Студенттар клубы

Студенттар клубы тарихы
 
Башҡорт дәүләт университетының Студенттар клубы 1971 йылда асыла.
 
Беренсе директоры – Ирик Нуретдин улы Әхмәҙиев. Студенттар клубы эргәһендә «Ирәндек» бейеү ансамбле (етәксеһе – Варламова Екатерина Николаевна), «Коллапс» вокал-инструменталь ансамбле, «Гротеск» театр-студияһы (етәксеһе – Боборыкин Ярослав Иванович, режиссеры – Мельниченко Павел Романович) асыла. 1977 йылда «Ирәндек» «Халыҡ бейеүҙәре ансамбле» исемен ала.
 
Икенсе директоры – Розалия Әнүәр ҡыҙы Сәмиғуллина (1978-81). Художество етәксеһе – Киселева Нина Степановна (1978-81). Студенттар клубы эргәһендә «Таусень» фольклор ансамбле, «Клуб 91», КВН командаһы, башҡорт драма түңәрәге һәм «Аванте» сәйәси йыр ансамбле асыла.
 
Өсөнсө директоры – Вәлиева Земфира Риза ҡыҙы (1981-93). «Гротеск» халыҡ театр-студияһы исемен ала (1982). «Форте», «Канта» сәйәси йыр ансамбле, «Калейдоскоп» ҡурсаҡ театры, джаз-ансамбле, «Йәнгүзәл» фольклор ансамбле, «Ҡыҙҙар гүзәллеге» ҡурайсылар ансамбле, хор, скрипкасылар ансамбле, скрипкасылар камера ансамбле, вокал студияһы, классик музыка яратыусылар клубы, музыкаль лекторий, «Ант» вокал-инструменталь ансамбле, бал бейеү ансамбле, тынлы инструменттар ансамбле, халыҡ инструменттары ансамбле һәм агитбригада асыла.
 
Художество етәкселәре: Марина Николаевна Гаранина (1982-85), Элина Ринатовна Ермохина (1985-86), Светлана Анатольевна Кондратьева (1986-93).
1988-90йй. – директоры Гөлназ Аҡназарова, художество етәксеһе – Лариса Шәйхетдинова.
 
Дүртенсе директоры – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Светлана Анатольевна Кондратьева (1993), «Коктейль», «Count down», «Каюк-кампания», «Примус» КВН командалары, «Кафе де Монтаж» командаһы һәм башҡалар, «Бейеү миҙгеле» эстрада бейеү студияһы, «Соло» вокал студияһы, «Менестрели» вокал ансамбле, студент хоры, брейк-данс студияһы, «Что? Где? Когда?» интелектуаль уйындар клубы, туристик клубы, ижади йәштәр Союзы (диспут-клуб, «Килешеү» социаль клубы, интернациональ дуҫлыҡ клубы) асыла.
 
Художество етәксеһе – Елена Сергеевна Ткачук (2003 й. алып).
2006 йылдың 30 ноябрендә студенттар клубы үҙенең 35-йыллығын байрам итә.
 
2007 йылдан башлап студенттар клубы коллективы һәр ваҡыт үҙгәреп тора, яңы коллективтар асыла: джаз-модерн студияһы, хип-хоп студияһы, “Оймякон” этник ансамбле, гитара уйнау түңәрәге һ.б. Художество үҙешмәкәр коллективы - «Студент яҙының» йылдағы ҡатнашыусыһы, был фестивалдең лауреат дипломдары алыусыһы. Республика жюриһы 2009 йылдың, БДУ өсөн юбилейлы йылдың концертын билдәләп үтте.