Роман-герман филологияһы факультеты тураһында

Роман-герман филологияһы факультеты

450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 19
Тел. (347) 273-28-42
 
Декан – Мерәсов Рәхим Зәки улы, филология фәндәре докторы, профессор
 
Роман-герман филологияһы факультетының тарихы 1938/1939 уҡыу йылында асылған ике йыллыҡ сит телдәр уҡытыусылар институтынан башлана. Һуңынан ул К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты составына инә. Тәүҙә факультетта ике кафедра – инглиз теле кафедраһы һәм немец теле кафедраһы эшләй. Кафедраларҙың төп маҡсаты республика мәктәптәре өсөн сит тел уҡытыусылары әҙерләү була. Төрлө йылдарҙа факультеттың деканы булып филологтар Ж.Ғ.Кейекбаев, Я.И.Гельблу, Г.З.Зелялетдинов, Г.Н.Классен, А.Б.Кошляк, Р.С.Шутникова, А.С.Никишин, тарихсылар Р.М.Йәнгиров, П.А.Копьёв эшләй. 1992 йылдан алып факультетты филология фәндәре докторы профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Р.З.Мерәсов етәкләй.
 
60-сы йылдар аҙағы-70-се йылдар башында факультетта роман һәм герман тел ғилемдәренең үҫеше күренекле ғалим-филологтар Ю.М.Скребнев, Г.И.Богин, Р.Р.Каспранскийҙарҙың исемдәре менән бәйле. Н.З.Диаров менән Р.О.Шенкнехт сит телдәр менән башҡорт телен методик планда сағыштырып өйрәнәләр.
 
Инглиз, немец, француз телдәре белгестәрен һәм тәржемәселәрҙе факультетта 8 кафедра әҙерләй: инглиз теле кафедраһы, инглиз филологияһы кафедраһы, немец филологияһы кафедраһы, француз филологияһы кафедраһы, сағыштырма тел ғилеме кафедраһы, культура-ара коммуникация һәм тәржемә кафедраһы, лингводидактика һәм тәржемә ғилеме кафедраһы, сит телдә аралашыу методикаһы һәм икенсе сит тел кафедраһы.
 
8 кафедрала филология һәм педагогика буйынса 12 фән докторы һәм 35 фән кандидаты эшләй. Факультет уҡыу учреждениеһы ғына түгел, регионда эре ғилми-тикшеренеү үҙәге лә.
 
Факультетта “Герман телдәре” һәм “Тел теорияһы” специальностары буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ советы асылған. Был совет ултырыштарында Волга буйы, Урал һәм Себер юғары уҡыу йорттарынан 170-тән ашыу диссертация яҡланған. Факультетты тамамлаусылар араһынан юғары квалификациялы кадрҙар үрҙә күрһәтелгән специальностар буйынса аспирантурала әҙерләнә.
 
Хәҙерге ваҡытта сит тел белгестәре әҙерләү өсөн факультеттың яҡшы техник базаһы бар: сит телдәрҙә ғилми хеҙмәттәр, уҡыу әсбаптары, уҡытыу-методик ҡулланмалар, ваҡытлы матбуғат һәм әҙәби баҫмалар тупланған уҡыу залы һәм китапхана, 16 урынлыҡ компьютер залы, телдән тәржемә итеү практикумы лабораторияһы, ике интерактив таҡта.
 
Кафедралар уҡытыусылары 2011/2012 уҡыу йылында баҫҡыслы уҡытыу системаһына күсеү буйынса ойоштороу һәм уҡытыу-методик эштәрҙе тамамланы.