Хеҙмәткәрҙәр

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

 
Борханова Флүрә Булат ҡыҙы — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы мөдире, социология фәндәре докторы, доцент
Уҡытылған төп курстары:
· Ғаилә социологияһы
· Гендер социологияһы
· Социологик тикшеренеүҙәрҙең методологияһы һәм методикаһы
· Социологияла инновацион алымдар
· Социологияла сифат методтары
Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше: ғаилә-никах процестары, Башҡортостанда гендер проблемалары.
Һуңғы йылдарҙа етәксе, аналитик һәм ойоштороусы вазифаһында түбәндәге ҙур проекттар өҫтөндә эшләй: «Демография» (БР Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге, 2007-2008 йй.); «Башҡортостан Республикаһында кеше потенциалы үҫеше» (ЦСПИ АН РБ, 2007-2008 йй.); «Хәҙерге йәмғиәттә ҡатын-әсәнең роле» (РФА ӨҒҮ Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты, 2001 г.); «Хәҙерге йәмғиәттә башҡорт ҡатын-ҡыҙы» (Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, 1999-2000 йй.); «Өй шарттарында көс ҡулланыу», (Форд фонды финанс ярҙамында М.В.Ломоносов исемендәге МДУ-ның ҡатын-ҡыҙҙар советы); «Демократия һәм урындағы власть» (Рәсәй-Польша тикшеренеүҙәре, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан филиалы, 2001 һәм  2003 йй.).
50-нән ашыу ғилми һәм уҡыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография  авторы.  Һуңғы йылдарҙа донъя күргән мәҡәләләре никах һәм ғаилә, гендер проблемаларына арналған.
 
 

Әсәҙуллина Гүзәлиә Рәүеф ҡыҙы — кафедра ассистенты

Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше: шәхестең рухи донъяһы, рухи тормош социологияһы, йәштәр социологияһы, дәүләт идаралығы.
 
 Уҡытылған төп курстары:
— рухи тормош социологияһы
— дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ
— сит илдәрҙә муниципаль идаралыҡ
 
 
 
 
 
Ғиләзетдинов Йәүҙәт Мәхмүт улы — философия фәндәре докторы, профессор, РФ-ның Социаль фәндәр академияһы академигы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980 й.), Башҡортостан комсомолы премияһының  фән өлкәһендәге лауреаты (1983 й.). 2008 йылда социология өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Питирим Сорокин исемендәге көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Й.М.Ғиләзетдиновтың ғилми етәкселегендә 34 кандидатлыҡ һәм 9 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған.
Уҡытылған төп курстары:
Социологияның тарихы һәм методологияһы
· Социаль танып-белеү методологияһы
· Хәҙерге социологик теориялар һәм мәктәптәр
· Социологияның хәҙерге проблемалары
· Хәүефтәр һәм конфликтар социологияһы
Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше: этносоциология, милләт һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр, Рәсәй йәмғиәтен реформалау проблемалары, Башҡортостан Республикаһының социаль дәүләт булараҡ үҫеше. Рәсәй төрки халыҡтарын тергеҙеү һәм үҫетереү проблемалары, рихи тормош һәм мәҙәниәт социологияһы, йәштәр социологияһы мәсьәләләре менән шөғөлләнә.  РФ һәм БР халыҡтарының электораль үҙ-үҙен тотош, кеше потенциалын үҫтереү концепцияһы  мәсьәләләре  буйынса хеҙмәттәре донъя күрҙе.
300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография авторы, дәүләт программалары проекттары етәксеһе.
 
 
Ковров Владимир Федорович — ғәмәли социология кафедраһы доценты.
Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше: сәйәси социология; электораль үҙ-үҙен тотош социологияһы; һайлаусыларҙың мәҙәниәте мәсьәләләре; власть социологияһы; этносоциология.
 Уҡытылған төп курстары:
· сәйәси социология;
· электораль социология;
· халыҡ-ара мөнәсәбәттәр социологияһы;
· шәхес социологияһы.
 
 
 
 
Лавренюк Наталья Михайловна – социология фәндәре кандидаты, доцент 
Лавренюк Н.М. – 30-ҙан ашыу хеҙмәт авторы (шуларҙың дүртәүһе – коллектив монографиялар).
Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше: инноватика социологияһы, йәштәр социологияһы, кеше потенциалының үҫеше, социаль прогнозлау һәм проектлау, идара итеү социологияһы.
Уҡытылған төп курстары:
— социаль прогнозлау һәм проектлау,
-социаль инновациялар,
- йәштәр социологияһы,
-персонал менән идара итеү,
-идара итеү буйынса консультациялар үткәреү,
-менеджмент нигеҙҙәре,
- социологик тикшеренеүҙәрҙә күҙаллау һәм моделләштереүҙең статистик методтары.
 
 
Леготин Эмиль  Вячеславович — с.ф.к., доцент.
Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше: быуындар социологияһы, мәғариф  социологияһы.
Уҡытылған төп курстары:
— социаль антропология,
— мәғариф  социологияһы,
— коммуникациялар социологияһы,
— социаль үҙгәрештәр социологияһы,
— социологияла мәғлүмәт технологиялары
 
 
 
 
Шәйәхмәтова Римма Рафаэль ҡыҙы 
—  өлкән уҡытыусы.
Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше: маркетинг, һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫеш проблемалары, һаулыҡ һәм үҙ-үҙеңде һаҡлау проблемалары, девиант тотош социологияһы.
Төп уҡытҡан курстары:
· дин социологияһы
· маркетинг
· маркетинг тикшеренеүҙәр
· девиант тотош социологияһы
· социаль институттарҙың социологияһы
 
 
Подольская Лариса Юрьевна, социология фәндәре кандидаты, доцент.
Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше: Башҡортостан Республикаһында киң коммуникацион процестар,   киң коммуникацион процестарҙың субъекты һәм объекты  булараҡ аудитория.
Уҡытылған төп курстары:
— социологияла иҫәпләү,
— социологияла  мәғлүмәттәрҙе анализлау,
— социологик тикшеренеүҙәрҙең методологияһы һәм методикаһы,
— маркетинг тикшеренеүҙәр.