Тарих кафедраһы

Кафедра тураһында | ХеҙмәткәрҙәрСтуденттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:
Риф Сәлих улы Әйүпов, тарих фәндәре докторы, профессор
 
Философия һәм социология факультетының тарих кафедраһы  1954 йылда ойошторолған КПСС тарихы кафедраһының эшен дауам итә. Кафедраның тәүге мөдире булып тарих фәндәре докторы, профессор Ш.Х.Чанбарисов эшләй. 1958 йылдан 1984 йылға тиклем кафедра менән тарих фәндәре докторы, профессор Ф.Л.Сәйәхов етәкселек итә. 1984 йылдан алып бөгөнгө көнгәсә кафедра мөдире вазифаһын тарих фәндәре докторы, профессор Р.С.Әйүпов башҡара.
 
Тарих кафедраһында 3 тарих фәндәре докторы, профессор, 3 доцент, 2 өлкән уҡытыусы, 2 ассистент эшләй. Кафедраның уҡытыусылар составы уҡытыу-методик һәм ғилми-тикшеренеү эше менән актив шөғөлләнә. Кафедра тарихты заман менән бәйләүҙе, факультеттың үҙенсәлеген иҫәптә тотоуҙы мөһим методик талап итеп ҡуя. Лекцияларҙың теоретик, баһалау өлөшө фәнни яҡтан нығытыла, Рәсәй материалы донъя цивилизацияһы контекстында ҡарала.
  
Бөгөнгө көндә дисциплиналарҙы уҡытыу күренекле Рәсәй ғалимдары тарафынан яҙылған дәреслектәр, семинар дәрестәренең планы менән тәьмин ителгән. Кафедраның методик комиссияһы кәрәкле дәреслектәрҙе һәм уҡыу әсбаптарын яңыртыу өҫтөндә даими эшләй. Кафедра ултырыштарында дөйөм тарих һәм Ватан тарихы буйынса яңы әҙәбиәт тикшерелә. Уҡытыу сифатын яҡшыртыу маҡсатында йәш уҡытыусылар тәжрибәле уҡытыусыларға беркетелә. Аспирантура, докторантура, стажировка, ижади отпуск аша уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү өҫтөндә даими эш алып барыла.
 
Һуңғы йылдарҙа кафедра “Юғары уҡыу йорттарында социаль-гуманитар фәндәрҙе уҡытыу тарихы”, “1985-2005 йылдар историографияһында Башҡортостан тарихы” конференцияларын ойошторҙо. Бөйөк Еңеүҙең 60 һәм 65 йыллығына арналған республика фәнни конференциялары уҙғарылды. Был конференцияның “Бөйөк Еңеү: 65 йылдан һуң ҡараш” тип аталған материалдар йыйынтығы донъя күрҙе.
 
Уҡыу процесын юғары квалификациялы белгестәр тормошҡа ашыра: тарих фәндәре докторы, профессор Әйүпов Риф Сәлих улы, тарих фәндәре докторы, профессор Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы, тарих фәндәре докторы, профессор Яндурин Дияс Хатип улы, тарих фәндәре кандидаттары, доценттар Новикова Оксана Ивановна, Үтәғолов Марат Мирсәйет улы, Хәмиҙуллина Сулпан Рәфим ҡыҙы, Заерова Айгөл Нурихан ҡыҙы, Хәдимуллин Руслан Роберт улы.