Психология факультеты тураһында

Декан – психология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР мәғарифы отличнигы, А.С.Макаренко исемендәге миҙалға лайыҡ булған Халыҡ мәғарифы отличнигы Ғәләүетдинова Светлана Ишбулды ҡыҙы.
 
Башҡорт дәүләт университетында «030301 – психология» йүнәлеше буйынса психологтарҙы әҙерләү факультет-ара психология үҙәге базаһында 1998 йылда башлана. 145 кешенән торған тәүге сығарылыш 2002 йылда була. 2005 йылда факультет-ара психология үҙәге Башҡорт дәүләт университетының психология факультетына әйләндерелә.
 
Хәҙерге ваҡытта факультет структураһында 3 кафедра эшләй:
- дөйөм психология кафедраһы;
- клиник психология кафедраһы;
- психологик диагностика һәм консультациялар үткәреү кафедраһы.
 
Факультетта 29 уҡытыусы, шул иҫәптән 2 фән докторы һәм 18 фән кандидаты эшләй.
Факультеттың фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
 
“Үҙгәреүсән социаль-иҡтисади шарттарҙа халыҡтың көнкүреш сифаты һәм хәл-әхүәле: психологик ярҙам күрһәтеү һәм диагностика үткәреү проблемалары”, “Шәхестең информацион киңлегендә интеллект һәм үҙ-ара аңлашыу мәсьәләләре”, “Сәнәғәттә, спортта, медицинала, авто-, авиа- һәм тимер юлы транспортында стрессҡа ҡаршы тороу һәм сәләмәтлек һаҡлау технологияларын формалаштырыу”.
 
Факультет уҡытыусылары актив ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара, уҡыу ҡулланмалары, монографиялар әҙерләй һәм нәшер итә. Факультет республиканың практик психологтарына ҙур ярҙам күрһәтә (семинарҙар, тренингтар ойоштора). Психология факультеты базаһында практик психология йүнәлешендә профессиональ белем камиллаштырыуҙы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында Енәйәт эштәре буйынса язаға тарттырыуҙы үтәү федераль хеҙмәтенең Баш идаралығы (ГУФСИН) заявкаһы буйынса психологтар төркөмө әҙерләнә.
 
2011 йылда “Психология” йүнәлеше буйынса магистратура асыла.
Факультетты тамамлаусылар психологик ярҙам күрһәтеү үҙәктәренә, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, персонал буйынса менеджерҙар булып банк системаһына һ.б. эшкә урынлаша.
 
Хәҙерге заман психологының эшен компьютер ярҙамында үткәрелгән психологик диагностикаһыҙ күҙ алдына килтереү ҡыйын. Буласаҡ белгестәрҙең диагностика үткәреү оҫталығын формалаштырырға факультеттың 12 урынлы компьютер класы ярҙам итә.
 
Психология факультеты Башҡортостан Республикаһының мәғариф учреждениеларына фәнни-методик ярҙам да күрһәтә. Факультеттың клиник психология кафедраһы коллективы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә  ВИЧ инфекциялы ауырыуҙарға бушлай психологик ярҙам күрһәтә.
Психология факультеты базаһында БДУ студенттарына социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге эшләй.
Факультетта Студенттарҙың психология ойошмаһы эшләй.
 
Йүнәлештәр һәм специальностәр:
 
Специальностәр һәм йүнәлештәр
Уҡыу формаһы (көндөҙгө, ситтән тороп)
Бюджет/ килешеү нигеҙендә
Ҡабул итеү имтихандары
Квалификация,
эшмәкәрлек йүнәлеше
030301 – психология
көндөҙгө, ситтән тороп
Бюджет/ килешеү нигеҙендә
Биология, математика, рус теле (сит тел)
Психолог. Психология уҡытыусыһы.