Студентҡа

 Һеҙ Башҡортостан Республикаһының иң төп юғары уҡыу йорто студенты булдығыҙ, тимәк тормошоғоҙҙоң иң ҡыҙыҡлы, ваҡиғаларға бай, бик мөһим этабы башлана. Алдағы йылдарҙа һеҙҙе киң мөмкинлектәр көтә.
 
Тәү сиратта, һеҙ сифатлы профессиональ белем ала һәм уҡыу йортон тамамлауға хеҙмәт баҙарында көтөп алынған белгес була аласаҡһығыҙ.
 
Һеҙ үҙегеҙҙең мөмкинлектәрегеҙҙе фән өлкәһендә лә һынап ҡарай алаһығыҙ – был маҡсатта һәр факультетта студенттарҙың фәнни түңәрәктәре эшләй, БДУ-ның Йәш ғалимдар советы бар, студенттарҙың ғилми конференциялары, конкурстар, олимпиадалар үткәрелә. Фән менән шөғөлләнеү күңелегеҙгә хуш килһә, киләсәктә һеҙ уҡыуығыҙҙы аспирантурала дауам итә алаһығыҙ.
 
Әле уҡыу ваҡытында уҡ төп һөнәрегеҙгә өҫтәмә рәүештә белем, күнекмәләр алыу мөмкинлеге бар. Был маҡсатта университетта Йәмәғәтселек профессиялары факультеты эшләй, унда студенттарға белем биреү буйынса төрлө программалар тәҡдим ителә – сит телдәр курстары, экскурсоводтар курстары, лидерлыҡ мәктәбе, вожатыйҙар мәктәбе, хоҡуҡ нигеҙҙәрен өйрәнеү һ.б. Журналист булырға хыялланыусылар Практик журналистика үҙәге программаларында ҡатнаша ала.
 
Һеҙ йәмәғәтселек тормошонда актив ҡатнаша алаһығыҙ. Университетта ижади коллективтар, төрлө йүнәлештә берләшмәләр эшләй. Улар яңы ағзаларға һәр саҡ шат. Йыл һайын студенттар ҡатнашлығында тиҫтәләрсә ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә.
 
Спорт менән мауығыусыларҙы спорт секциялары һәм түңәрәктәре саҡыра. Ә ял итергә һәм сәләмәтлеген нығытырға теләүселәрҙе БДУ-ның санаторий-профилакторийы, спорт-һауыҡтырыу лагеры һәм студенттарҙың профкомы биргән льготалы путевкалар буйынса төрлө ҡалаларға сәйәхәттәр көтә.
 
Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡорт дәүләт университетында уҡыу йылдарын һәр студент тормошоноң иң һәйбәт йылдары тип иҫендә ҡалдырасаҡ.