профсоюз ойошмаһының һуңғы яңылыҡтары
Башҡорт дәүләт университеты студенттарының һәм аспиранттарының түбәнге профсоюз ойошмаһы рәйесе
Корлыханов Сергей Васильевич
Бөгөнгө көндә БДУ студенттарының һәм аспиранттарының профсоюз ойошмаһында 8900-ҙән ашыу студент һәм аспирант ағза булып тора (профсоюзда ағза булып тороусылар 89 % тәшкил итә). Профсоюз ойошмаһы структураһына 16 профбюро, 7 комиссия, 5 сектор инә. Профком профбюро рәйестәрен делегат итеп ебәреү принцибы, шулай уҡ конференцияла һайлау юлы аша формалаша. Профком активын 600-гә яҡын студент һәм аспирант тәшкил итә.
Профсоюз комитеты үҙенең эшмәкәрлеген 10 приоритетлы йүнәлештә алып бара. Улар:
- белем алыусыларҙы стипендия менән тәьмин итеү һәм уларға социаль-хоҡуҡи ярҙам итеү;
- торлаҡ менән тәьмин итеү;
- студенттарҙың һәм аспиранттарҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә ярҙам итеү;
- белем алыусыларға мәғлүмәт биреү;
- студенттарҙы эшкә урынлаштырыу һәм уларҙың ваҡытлыса мәшғүллеген тәьмин итеү;
- мәҙәни сараларҙы ойоштороу;
- физик культураны һәм спортты йәштәр араһында пропагандалау һәм үҫтереү;
- һауыҡтырыуҙы һәм ял итеүҙе ойоштороу;
- профсоюз активын эшкә өйрәтеү һәм студенттар араһында лидерҙар әҙерләү;
- тышҡы партнерҙар менән бәйләнешкә инеү.
* БДУ студенттарының һәм аспиранттарының профкомы эшмәкәрлеге тураһында тулы мәғлүмәтте беҙҙең сайттан таба алаһығыҙ.
Адресы: Өфө, З. Вәлиди ур., 32, к. 336, Тел./факс: (347) 273-66-36,
e-mail: profcombsu@mail.ru
Сайт:
www.profbsu.ru,
Контактта | Промо-төркөм "Үҙебеҙҙекеләр" http://vkontakte.ru/club13457727