Татар филологияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

 

Татар филологияһы кафедраһы

 

450074, Өфө ҡ., Зәки Вәлиди ур., 32, 402-се каб.

 

Кафедра мөдире – Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы, филология фәндәре докторы, профессор

 

БДУ-ның филология факультетында «Татар теле һәм әҙәбиәте» специальносына студенттарҙы тәүге тапҡыр уҡырға ҡабул итеү 1950  йылда ойошторола. Факультеттың үҙ аллы бүлексәһе булараҡ татар филологияһы кафедраһы 1958 йылдан эшләй башлай. 90-сы йылдарҙың башына тиклем БДУ-ның татар филологияһы кафедраһы республиканың татар мәктәптәре, киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт учреждениелары өсөн юғары белемле белгестәр әҙерләүсе Башҡортостан Республикаһында берҙән-бер фәнни-педагогик коллектив булды.

Татар филологияһы кафедраһы “Милли-мәҙәни үҙ-ара бәйләнештәр һәм йоғонто шарттарында татар теле һәм әҙәбиәте” дөйөм темаһы өҫтөндә эшләй. Был төр тикшеренеүҙәр донъяуи лингвокультурологик картинаға комплекслы характеристика биреү контекстында, бер яҡтан, уның айырылғыһыҙ нигеҙ ташы, компоненты булып торһа, икенсе яҡтан – Иҙел-Кама-Урал этнолингвистик регионында йәшәүсе халыҡтарҙың цивилизация тарихында уларҙың бер-береһенә этнос булараҡ системалы аралашыу, йәки ҙә булһа улар араһында генетик контакттарҙың булыу-булмауын билдәләргә, асыҡларға һәм аңларға мөмкинлек тыуҙырасаҡ.

Кафедра коллективының фәнни эшмәкәрлеге түбәндәге өс йүнәлештә алып барыла: 1) академик институттарҙың ғилми программаларында ҡатнашыу; 2) планға ярашлы үҙ аллы монографик тикшеренеүҙәрҙе башҡарыу; 3) юғары уҡыу йорттарында һәм мәктәптәрҙә татар телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы мәсьәләләрен өйрәнеү. Кафедра телселәре һөйләм модаллеге һәм предикативлығы (проф. Р.Ғ. Сибәғәтов), Урал-Волга буйы ҡыпсаҡ телдәрендә бер ижекле тамырҙарҙың структураһы һәм семантикаһы (проф. А.Ғ.Шәйхулов), татар әҙәбиәте классигы Ғ.Ибраһимов әҫәрҙәренең тел һәм стиль үҙенсәлектәре (проф. С.Ш.Поварисов) кеүек темалар буйынса ҙур тикшеренеү эштәрен алып бара. Кафедра базаһында Башҡортостан Республикаһы татарҙарының урындағы һөйләшенең башҡа төрки, айырып әйткәндә, башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, уйғыр, монгол һәм фин-уғыр телдәре менән бәйләнеше кеүек мөһим мәсьәләләр буйынса ла эш алып барыла. Был тематика буйынса монографик тикшеренеүҙәр һәм уҡыу әсбаптары донъя күрҙе. Кафедраның әҙәбиәт белгестәре ҡатнашлығында “Татар әҙәбиәте тарихы” (РФА-ның Ҡазан фәнни үҙәге планына ярашлы) күп томлығы яҙылды һәм нәшер ителде. Кафедра әҙәбиәтселәренең ғилми эшендә “региональ тематика” әһәмиәтле урын алып тора. Башҡортостан Республикаһында хәҙерге татар шиғриәте хаҡында әҙәби-тәнҡит баҫмаһы нәшер ителде (К.С.Дәүләтшин. Тыуған яҡтың шиғриәте. Өфө: БДУ, 2002). БР Фәндәр академияһының планына ярашлы Башҡортостан татарҙары фольклорының махсус томы төҙөлдө (өлкән уҡытыусы – И.К.Фазлутдинов).

Кафедра фәнни тикшеренеүҙәр кооперацияһын халыҡ-ара кимәлгә сығарыуға өлгәште. Проф. А.Ғ.Шәйхулов Төркиәгә «Тюрк дил куруму» фәнни үҙәге ойошторған “Төрки телдәр лексикаһының сағыштырма һүҙлеге”н төҙөү эшендә ҡатнашырға саҡырылды. Һүҙлек ике томда Анкарала 1992 йылда донъя күрҙе.

Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы кафедраһы янында ойошторолған “Иҙел-Кама-Урал этнолингвистик регионында йәшәүсе төрки, монгол, фин-уғыр һәм һинд-европа (славян) халыҡтарының рухи мәҙәниәтен фәнни тикшереү лабораторияһы” нигеҙендә (1976-сы йылда ректор приказы менән төҙөлгән) формалаштырылған “Төрки, урал-алтай телдәре һәм Евразия проблемаларын фәнни тикшереү үҙәге (ФТҮ) менән “Төрки Академияһы (Казахстан, Астана ҡалаһы) араһында 2010-2015 йылдар эсендә башҡарылған уртаҡ ғилми-тикшеренү эштәр тураһында килешеү проекты төҙөлә. Был килешеү нигеҙендә Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары менән гуманитар фәндәр өлкәһендә Л.Н.Гумилев исемендәге Евразия университеты ғилми хеҙмәткәрҙәре араһында фәнни контакттар активлашасаҡ.

Кафедраның инновацион эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе булып студенттарҙы ижади һәм фәнни эшкә йәлеп итеү тора. “Волга-Кама-Урал этнолингвистик регионында төрки, монгол, фин-уғыр һәм һинд-европа (славян) халыҡтарының рухи мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса вуз-ара фәнни-тикшеренеү (уҡыу) лабораторияһы” рамкаһында татар-рус бүлеге студенттары ҡатнашлығында “Татар теле диалекттарының идеографик һүҙлегенә материалдар”, Т.1 (1-2-се киҫәктәр, Өфө - Ҡазан, 2005); “Урал – Волга буйының ҡыҫҡаса топонимик һүҙлеге”: “Волга-Кама-Урал этнолингвистик регионын өйрәнеүҙә ономастика” махсус курсына материалдар һәм методик күрһәтмәләр (Өфө, 2005) кеүек эштәр донъя күрҙе.

БДУ татар филологтарының ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып Башҡортостан Республикаһының татар мәктәптәре өсөн дәреслектәр, фәнни-методик әсбаптар әҙерләү һәм нәшер итеү тора.

Татар-рус бүлеге студенттарының әҙәби, художестволы һәм эстетик зауыҡтарын үҫтереүҙә кафедра янында эшләп килгән “Аҡсарлаҡтар” һәм “Һүҙ сәнғәте” (етәкселәре – И.К.Фазлутдинов, Л.Р.Сәғиҙуллина) түңәрәктәрендә ҡатнашыусыларҙың ижади емештәре ошо уҡ исем аҫтында нәшер ителеүсе фәнни-әҙәби альманахтарҙа, йыйынтыҡтарҙа даими донъя күреп тора. Был йүнәлештә республикабыҙҙа һәм башҡа күрше төбәктәрҙә йәшәүсе күренекле шәхестәр – рәссамдарҙың, яҙыусыларҙың, композиторҙарҙың, артистарҙың ижадтары менән яҡындан таныштырыуға доц. М.С.Шәрипов ойошторған билдәле “Рамазан” төрки-ағартыу йәмғиәте лә үҙенең тос өлөшөн индерә.

Кафедра янында студенттарҙың тормошта, йәшәйештә, мөхиттә кешеләр менән аралашыуҙың үҙенсәлектәре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү маҡсатында “Пен-клуб” (етәкселәре: А.Ғ.Шәйхулов, З.С.Кәримова) эшләп килә.

Кафедрала бөгөнгө көндә 11 кеше – 2 фән докторы, 3 профессор, 5 фән кандидаты, доцент, 2 фән кандидаты, өлкән уҡытыусы эшләй.