Органик булмаған химия кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
профессор, химия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Аналитик химия буйынса ғилми советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты
Майстренко Валерий Николаевич

 

Башҡорт дәүләт университетының органик булмаған химия кафедраһы 1964 йылдың 20 авгусында ойошторола. Төрлө йылдарҙа кафедра мөдирҙәре булып доцент М.Н.Нурғәлиева, профессор Е.Ф.Журавлев, профессор Ю.И.Муриновтар эшләй. 1992 йылдан алып кафедраны химия фәндәре докторы профессор В.Н.Майстренко етәкләй. Хәҙерге ваҡытта кафедрала 9 уҡытыусы, шул иҫәптән 3 фән докторы, 6 фән кандидаты эшләй. Кафедра уҡытыусыларының күпселеге БДУ-ның химия факультетын тамамлаған.
 
Кафедраның ғилми-тикшеренеү эштәре башлыса түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла:
  1. Наноматериалдар синтезы һәм юғары температуралы үткәргестәр өсөн органик булмаған ҡушылмалар алыу һәм уларҙың үҙенсәлектәре.
  2. Биомедицина объекттарында, ағын һыуҙарҙа һәм тәбиғәт объекттарында органик һәм  органик булмаған токсиканттарҙы тиҙ билдәләргә ярҙам итә торған үтә һиҙгер һәм электрохимик сенсорҙар булдырыу өсөн металдарҙың катиондары менән органик лигандаларҙың реакцияларын ҡулланыуҙы өйрәнеү.
  3. Нефть химияһы һәм органик синтез өсөн гетероген катализаторҙар әҙерләү технологияларын һәм реакцион һәләттәрен өйрәнеү.
  4. Тирә-яҡ мөхит объекттарында органик матдәләрҙе хроматомасс-спектрометрия? методы менән сифат һәм һан яғынан анализлау.
 
Уҡытыу эшенең төп йүнәлештәре:
Кафедра уҡытыусылары уҡытыуҙың яңы формаларын эҙләү, уҡытыу-методика әҙәбиәте буйынса, дөйөм һәм органик булмаған химия, кристаллохимия буйынса автор курстары әҙерләүҙә актив эшләй. Химияны урта мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында уҡытыу методикаһын камиллаштырыуға ла ҙур иғтибар бирелә.
 
Кафедрала түбәндәге дөйөм дисциплиналар уҡытыла:
  • Дөйөм химия;
  • Органик булмаған химия;
  • Кристаллохимия;
  • Химияны уҡытыу методикаһы.
 
Специализациядисциплиналары:
  • Органик булмаған химияның хәҙерге проблемалары;
  • Перспективалы органик булмаған материалдар;
  • Күҙәүекле материалдарҙы тикшереүҙең хәҙерге методтары;
  • Яңы органик булмаған материалдар;
  • Гетероген һәм гомоген ике һәм өс ҡатлы системаларға физик-химик анализ;
  • Комплекслы ҡушылмаларҙы өйрәнеү методтары;
  • Координацион ҡушылмалар химияһы;
  • Биоматериалдар.
Бөтә эшләүе осоронда кафедра “Органик булмаған химия” специализацияһы буйынса специалистар-химиктар әҙерләне. Кафедра асылғандан алып 500-ләгән юғары квалификациялы кадрҙар сығарылған, шуларҙың күбеһе Башҡортостан Республикаһының предприятиеларында, ойошмаларында һәм уҡыу йорттарында, Рәсәй Федерацияһының башҡа региондарында, сит илдәрҙә уңышлы эшләй.