Соискателгә

Юғары квалификациялы кадрҙарҙы әҙерләүҙә аспирантуранан һәм докторантуранан тыш ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәрҙе әҙерләүсе институт ҙур роль уйнай. Ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы темаһы буйынса консультациялар алыу өсөн тәғәйенләнгән кафедраларға беркетелә. Һөҙөмтәле эш алып барыу маҡсатында ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәрҙең уҡыу срогы йылдарға бүленә, йыл тамамланыу менән башҡарылған эштәр тураһында ул отчет бирергә тейеш, әгәр ҙә шәхси уҡыу планы үтәлмәһә, ул уҡыуҙан ҡыуыла.

Ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр ҡабул итеү имтиханын тапшырмай, түбәндәге документтар нигеҙендә уҡырға урынлаша ала:
 
фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн
  • ғилми етәксенең визаһы ҡуйылған ректор исеменә яҙылған ғариза;
  • фотография йәбештерелгән кадрҙарҙы иҫәптә тотоу буйынса шәхси ҡағыҙ (листок);
  • юғары белем тураһындағы дипломдың күсермәһе (нотариус тарафынан раҫланған);
  • кафедра ултырышында ҡабул иткән ҡарарҙан өҙөмтә (выписка);
  • уҡыу өсөн түләү тураһында документ (килешеү нигеҙендә уҡыу формаһы өсөн);
  • БДУ-ның кадрҙар бүлегенән алынған справка (бюджет формаһында уҡыусылар өсөн).
фән докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүселәр өсөн
юғарыла һанап кителгән документтар һәм:
  • ғилми хеҙмәттәр   исемлеге (төп эш урынан раҫлатылған);
  • фән кандидаты дипломының копияһы (нотариус тарафынан раҫлатылған);
  • ғилми консультанттың докторлыҡ диссертацияһы материалдарына виза ҡуйылған баһаламаһы.
Соискателдәрҙе әҙерләү аспиранттарҙы һәм докторанттарҙы әҙерләгән йүнәлештәрҙә алып барыла.
File nameSize
zayavlenie_soiskatelya_na_bash.yaz_..docx11.32 KB