Юғары молекуляр ҡушылмалар һәм химик технологиялар кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
химия фәндәре докторы, профессор
Ю. А. Прочухан
 
Юғары молекуляр ҡушылмалар һәм химик технологиялар кафедраһы 1968 йылдың 20 июнендә республикала юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм полимер химия өлкәһендә ғилми-тикшеренеүҙәр алып барыу маҡсатында асыла. СССР Фәндәр академияһы академигы В.А.Каргиндың рекомендацияһы буйынса кафедра мөдире итеп Горький өлкәһенең Дзержинск ҡалаһынан Химик полимерҙар ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире (хәҙер – академик В.А.Каргин исемендәге Полимерҙар ғилми-тикшеренеү институты) химия фәндәре докторы К.С.Минскер саҡырыла. Кафедра мөдире булып Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, профессор К.С.Минскер 1968–1999 йылдарҙа эшләй; 1999-2005 йылдарҙа кафедраны профессор Ю.А.Прочухан етәкләй. Хәҙерге ваҡытта кафедраның мөдире – химия фәндәре докторы, профессор С.В.Колесов.
 
“Юғары молекуляр ҡушылмалар” специализацияһы полимерҙарҙың деструкцияһы һәм стабилләшеүе процестары, физиологик актив полимерҙар һәм медицина полимерҙары, шулай уҡ тиҙ полимеризацияланыу процестары химияһы һәм технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙең үҙәгендә тора һәм был өлкәлә халыҡ-ара ҙур авторитетҡа эйә. Кафедра профессорҙары һәм уҡытыусылары тарафынан 19 китап, сит илдәрҙең һәм Рәсәйҙең ғилми журналдарында 1000-дән ашыу мәҡәлә баҫтырылған, 350-гә яҡын СССР-ҙың авторлыҡ танытмалары һәм Рәсәйҙең патенттары, сит илдәрҙән 27 патент (АҠШ, Англия, Франция, Германия, Канада, Япония, Иран һ.б.) алынған. Шуларҙың өстән бер өлөшө сәнәғәт өлкәһендә һәм уҡыу процесында ҡулланылған.
 
“Химик технология” специализацияһы полимер ҡалдыҡтарын утилләштереү ысулдары, цеолитлы катализаторҙар технологияһын камиллаштырыу, бензин пиролизының яңы катализаторҙарын эшләү буйынса эштәр алып бара. Был өлкәлә 4 монография, Рәсәй ғилми журналдарында 400-ҙән ашыу мәҡәлә баҫтырылған, 23 патент һәм авторлыҡ танытмаһы алынған.
 
Кафедраның төп ғилми-тикшеренеү йүнәлештәре:
  1. Полимерҙарҙың деструкцияһы, стабилизацияһы һәм модификацияһы процестарын өйрәнеү.
  2. Торбалы аппараттарҙа турбулентлы ағымдарҙа тиҙ химик һәм масса алмашыныу процестарын өйрәнеү.
  3. Физик-механик сифаттарҙың активлығын үҫтереү һәм яҡшыртыу.
  4. Углеводород сеймалын деструктив-каталитик эшкәртеү; нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы ҡалдыҡтарын эшкәртеү технологиялары.
Кафедрала түбәндәге дөйөм дисциплиналар уҡытыла:
  • Юғары молекуляр ҡушылмалар;
  • Коллоид химияһы;
  • Химик технологиялар;
  • Химия тарихы һәм методологияһы;
  • Тәбиғи фәндәрҙең философик проблемалары;
  • Физик химия һәм коллоид химияһы.
Кафедра шулай уҡ химик-технологик производство практикаһын үткәрә.
 
Студенттар һәм магистранттарға түбәндәге махсуслаштырылған курстар уҡыла:
  • Полимерҙарҙы өйрәнеүҙең хәҙерге методтары;
  • Полимеризацион процестарҙың кинетикаһы;
  • Полимерҙарҙың  реакцион һәләте һәм  модификация проблемалары;
  • Полимерҙарҙың деструкцияһы һәм стабилизацияһы;
  • Полимеризацион процестарҙың макрокинетикаһы;
  • Макромолекулаларҙың  структураһы һәм динамикаһы;
  • Медицинала полимерҙар;
  • Катализдың теоретик нигеҙҙәре;
  • Полимерҙар етештереү технологияһы;
  • Мономерҙар етештереү технологияһы;
  • Полимерҙар технологияһында макрокинетика;
  • Өҫкө ҡатлау химияһы, адсорбция;
  • Катализаторҙарҙы һәм адсорбенттарҙы өйрәнеү методтары;
  • Етештереү катализы: етештереү процестары һәм каталитик процестар өсөн реакторҙар;
  • Полимеризация һәм поликонденсация реакциялары механизмдары;
  • Термосыҙамлы полимерҙар;
  • Полимерҙарҙа структур иерархия;
  • Полимерҙар химияһының хәҙерге торошо.
“Юғары молекуляр ҡушылмалар” специализацияһы сығарылыш специализацияһы иҫәпләнә һәм юғары молекуляр ҡушылмалар химияһы буйынса белгестәр әҙерләй. Кафедрала студенттарҙың ғилми түңәрәге эшләп килә. Был кафедрала махсуслашҡан студенттар “Интеграция” тип аталған оҙайлы килешеү рамкаһында Рәсәй Фәндәр академияһы Органик химия институтының полимер бүлеге лабораторияларында тикшеренеү эштәре алып барыу мөмкинлегенә эйә. “Юғары молекуляр ҡушылмалар химияһы” специальносы буйынса магистратура уңышлы эшләй.
 
“Химик технология” специализацияһы ла сығарылыш специализацияһы иҫәпләнә һәм химик технологиялар, гетероген катализ һәм полимер ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙең теоретик нигеҙҙәре өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Күп курс һәм диплом эштәре “Стеклонит” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тәжрибә заводы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Нефть эшкәртеү проблемалары институты лабораторияларында башҡарыла. “Хеҙмәттәшлек килешеүе” нигеҙендә студенттарҙың бер өлөшө тикшеренеү эштәрен Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Нефть химияһы һәм катализ институтында катализаторҙар әҙерләү лабораторияһында башҡара.