Аналитик химия кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
химия фәндәре докторы, профессор
Ф.Х.Ҡудашева
 
Физик һәм аналитик химия кафедраһы химия факультетында 1960 йылда ойошторолған, 1979 йылда кафедра дөйөм химия технологияһы һәм аналитик химия кафедраһы, 2003 йылда аналитик химия кафедраһы тип үҙгәртелә.
 
Хәҙерге ваҡытта кафедрала 12 уҡытыусы, шул иҫәптән 2 профессор, химия фәндәре докторҙары, 10 доцент, химия фәндәре кандидаттары эшләй.
 
Кафедраның ғилми тикшеренеүҙәре органик реагенттар менән комплекслы ҡатнашмаларҙың үҙенсәлектәрен, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте бысрата торған ҡатнашмалар, иретмәләр, биологик объекттар, аҙыҡ-түлек, матдәләрҙе анализлау методтарын эшләү менән бәйле:

1. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәт ресурстары министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығы менән берлектә тирә-яҡ мөхиттең объекттарында суперэкотоксиканттарҙы: ауыр металдарҙы һәм полиароматик ҡатнашмаларҙы анализлау эштәре алып барыла. Һыу объекттарының химик составының биотест һөҙөмтәләре менән бәйләнешен билдәләү өсөн математик моделдәр киң ҡулланыла;

2. эсер һыуҙы төрлө фирмаларҙың төрлө типтағы көнкүреш фильтрҙары менән таҙартыуҙың эффектлылығын сағыштырып өйрәнеү эштәре үткәрелә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт стандартына тейешле рекомендациялар бирелгән (был эштәр Өфө ҡала мэрияһы ҡарары менән үткәрелде);

3. ауыр металдарҙы билдәләү өсөн яңы реагенттар тәҡдим ителде, баҡыр иретмәләрҙе стандартлаштырыу буйынса СССР Дәүләт стандартының 24 танытмаһы алынған;

4. БДУ-ның органик булмаған химия кафедраһы менән берлектә (Башҡортостан Республикаһы ФА ағза-корреспонденты В.Н.Майстренко) тикшеренеүҙәр үткәрелә: тирә-яҡ мөхиттең төрлө объекттарында органик токсиканттар менән супертоксиканттарҙы вольтамперометрик билдәләү өсөн электродтар эшләү һәм модификациялау, шулай уҡ “электрон тел” тибындағы вольтамперометрик мультисенсор системалар эшләү (“Волга буйы – 2008” Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр институты гранты);

5. нефть сеймалын энәле коксҡа, изотроп һәм анизотроп түпрәгә әйләндереүҙең ғилми нигеҙҙәре, ауыр нефть ҡалдыҡтарының углерод волокноларына күсеүенең физик-химик законлыҡтары эшләнгән;

6. крекингының цеолитлы катализаторҙар рецептураһы яҡшыртылған. Туғыҙ катализаторҙың активлығын көсәйтеү технологиялары эшләнеп, промышленносҡа индерелгән;

7. “Химия һәм нефть химияһы ҡалдыҡтарын утилләштереү ысулдарын эшләү” темаһы Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының “Башҡортостан Республикаһы экономикаһының инновацион үҫеше өсөн химик технологиялар һәм яңы материалдар” (“Инновацион продукциялар эшләп сығарыуҙа энергия һәм ресурстарҙы һаҡлау технологиялары” лоты) программаһы рамкаһында алып барыла.

Мәктәп уҡыусылары араһында химия буйынса ҙур эш алып барыла. Мәғариф министрлығы менән берлектә йыл һайын республика олимпиадалары, химиктар турниры һәм Химия буйынса уҡыусыларҙың Рәсәй олимпиадаһы үткәрелә (2006-2008 йй.).
 
Кафедра уҡытыусылары аналитик химия һәм химияның башҡа бүлектәре буйынса халыҡ-ара, Рәсәй конференцияларында, симпозиумдарҙа актив ҡатнаша.
 
Кафедра аналитик химия специализацияһы буйынса студенттар менән магистранттар, шулай уҡ аспиранттар әҙерләй.
 
Кафедрала түбәндәге дөйөм дисциплиналар уҡытыла:
  • аналитик химия;
  • анализдың физик-химик методтары;
  • анализдың физик методтары;
  • хроматография.
Махсус дисциплиналар:
  • анализдың электрохимик методтары;
  • һынау өсөн өлгө һайлау һәм әҙерләү;
  • аналитик химияла айырып алыу һәм ҡушыу методтары;
  • комплекслы ҡатнашмаларҙы тикшереү;
  • хроматомасс-спектромерия;
  • өҫкө ҡатлау химияһы һәм адсорбция;
  • анализдың оптик методтары;
  • аналитик химияла һөҙөмтәләрҙе математик эшкәртеү һәм хемометрика.