Тарих факультеты тураһында

Декан:
тарих фәндәре кандидаты, доцент
Рөстәм Камил улы Хәбибуллин
 
БДУ-ның тарих факультеты профессорҙарҙы, уҡытыусыларҙы, хеҙмәткәрҙәрҙе, аспиранттарҙы һәм студенттарҙы үҙенә туплаған ҙур ижади коллектив. Беҙҙең традицияларҙың береһе – коллективтың берҙәмлеге, студенттарҙы тәүге курстарҙан уҡ фәнни эшкә йәлеп ителеүе. Беҙ тарих фәне өлкәһендә профессиональ тикшеренеүселәрҙе һәм уҡытыусыларҙы әҙерләйбеҙ. Факультет алдынғы Рәсәй университеттары, фәнни-тикшеренеү институттары, архивтары, музейҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, мәктәптәргә шефлыҡ ярҙамы күрһәтә. Беҙҙең факультетты тамамлаусылар бик күп юғары һәм урта мәғариф учреждениеларында, фәнни-тикшеренеү институттарында, дәүләт власы органдарында, киң мәғлүмәт сараларында, архивтарҙа, музейҙарҙа, нәшриәттәрҙә, китапханаларҙа эшләй. Күптәр аспирантураға уҡырға инә. Классик тарихи белем хеҙмәт баҙарында киң перспективалар аса. Был мөмкинселектәрҙе беҙҙе тамамлаусыларға факультетта системалы һәм фундаменталь белем алыу тәьмин итә.
 
Хәҙерге ваҡытта факультетта 5 кафедра эшләй: Ватан тарихы, археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы, этнология һәм Башҡортостан Республикаһы тарихы, историография һәм тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү, яңы һәм хәҙерге осор тарихы.
 
Факультет структураһына этнография музейы һәм археология лабораторияһы ла инә. Тарих факультетының уҡыу залында 55 меңдән ашыу уҡыу, уҡыу-методик, матбуғат һәм фәнни әҙәбиәт  иҫәпләнә.
 
Тарих факультетында “Тарих”, “Регионоведение” йүнәлештәре буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләнә.
 
Тарих факультеты студенттарын әҙерләүҙең мөһим компоненттарының береһе - практика. Уҡыу барышында студенттар археологик, архив, музей, ғилми-библиография, педагогик һәм диплом алды эштәре буйынса практикаларын үтә. Уҡыу планы буйынса факультеттың 1 курс студенттары археологик практика үтә.  Һуңғы йылдарҙа археологик ҡаҙылмалар күренекле “Өфө” археология ҡомартҡыһында ойошторола.
 
БДУ-ның тарих факультеты – ҙур фәнни-тикшеренеү үҙәге. Быны факультет базаһында профессор И.Ғ.Аҡманов етәкселегендә эшләгән Д-212-013.01 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы ла иҫбатлай.   Беҙҙең ғалимдар тарафынан фундаменталь монографик тикшеренеүҙәр, энциклопедиялар, уҡыу ҡулланмалары һәм әсбаптары даими баҫылып тора,   төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара фәнни конференциялар ойошторола. Тарих факультеты уҡытыусыларының мөһим ҡаҙанышы булып “Боронғо осорҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге Башҡортостан тарихы” (Өфө, 2004, Т.1; 2006, т.2) һәм “Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы” (Өфө - Мәскәү, 2007) фундаменталь фәнни хеҙмәттәре тора.
 
Беҙҙең факультетты тамамлаусыларҙың күбеһе күренекле ғалимдар, юғары уҡыу, махсус профессиональ белем биреү уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡытыусылары, йәмәғәт һәм сәйәсәт өлкәһендә эшмәкәрҙәр булып танылды.
 
Күренекле ғалимдар Раил Ғ. Кузеев, Рөстәм Ғ. Кузеев, И.Ғ.Аҡманов,  Р.З.Янғужин, Н.М.Ҡолбахтин, М.М.Ҡолшәрипов, Н.А.Мәжитов, М.Ф.Обыденнов, М.Б.Ямалов, Р.Ғ.Буканова һ.б. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты ғорурлығы.