Физик химия һәм химия экологияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты, профессор
Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы

 

 
1960 йылда Башҡорт дәүләт университетында физик һәм аналитик химия кафедраһы ойошторола. Кафедра менән 1968 йылға тиклем доцент Б.В.Айвазов идара итә. 1969 йылда академиктар Н.Н.Семенов һәм Н.М.Эмануэль инициативаһында Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында тағы бер физик-химик профилле кафедра – химик кинетика кафедраһы асыла. Кафедраны химик кинетика өлкәһендә киң билдәле белгес – профессор Е.Т.Денисов етәкләй. 1979 йылда физик химия кафедраһы менән химик кинетика кафедраһы В.С.Мартемьянов етәкселегендә берләшә. Төрлө йылдарҙа кафедра мөдире булып академик Г.А.Толстиков, профессор В.Д.Комиссаров, академик Ю.Б.Монаков эшләй. 2007 йылдың ғинуарынан алып кафедра мөдире булып Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты, профессор Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы эшләй.
 
Төп ғилми-тикшеренеү йүнәлештәре:
  • Тәбиғи һәм синтетик полимерҙарҙың окисләнеүе;
  • Органик ҡушылмаларҙың төҙөлөшө теорияһы мәсьәләләре;
  • Экологик яҡтан таҙа антиоксиданттар;
  • Полимеризация процестарының кинетик моделдәре;
  • Башҡортостан Республикаһының Урал аръяғы региондарының экологик торошона тау промышленносы комплексы объекттарының йоғонтоһо.
 
Физик химия һәм химия экологияһы кафедраһында түбәндәге дөйөм дисциплиналар уҡытыла:
  • Физик химия;
  • Матдәләрҙең төҙөлөшө;
  • Квант механикаһы һәм квант химияһы;
  • Информатика;
  • Һанлы методтар һәм программалау;
  • Экология нигеҙле биология;
  • Техноген системалар һәм экологик риск.
 
“Физик химия” дисциплинаһы специализациялары:
  • Ярһыу хәл-торош химияһы;
  • Радикаль реакциялар кинетикаһы;
  • Теоретик термохимия нигеҙҙәре;
  • Химик реакциялар механизмдарын өйрәнеү методтары;
  • Практик химик кинетика.
 
“Тирә-яҡ мөхит химияһы, химик экспертиза һәм экологик хәүефһеҙлек” дисциплинаһы специализациялары:
  • Дөйөм экологияға инеш;
  • Тирә-яҡ мөхит химияһы;
  • Биологик актив матдәләр химияһы;
  • Һынауҙар өсөн өлгө әҙерләү һәм полевой анализ методтары;
  • Криминалистик химияның хәҙерге методтары;
  • Криминалистик экспертиза.