Университет тураһында

Башҡорт дәүләт университеты – классик юғары уҡыу йорттарының сағыу өлгөһө, ә классик белем һәр осорҙа, һәр шарттарҙа юғары баһаланды һәм баһалана. Яҡшы классик белем алған кеше үҙен фәндә лә, кәсепселектә лә, дәүләт хеҙмәтендә лә реалләштерә ала. Өҫтәүенә беҙҙең юғары уҡыу йорто бер урында тормай, даими рәүештә үҫешә – яңы перспективалы специальностар аса, уҡыу-лаборатория майҙандарын киңәйтә, яңы технологиялар менән йүнәлештәр индерә.
100 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт университеты экономиканың төрлө-төрлө өлкәләре өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләй. Уны тамамлаусылар Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә эшләйҙәр. Эш тәҡдим итеүселәрҙең күбеһе өсөн белгесте эшкә алғанда БДУ дипломы етди дәлил, был иһә беҙҙең юғары уҡыу йортонда уҡытыуҙың юғары сифаты хаҡында һөйләй. Был тәү сиратта күп йылдар дауамында профессионалдар коллективы булып ойошҡан университет уҡытыусыларының ҡаҙанышы. Был коллектив даими рәүештә яңырып тора, педагогик эшкә йәш һәм һәләтле, замандың яңы һулышын һиҙгер тойған һәм инновацион фекерләүле кешеләр килә.
Һуңғы йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты юғары уҡыу йортонан һуң белем алыу буйынса ҙур ғилми үҙәккә әүерелде, бында 56 специальность буйынса аспирантура һәм 8 специальность буйынса докторантура уңышлы эшләй. 23 специальность буйынса диссертациялар яҡлау һәм ғилми дәрәжәләр биреү буйынса 10 докторлыҡ һәм 3 кандидатлыҡ яҡлау советы асылған.
Башҡорт дәүләт университеты сифатлы профессиональ белем һәм күнекмәләр алыу өсөн генә түгел, сағыу, ҡыҙыҡлы һәм актив йәшәү өсөн дә мөмкинлек бирә. Башҡорт дәүләт университетының бөгөнгө студенттары, күп һанлы ижади коллективтар һәм студент ойошмаларында ҡатнашыусылар, шулай йәшәйҙәр ҙә.