БДУ бөгөн

Башҡорт дәүләт университеты Башҡортостан Республикаһында иң оло уҡыу йорто иҫәпләнә. Уның нигеҙҙәре 1909 йылға барып тоташа, был йылда Башҡортостанда беренсе юғары уҡыу йорто – Өфө Уҡытыусылар институты асыла. Ул 1919 йылда Халыҡ мәғарифы институты итеп үҙгәртелә, ә 1929 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына әйләндерелә. 1957 йылдан алып был юғары уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты статусын йөрөтә. Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты – Башҡортостан Республикаһының иң эре мәғариф, фән һәм мәҙәниәт үҙәге.
Башҡорт дәүләт университетының бөгөнгө образын һандар менән генә лә биреп була. Әлеге мәлдә БДУ составына 15 факультет, 3 филиал инә. Филиалдар Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан. Студенттар һаны 27 меңдән ашыу. Уҡытыу, фән һәм тәрбиә эштәрен ике меңгә яҡын педагогик хеҙмәткәр башҡара, уларҙың араһында 310 фән докторы һәм 960 фән кандидаты бар. Уҡытыу 150-нән ашыу специальность һәм йүнәлеш буйынса алып барыла, бында юғары белемдең икенсе баҫҡысы – магистратура ла инә. Башҡорт дәүләт университетында 145 кафедра, 100-ҙән ашыу уҡыу һәм ғилми лаборатория эшләй, ғилми китапхана фондында 1,5 миллион дана китап иҫәпләнә. Ә иң мөһиме – эшләй башлағандан алып 100 йыл эсендә Башҡорт дәүләт университеты 113 меңдән ашыу белгес әҙерләгән.
Һуңғы йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты юғары белем алғандан һуң да уҡыу буйынса ҙур ғилми үҙәккә әйләнде. Бында 56 специальность буйынса аспирантура һәм 8 специальность буйынса докторантура уңышлы эшләп килә. Унда йыл һайын 500-ҙән ашыу аспирант һәм докторант уҡый, был Башҡортостан буйынса аспирант, докторанттар һанының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. 23 специальность буйынса диссертациялар яҡлау һәм ғилми дәрәжәләр биреү буйынса 10 докторлыҡ һәм 3 кандидатлыҡ яҡлау советы асылған.
Юғары уҡыу йорто мәғариф һәм фән өлкәһендә халыҡ-ара интеграцион эшмәкәрлектә әүҙем эшләй. АҠШ, Гермагия, Төркиә, Франция, Италия, Египет, Венгрия, Япония, Ҡытай университеттары менән, шулай уҡ ғәрәп һәм фарсы телдәре уҡытыусылары әҙерләү буйынса Иран менән Египеттың Мәскәүҙәге илселектәре менән 30-ҙан ашыу хеҙмәттәшлек итеү килешеүҙәре төҙөлгән. Был килешеүҙәр нигеҙендә хәҙерге ваҡытта сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында БДУ-ның 88 студенты менән аспиранты уҡый.
Башҡорт дәүләт университеты төрлө өлкәлә – фән, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт булһынмы – һәр саҡ таланттары менән дан тотто. Был традиция ваҡыт үтеү менән нығый ғына бара. Студенттар менән уҡытыусыларҙың һәр быуыны юғары уҡыу йорто тормошона үҙ өлөшөн индерә, даими рәүештә яңы исемдәр ҡалҡып сыға, университеттың тарихы йылдан-йыл байығандан-байый бара. Шулай булырға тейеш тә, сөнки һәр студент, һәр уҡытыусы өсөн Башҡорт дәүләт университеты – уларҙың тормоштарының әһәмиәтле өлөштәренең береһе.
2009 йылда Башҡорт дәүләт университеты үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне, бөгөн ныҡлы динамикалы үҫешкән мәғариф учреждениеһы иҫәпләнә һәм Юғары белем модернизацияһы программаһын тормошҡа ашырыу, Башҡортостан Республикаһына, шулай уҡ бөтә илгә юғары квалификациялы белгестәрҙе сифатлы әҙерләү өсөн бөтә мөмкинлектәргә эйә.
Башҡорт дәүләт университеты бынан һуң да бик күп юбилейҙар билдәләр, ә иң мөһиме – бөтә өлкәлә лә кәрәк булған белгестәр әҙерләү эшен дауам итер тип ышанырға бөтә нигеҙҙәр бар.