Зоология музейы

            Ғилми-уҡытыу музейы
 
Зоология музейы классик университеттарҙың мөһим ғилми-уҡытыу подразделениеларының береһе. Дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, БДУ-ның зоология музейы “Биология”, “Экология”, “География” специальностары буйынса практик дәрестәр, уҡыу-производство практикаһы үткәреү, курс һәм диплом проекттары яҙыу, студенттарҙың һәм аспиранттарҙың ғилми-тикшеренеү эштәрен башҡарыу өсөн тәғәйенләнә. Зоология музейында планетаның, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың хайуандар донъяһы, зоогеография, экология дисциплиналары, хайуандарҙың анатомияһы һ.б. өйрәнеү буйынса дәрестәр үткәрелә. Хайуандарҙың эксперименталь этологияһы һәм реабилитацияһы лабораторияһында студенттар производство практикаһы үтә, препараттар әҙерләргә, хайуандарға беренсе ветеринар ярҙам күрһәтергә өйрәнә, фезеринг һәм этологияны өйрәнә. Уҡытыу һәм ғилми эштәрҙән тыш, зоомузей тыуған тәбиғәткә һаҡ мөнәсәбәт, Ерҙең биологик төрлөлөгөн һаҡлау яуаплылығы аша мөһим тәрбиәүи функция ла башҡара.
Хәҙерге ваҡытта музей республика юғары уҡыу йорттары студенттары менән хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, мәктәп уҡыусылары һәм халыҡтың башҡа ҡатламдары өсөн дә фәнни һәм уҡытыу-методика базаһы ла. Йыл һайын бында 5500 самаһы кеше килә. Музейҙың экспозициялар майҙаны – 220 кв.м. Әле музейҙың экспозиция бүлегендә һәм фондтарында бөтә континенттарҙан һәм океандарҙан тиерлек хайуандар донъяһынан 10 меңдән ашыу экспонат ҡуйылған. Экспозицияларҙың бер өлөшө республика кимәлендәге биш, халыҡ-ара бер күргәҙмәлә ҡуйылды. Музейҙың экспозицияһы һәм фонды йылдан-йыл тулылана, бының өсөн йыл һайын республика территорияһында экспедициялар ойошторола, һуңғы 10 йылда уларҙың һаны 200-ҙән ашып киткән. Ҡоштарҙың миграция юлдарын асыҡлау маҡсатында экспедициялар ваҡытында ҡоштарҙы балдаҡлау үткәрелә. Балдаҡлау һөҙәмтәләре мәғлүмәттәре Мәскәүгә “Балдаҡлау үҙәгенә” ебәрелә.
Ғилми-ағартыу һәм тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегендәге күп төрлө ҡаҙаныштары өсөн БДУ-ның зоология музейы 1972 йылда Бөтә Рәсәй музейҙар смотры ойоштороу комитетының икенсе дәрәжәле дипломы менән бүләкләнде.
Хәҙерге ваҡытта музей фезеринг буйынса уҡытыу алып барылған Рәсәйҙәге өс ойошманың береһе. Ә виарий бик һирәк осрай торған, юғалып барған ҡоштарҙың генофонды һаҡланған республикала берҙән-бер урын. Тиҫтәләгән шундай ҡош реабилитацияланған һәм иреккә сығарып ебәрелгән. Улар иҫәбендә, мәҫәлән, һирәк осрай торған аҡ торна (стерх) бар.
 
Музейҙың хеҙмәткәрҙәре актив ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара – төрлө кимәлдәге ғилми конференцияларҙа ҡатнаша, һуңғы ун йылда ғына 240-тан ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырылған. 2 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған, бер кандидатлыҡ һәм бер докторлыҡ эше әҙерләнә. БДБ илдәренән (Белоруссия, Литва, Эстония) һәм алыҫ сит илдәрҙән (Австрия, Бөйөк Британия, Германия, Канада, Польша) коллегалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған.
Музейҙың хеҙмәткәрҙәре республиканың хайуандар донъяһы тураһында 10 фильм төшөрҙө, шуларҙың 3-һе “Ҡотҡарырға һәм һаҡларға” (“Спасти и сохранить”) халыҡ-ара кинофестиваленең лауреаттары булды (2006), өс фильм 2002, 2004 һәм 2007 йылдарҙа республика конкурстарында беренсе урындарҙы яуланы, бер фильм 2009 йылда “Фән – йәмғиәткә” (“Наука – обществу”) бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урынға сыҡты. Башҡортостан ҡоштарының тауыштары яҙылған дискылар сығарылды. Ҡоштарҙы видео менән таныу эштәре бара. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм студенттар менән республиканың һәм яҡын региондарҙың орнитофаунаһын өйрәнеү эштәре үткәрелә.
БДУ-ның зоология музейы хеҙмәткәрҙәре инициативаһы менән шундай ойошмалар булдырылды:
- башҡорт республика орнитология йәмғиәте (официаль сайты – www.broo.bashkiria.ru);
- Рәсәйҙең Ҡоштарҙы һаҡлау союзының Башҡортостан бүлексәһе;
- Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе.
 
Музейҙың тарихы
Башҡорт дәүләт университетының ғилми-уҡытыу музейы университеттың тиңдәше тиерлек – зоология музейы булараҡ, ул БДУ ойошторолғандың икенсе йылында асыла.
Коллекцияларға Геннадий Гилярович Штехер (1919 йылдан алып 1961 йылға тиклем эшләй) нигеҙ һала. Төрлө йәнлек, хайуандар экземплярҙарының күпселеген ул үҙ аҡсаһына һатып алған. Унан һуң музейҙы Василий Михайлович Гуров етәкләй, ул был вазифала ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй. Уның етәкселегендә күргәҙмә шкафтары һатып алына, диорамалар булдырыла, музейҙың штаты арттырыла (лаборант һәм уҡытыу мастеры вазифалары өҫтәлә), экспозицияларҙы, таратыу материалдарын арттырыу маҡсатында (шул иҫәптән зоология кафедраһы өсөн дә) экспедициялар ойошторола, ғилми эшмәкәрлек алып барыла.
 
Музейҙың тәүге таксидермисы – Владимир Георгиевич Ершов, ул 1958-1967 йылдарҙа эшләй. Валерий Александрович Шумилов, Ғәлим Хәлим улы Вәлиуллин, А.В. Карташовтар ҙа үҙҙәре тураһында тик яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙылар.
 
1991 йылда музейҙың директоры итеп Виктор Алексеевич Валуев эшкә алына. Быға тиклем ул ун йыл музейҙың таксидермисы булып эшләй. Бер йылдан ул был эшенән китә, 2000 йылда музейға кире ҡайта. 2002 йылда музейға 100 кв.м майҙанлы виварий тапшырыла, зоология, экология, кеше менән хайуандарҙың физиологияһы кафедралары студенттарының производство практикаһын үткәреү өсөн шарттар, республика фаунаһын өйрәнеү өсөн ғилми база булдырыу мөмкинлеге тыуа.
 
Ошо уҡ йылда официаль булмаған рәүештә музейҙың “Хайуандарҙың эксперименталь этологияһы һәм реабилитацияһы лабораторияһы” ғилми-уҡытыу бүлеге булдырыла. Лабораторияла Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына һәм Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡоштар аҫрала (3 король бөркөтө, аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө, курганник һ.б.), уларҙың ҡайһы берҙәре, һауыҡтырылып, иреккә сығарып ебәрелә. Бында шулай уҡ хайуандарҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуҙары өйрәнелә, урындағы үҫемлектәрҙән алынған экстракттарҙың ҡоштарҙың организмдарына йоғонтоһо күҙәтелә, ҡош ҡанаттарының ҡауырһындар менән ҡапланышы, һау ҡоштарҙың, шулай уҡ ҡазаланған ҡоштарҙың төләү динамикаһы өйрәнелә; фәндә һәм музей эшендә яңы йүнәлеш – фезеринг, ҡоштарҙы ҡауырһындары буйынса таныу өсөн ҡош ҡауырһындарын туплау һәм уларҙы компьютерға индереү, үҫешә. Бында 200 мең ҡауырһындан һәм 127 ҡош төрҙәренән торған, Рәсәйҙә иң эреләрҙең береһе булған коллекция тупланған; хайуандарҙы ярыу, улар нигеҙендә аҙыҡ составын тикшереү, эске органдарҙың морфометрик күрһәткестәрен алыу эштәре алып барыла. Был күрһәткестәр махсус асылған “Ҡоштарҙың морфометрик параметрҙарын регистрациялау журналы”на теркәлә бара. Лаборатория виварий территорияһында урынлашҡан.
 
Музей хеҙмәткәрҙәре бик күп ҡоштарҙың ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалған. Ер йөҙөндә бер нисә йөҙ генә тороп ҡалған аҡ торнаны ҡотҡарыу тураһында айырым әйтергә кәрәк. Уның өсөн музей хеҙмәткәрҙәре Евразияның Торналар буйынса эшсе төркөмөнөң “Торналарҙың бик һирәк төрө – СТЕРХТЫ ҡотҡарыуҙа ярҙамы өсөн” Грамотаһына лайыҡ булды.
 
Музейҙың ғилми эшмәкәрлеге йүнәлештәре
 
Ғилми эшмәкәрлек:
1. Ғилми әҙәбиәт сығарыу.
2. Башҡортостан фаунаһының төрҙәрен билдәләү.
3. Башҡортостан Республикаһы хайуандар донъяһының иҫәбен көйләү буйынса рекомендациялар әҙерләү.
4. Популяциялар мониторингы.
5. Төрҙәрҙең таралыш структураһын өйрәнеү.
6. Хайуандар экологияһына антропоген факторҙарҙың йоғонтоһо.
7. Республиканың хайуандар донъяһы буйынса видео һәм аудиоҡулланмалар эшләү.
8. Ҡоштарҙың осоу юлын һәм тауыш сигналдарын сканерлау аппараты эшләү.
9. Ҡоштарҙың ҡауырһындарын ультратауышлы сканерлау (УЗСп) һәм ҡоштарҙың төрөн билдәләү программаһын төҙөү.
10. Ҡоштарҙың иҫәбен автоматик рәүештә билдәләү һәм уның программа менән тәьмин ителеше.
11. Эре йыртҡыс ҡоштарҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуын һәм уларҙың миграция юлдарын тикшереү буйынса ғилми проект.
12. Ҡауырһындары буйынса ҡоштарҙы электрон билдәләү.
 
Белем биреү эшмәкәрлеге:
1. Орнитологик тикшеренеүҙәр һәм мәғлүмәттәрҙе республиканың конкрет региондары өсөн интерпретациялау буйынса ғилми-методик документация эшләнә (шул иҫәптән ГИС-технологияһы нигеҙендә).
2. Орнитологтарҙы дистанцион уҡытыуҙар үткәрелә һәм мәктәп-семинарҙар ойошторола.
3. Республиканың хайуандар донъяһы буйынса ярҙамсы материал, шул иҫәптән видеоҡулланмалар сығарыла.
4. Яланға сығып, ҡоштарҙың төрҙәре билдәләнә, уларҙың төп билдәләре өйрәнелә.
5. Ҡоштарҙы ҡауырһындарына ҡарап таныу буйынса эш алып барыла.
6. Башҡортостандың мәктәп уҡытыусылары, йәш натуралистар станциялары һәм башҡа өҫтәмә белем биреү учреждениелары араһында орнитология буйынса квалификация күтәреү курстары үткәрелә.
7. “Башҡортостандың тәбиғәте һәм кешеләре” телевизион тапшырыуҙар циклын булдырыу буйынса эш алып барыла.
8. “Башҡортостандың һирәк ҡоштары” фильмы төшөрөлә.
 
 
Музей экспозицияһының төп разделдары:
 
- иң ябайҙар тибы;
- күп күҙәнәкле, болот һымаҡтар тибы;
- ҡыуыш эсәклеләр тибы;
- яҫы селәүсендәр тибы;
- йоморо селәүсендәр тибы;
- немертиндар тибы;
- балдаҡлы селәүсендәр тибы;
- мүккә оҡшаштар тибы;
- моллюскылар тибы;
- быуынтыҡ аяҡлылар тибы;
- шырт тирелеләр тибы (энә тирелеләр);
- умыртҡалылар тибы.
Бынан тыш, экспозицияла шыйыҡ препараттарҙа кешеләрҙең һәм хайуандарҙың ғәриплектәре; палеонтологик материал, медальондар, мөгөҙҙәр, ҡош оялары һәм йомортҡалары, шулай уҡ башҡа материал ҡуйылған.
 
Музей фондының ҡыҫҡаса исемлеге
 
ҒИЛМИ-УҠЫТЫУ МУЗЕЙЫНДАҒЫ ЭКСПОНАТТАРҘЫҢ ҺАНЫ (2010 йылдың 1 авгусына)
 
Экспозицион материал (13876).
 
Иң ябайҙар тибы
5
Күп күҙәнәкле болот һымаҡтар тибы
9
Ҡыуыш эсәклеләр тибы
82
Гидроидтар класы
3
Сцифоид медузалар класы
5
Коралл полиптар класы
74
Яҫы селәүсендәр тибы
11
Йоморо селәүсендәр тибы
6
Немертиндар
1
Балдаҡлы селәүсендәр тибы
9
Мүккә оҡшаштар тибы
3
Моллюскылар
1210
Ҡорһаҡ аяҡлылар класы
897
Ҡуш япҡыслылар класы
308
Баш аяҡлылар класы
5
Быуынтыҡ аяҡлылар тибы
2778
Ҡыҫала һымаҡтар класы
35
Үрмәксе һымаҡтар класы
7
Күп аяҡлылар класы
3
Бөжәктәр класы
2733
Шырт тирелеләр (энә тирелеләр) тибы
114
Диңгеҙ йондоҙҙары класы
53
Офигуралар класы
1
Диңгеҙ лилиәләре класы
1
Диңгеҙ терпеләре класы
57
Голотуриялар класы
2
Умыртҡалылар тибы
800
Асцидиялар класы
3
Ланцетниктар класы
2
Түңәрәк ауыҙлылар класы
3
Кимерсәкле балыҡтар класы
6
Һөйәкле балыҡтар класы
102
Ер-һыу хайуандары класы
20
Һөйрәлеүселәр класы
44
Ҡоштар класы
491
 
 
Пингвиндар отряды
3
Сыпҡай өйрәк һымаҡтар отряды
19
Көпшә моронлолар отряды
1
Ишкәк тәпәйлеләр отряды
3
Ҡауҙы һымаҡтар отряды
10
Фламинго һымаҡтар отряды
1
Ҡаҙ һымаҡтар отряды
69
Ыласын һымаҡтар отряды
31
Тауыҡ һымаҡтар отряды
32
Торна һымаҡтар отряды
11
Көйөлдө һымаҡтар отряды
82
Күгәрсен һымаҡтар отряды
10
Кәкүк һымаҡтар отряды
3
Өкө һымаҡтар отряды
15
Төн күгәрсене һымаҡтар отряды
2
Яр ҡарлуғасы һымаҡтар отряды
3
Күк ҡарға һымаҡтар отряды
8
Тумыртҡа һымаҡтар отряды
19
Попугайҙар отряды
4
Турғай һымаҡтар отряды
165
 
 
Һөтимәрҙәр класы
129
Бөжәк ашаусылар отряды
7
Ҡулҡанатлылар отряды
6
Кимереүселәр отряды
26
Ҡуян һымаҡтар отряды
7
Йыртҡыстар отряды
51
Ҡуш тояҡлылар отряды
18
Ишкәк тәпәйлеләр отряды
2
Приматтар отряды
10
Кешенең һәм хайуандарҙың ғәриплектәре (яралғылары)
6
Палеонтологик материал
38
Медальондар
2
Төрлө хайуандарҙың мөгөҙҙәре
12
Ҡош йомортҡалары
105
Ҡош оялары
16
Таш иңкештәрҙең оялары
2
Эре һағыҙаҡ оялары
2
Һағыҙаҡ оялары
1
 
 
Фонд материалдары
 
 
 
Ҡош түшкәләре
116
Ҡош оялары
23
Ҡош йомортҡалары
8
Коралл полиптар
күп
Бөжәктәр
10 мең самаһы
Ҡанаттар коллекциялары
200 мең самаһы