Органик химия кафедраһы

 
Кафедраның мөдире:
химия фәндәре докторы, профессор
Ф.З.Ғәлин

 

 

Кафедра Кишинев университетын тамамлаған Ю.В.Светкин тарафынан 1960 йылда ойошторола. Ю.В.Светкин 1970 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Төрлө йылдарҙа кафедра мөдире булып доцент. М.Г.Имаев, доцент В.Н.Симонов, доцент Н.А.Аҡманова, профессор М.Ғ.Сафаров эшләй. 2006 йылдан алып кафедраны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Органик химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре профессор Ф.З.Ғәлин етәкләй. Ул биологик актив матдәләрҙең синтезы һәм тәбиғи ҡушылмаларҙың модификацияһы өлкәһендә эшләй.
 
Хәҙерге ваҡытта кафедрала 8 уҡытыусы, шул иҫәптән 4 профессор, 3 доцент һәм өлкән уҡытыусы эшләй.
 
Органик химия кафедраһы хәҙерге информацион һәм физик методтар менән эш итә белгән, химик процестарҙы химик моделләү методтарын, химик информатиканы яҡшы белгән, органик химия өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү маҡсатын ҡуйған. Органик химия кафедраһы РФА ӨҒҮ Органик химия институты менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, күп курс һәм диплом эштәре ошо институттың лабораторияларында башҡарыла. 1997-2004 йылдарҙа кафедра “Рәсәйҙә фән һәм юғары белем интеграцияһы” маҡсатлы федераль программаны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашты һәм 2005 йылдан “Химия” ғилми-тикшеренеү үҙәге составына инде. Был үҙәк “Фән һәм техниканың приоритет йүнәлештәре буйынса эшкәртмәләр һәм тикшеренеүҙәр” тип аталған маҡсатлы федераль ғилми-тикшеренеү программаһы рамкаһында 2002-2006 йылдарҙа ойошторолған.
 
Органик химия кафедраһы уҡытыусылары, аспиранттары, магистранттары һәм студенттары РФА ӨҒҮ Органик химия институтының биоорганик химия, фармакофор циклдар системаһы, түбән молекуляр биорегуляторҙар, металлоорганик синтез һәм катализ лабораториялары менән берлектә тәбиғи ҡушылмалар нигеҙендә биологик актив матдәләр синтезы өлкәһендә тикшеренеүҙәр башҡара. Академик М.С.Юнысов алкалоидтар химияһы өлкәһендә бөтә донъяға киң билдәле белгес. Профессорҙар М.С.Мифтахов һәм Ф.А.Вәлиева етәкселегендә простагландин һәм шештәргә ҡаршы препараттар синтездары эшләнә. Профессор Ф.З.Ғәлиндың тикшеренеүҙәре монотерпеноидтар, дитерпеноидтар, тритерпеноидтарҙың химик трансформацияларына нигеҙләнә.
 
Кафедра уҡытыусылары түбәндәге дөйөм һәм махсус дисциплиналарҙы уҡыта:
  • Органик химия дөйөм курсы;
  • Органик химияның теоретик нигеҙҙәре;
  • Гетероциклик ҡушылмалар химияһы;
  • Еңел органик синтез;
  • Органик синтездың хәҙерге проблемалары;
  • Стереохимия;
  • Молекуляр дизайндың  теоретик һәм практик аспекттары;
  • Нанотехнология нигеҙҙәре;
  • Органик ҡушылмаларҙы тикшереү  методтары.