын булдырыу, уҡыу йортон педагогик кадрҙар менән нығытыу, яңы специальностар асыу өҫтөндә ныҡышмалы эшләне. Уның СССР-ҙа университет белеме үҫеше тураһындағы ғилми хеҙмәте тәүгеләрҙән булып баҫылып сыҡты, был хеҙмәт юғары белем буйынса белгестәрҙең юғары баһаһын алды.
 
Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының штатында 1000-дән ашыу юғары квалификациялы уҡытыусылар эшләй, 27 меңгә яҡын студент уҡый.