Финанстар һәм һалым һалыкҙар кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Өфө ҡ., К. Маркс ур.,  3/4, 221-се каб.
Тел. (347) 229-96-07
 
Кафедра мөдире  – Исхаҡова Фәниә Сәғәҙиевна, и.ф.к., профессор, РТФА  ағза-корреспонденты.
 
Иҡтисадтың яңы шарттарҙа үҫеше республиканың финанс системаһы өсөн яңы квалификациялы кадрҙар әҙерләү ихтыяжын тыуҙырҙы. Шуға күрә 1994 йылда Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетында “Финанстар һәм һалым һалыу” кафедраһы ойошторола.
 
Кафедра “Финанстар һәм кредит” 080105.65, специальносының “Банк эше” йүнәлеше буйынса белгестәр әҙерләй. Кафедрала көндөҙгө уҡыу бүлегенән – 13, ситтән тороп 14 төркөмөнән торған 27 төркөм уҡый, уларҙың 4 төркөмө ҡыҫҡартылған уҡыу формаһында һәм 4 төркөм студенттар икенсе юғары белем ала.
 
Кафедрала 14 уҡытыусы, 11 совместитель һәм 1 лаборант эшләй.
 
Кафедраның дөйөм ғилми-тикшеренеү темаһы: “Экономик процестарҙы финанс һәм һалымдар аша көйләү”. Кафедра уҡытыусыларының фәнни тикшеренеүҙәре региондың финанс потенциалын, Башҡортостан Республикаһында финанстарҙың эффективлығын тәьмин итеү проблемаларын, финанс системаһын, банк һәм страховкалау эшмәкәрлеген анализлауға арнала.
 
Кафедра уҡытыу һәм фәнни эшкә практик белгестәрҙе актив йәлеп итә.   Кафедрала БР Милли банк рәйесе урынбаҫары М.Д.Кашапов, БР Милли банкының бүлек начальниктары Б.Ф.Хисмәтуллин, Л.В.Яҡупова, Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары буйынса БР комиссияһының тикшеренеүҙәр һәм корпоратив финанстар идаралығы начальнигы Э.Я.Каримов, БР ГКС йәшәү кимәле статистикаһы бүлеге начальнигы С.Х.Ҡадыров, “Роснефть – Уфа НИПИнефть” ЯСК әйҙәүсе белегесе Л.Д.Мазитова һ.б. эшләй.
 
Авторҙарҙың ғилми тикшеренеүҙәре монографиялар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары формаһында донъя күрҙе. Кафедра уҡытыусылары Башҡорт иҡтисади энциклопедияһына, БР Мәғариф министрлығы грифы ҡуйылған “Башҡортостан экономикаһы” дәреслегенә мәҡәләләр яҙыуҙа ҡатнашты.
 
Финанстар һәм һалым һалыу кафедраһы уҡытыусылары Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара ғилми конференцияларҙа актив ҡатнаша. 7 йыл инде кафедра йәш ғалимдар һәм студенттар өсөн халыҡ-ара статусы алған “Региондарҙың иҡтисади-хоҡуҡи нигеҙҙәренең функциялауы” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үткәрә.
 
Бынан тыш кафедра уҡытыусылары һәм студенттары муниципаль берәмектәрҙең бюджетын формалаштырыуын анализлау буйынса килешеү нигеҙендә ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. Стәрлетамаҡ районының муниципаль берәмеге администрацияһы һәм Ғафури районының муниципаль берәмеге администрацияһы менән килешеүҙәр төҙөлгән.
 
Кафедрала 10 йыл инде профессор, и.ф.к. Ф.С.Исхакова етәкселегендә йәш ғалимдар, аспиранттар һәм студенттар өсөн методологик семинар уңышлы эшләй.
 
Студенттарҙың ғилми эшмәкәрлегенең төп формалары булып уларҙың фәнни конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһауы, олимпиадаларҙа, ғилми, диплом һәм курс эштәре конкурстарында, күргәҙмәләрҙә, хужалыҡ килешеүе нигеҙендә башҡарылған эштәрҙә, йәш ғалимдар, аспиранттар һәм студенттарҙың методологик семинарҙарында ҡатнашыуы тора.