Экономикала математик методтар кафедраһы

 
Өфө ҡ., К. Маркс ур., 3/4 , 310-сы ауд.
Тел. (347) 229-96-08
Электрон почта: kaf_mme@mail.ru
 
Кафедра мөдире – и.ф.д., проф. Бахитова Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы
 
Иҡтисадта  математика методтары кафедраһының тарихы 2002 йылдан башлана. Кафедра “Иҡтисадта математика методтары” специальносы буйынса белгестәр әҙерләй. Уҡыу формаһы – көндөҙгө уҡыу. Уҡытыу дәүләт иҫәбенә һәм килешеү нигеҙендә алып барыла. Бүлекте тамамлаусыларға “экономист-математик” квалификацияһы бирелә. “Экономикала математик һәм инструменталь методтар” – 08.00.13 специальносы буйынса аспирантура эшләй.
 
Кафедраның профессор-уҡытыусылар составында 21 кеше иҫәпләнә. Кафедра уҡытыусылары түбәндәге курстарҙы алып бара: “Контракттар теорияһы”, “Оптимизация методтарында экономик теория”, “Агент-йүнәлтелгән моделләү”, “Мәғлүмәттәрҙе интеллектуаль анализлау”, “1С-ла программалау: Предприятие -8”.  Уҡытыусылар уҡытыу формаларының актив методтарын ҡуллана, тест, интернет-имтихан, эшлекле уйын, интерактив метод кеүек заманса методикалар менән файҙалана, аҙна һайын семинарҙар, йыл һайын студент конференциялары үткәрә.
 
Кафедраның ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
  • экономик-математик моделләү;
  • социаль-иҡтисади процесстарҙы системалы анализлау;
  • региональ һәм муниципаль экономика;
  • институтциональ экономика.
Күрһәтелгән йүнәлеш сиктәрендә түбәндәге методик алымдар һәм математик моделдәр эшләнгән:
  • региональ һәм муниципаль идаралыҡ һәм финанстар;
  • сәнәғәт иҡтисады, идара итеү иҫәбенең фракталь моделе;
  • иҡтисадта нейро селтәрҙәрен практик ҡулланыу;
  • страховкалау компанияларын һәм коммерция банктарын ышаныслыҡҡа баһалау;
  • юғары профессиональ белем биреү системаһында кеше капиталын формалаштырыу;
  • экономик контракттарҙы баһалау;
  • актуар математика һ.б.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кафедра иҡтисад һәм физика-математика фәндәре буйынса 8 кандидат әҙерләне.