Сит телдәр һәм юғары белемдән һуң белем алыу кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

Өфө ҡ., К. Маркс ур., 3/4 йорт, 210-211-се каб.
Тел. (347) 229-96-07
 
Кафедра мөдире – Зәйнуллина Лилиә Марат ҡыҙы, филология фәндәре докторы, профессор
 
Иҡтисад факультетының сит телдәр һәм вуздан һуң белем биреү кафедраһы 2007 йылда тәбиғәт фәндәре факультеттарының сит телдәр кафедраһы һәм гуманитар факультеттарҙың сит телдәр кафедраһы базаһында белгестәрҙе профессиональ коммуникацияның теоретик һәм практик аспекттарында әҙерләү маҡсатында ойошторола. Кафедра уҡытыусылары иҡтисад, география һәм психология факультеттарында сит телдәрҙән (инглиз, немец һәм француз) дәрестәр һәм семинарҙар үткәрә.
 
Кафедра составына 16 уҡытыусы, шул иҫәптән 1 профессор, филология фәндәре докторы, 4 филология фәндәре кандидаты, 7 өлкән уҡытыусы, стажер-тикшереүсе инә.
 
Кафедра уҡытыусылары иҡтисад специальносы студенттарын (Финанстар һәм кредит; Хеҙмәт иҡтисады; Ойоштороу менеджменты; Экономик теория; Милли экономика; Экономикала математика методтары; Эшҡыуарлыҡ хоҡуғы) профессиональ йүнәлештә уҡыта, сит телдәрҙә яҙылған курс һәм диплом эштәре менән етәкселек итә, аспиранттар һәм ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр менән фәнни-тикшеренеү эштәрен алып бара.  
 
«Инглиз телен тәрән өйрәнеү менән экономика теорияһы» специальносы студенттарына инглиз телендә түбәндәге махсус курстар уҡытыла: «АҠШ һәм Британ Берҙәмлеге илдәре экономикаһы», «Эш корреспонденцияһы», «Контракттар, түләү шарттары һәм  контракттар», «Компанияның финанс эшмәкәрлеге», «Эштә аралашыу стиле: һөйләшеүҙәр һәм презентациялар ойоштороу», «Реклама эшмәкәрлеген ойоштороу», «Институциональ экономика». 2008 йылдан «Экономика теорияһы нигеҙҙәре», «Маркетинг», «Стратегик менеджмент», «Эшҡыуарлыҡ хокуғы» тип аталған яңы курстар эшләнгән һәм уҡытыла. Йыл да 20 студент сит телдә диплом эше яҡлай. 2009 йылдан экономика факультетының 3-4 курс студенттарына Гете исемендәге институттың (Мәскәү ҡ.) уҡытыу-методик   ярҙамында “Немец телендә экономика терминологияһы” факультатив курсы уҡытыла.
 
2010 йылдан Macmillan нәшриәте вәкиллеге ярҙамында “Профессиональ инглиз теле” (“Финанстар һәм кредит” специальносы буйынса) факультатив курсы уҡытыла.
 
2008 йылдан география факультетында инглиз телендә “Экотуризм” махсус курсы өйрәнелә. Кафедрала “География” специальносы буйынса магистранттарҙы инглиз һәм немец телдәрендә әҙерләү ҙә алып барыла.
 
Кафедра уҡытыусылары гуманитар һәм иҡтисад специальностары буйынса аспиранттарҙы һәм ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәрҙе инглиз теле буйынса кандидатлыҡ минимумын тапшырыуға әҙерләй.
 
Макмиллан нәшриәте вәкиллеге ярҙамында инглиз теле буйынса Ресус үҙәге ойошторола.
 
Кафедра уҡытыусылары йыл да үҙҙәренең квалификацияларын Макмиллан нәшриәте (инглиз теле) семинарҙарында күтәрә, Вупперталь ҡалаһы университеты ойошторған герман-рәсәй уҡыу-методик мәктәбе (немец теле) эшендә ҡатнаша. 2008 йылдан Н.Г.Чернышевский исемендәге Саратов дәүләт университеты менән вуз-ара хеҙмәттәшлек итеү килешеүе сиктәрендә сит телдәрҙе уҡытыуҙа инновацион методтар курсын үтәләр. Кафедраның барлыҡ уҡытыусылары ла Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша.
 
Кафедра уҡытыусыларының төп ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенең йүнәлештәре профессиональ коммуникация проблемалары, лингвокультурология һәм когнитив лингвистика өлкәһендәге тикшеренеүҙәр менән бәйле.