БДУ тариhынын музейы

            Адресы: 450074, Башҡортостан Республикаһы,

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32, төп корпус

Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына бәйле саралар планына ярашлы, музей асыу эшен ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә булдырып булмай. Ул, үҙ аллы структур подразделение булараҡ, уҡыу йортоноң тарихына, үткәндәр менән бөгөнгөнөң, хатта киләсәктең осрашҡан урынына әйләнһен өсөн күп көс һалырға кәрәк. Бындай музей ваҡыт үтеү менән университетыбыҙҙың тарихын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү, уҡытыу-методик һәм мәҙәни-ағартыу үҙәге булырға тейеш. Музейҙың маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ тарихы булған уҡыу йортоноң бай ғилми, мәҙәни традициялары тураһындағы материалдарҙы һаҡлау, асыҡлау, йыйыу, өйрәнеү һәм баҫтырып сығарыу. Музейҙың бындай эшмәкәрлеге юғары квалификациялы һәм юғары культуралы белгестәр әҙерләүгә, уҡыу, ғилми-ағартыу алымдарын һәм формаларын камиллаштырыу, студенттарҙа патриотик рух тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк.

“Башҡортостанда юғары белем биреүҙең формалашыуы” тип аталған беренсе экспозицияла Башҡорт дәүләт университеты тарихының тәүге этаптарын сағылдырған 4 нигеҙ документтың күсермәләре ҡуйылған. 1909 йылдың урталарында асылған Өфө уҡытыусылар институты 1919 йылда Өфө халыҡ мәғарифы институты, 1929 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институты тип үҙгәртелә. 1957 йылда был уҡыу йорто базаһында Башҡорт дәүләт университеты асыла.

 Икенсе экспозиция “Өфө уҡытыусылар институты (1909-1919)” тип атала. Ул 1906 йылдан башлап Өфөлә “урта уҡыу заведениелары өсөн уҡытыусылар әҙерләй алырлыҡ һәм университеттарға тиң булырҙай юғары типтағы уҡыу заведениеһы” асырға ынтылыштар булыуы тураһында һөйләй. Әммә ул заманда Өфөлә 1909 йылдың 1 июлендә тик Уҡытыусылар институты асыу мөмкинлеге генә була. Уның беренсе директоры итеп статский советник А.Н.Лисовский ҡуйыла. 10 йыл эшләү дәүерендә Өфө уҡытыусылар институты 160-ҡа яҡын уҡытыусы әҙерләй, уларҙың һигеҙе генә “Мөхәммәт динендәге кешеләр” була.

 Өсөнсө “Өфө халыҡ мәғарифы институты (1919-1929)” экспозицияһында түбәндәге документтарҙың күсермәләре менән танышырға мөмкин: Өфө аҡ ғәскәрҙәрҙән тулыһынса таҙартылғас, емереклек һәм аслыҡ шарттарында Уҡытыусылар институтынан ҡалған базала Халыҡ мәғарифы институты ойоштора алалар. Уның тәүге Идаралыҡ советы рәйесе В.П.Краснов була. Унан һуң эшләүсе Ф.И.Третьяков (1923), З.Н.Ниғмәтуллин (1926), Ш.Х.Сүнчәләй (1927) Башҡорт Республикаһында үҙҙәренең берҙән-бер уҡыу йортон һаҡлап ҡалырға һәм Совет Башҡортостанының 10 йыллығына уны ысын мәғәнәһендә педагогик юғары уҡыу йортона әйләндерергә тырышалар.

 Дүртенсе, әлеге мәлдә иң ҙур экспозиция, “Башҡорт дәүләт педагогия институты (1929-1957)” тип атала. Уҡыу йортоноң 30 йылға яҡын тарихын үҙ эсенә алған осор хаҡында 9 стенд һөйләй:

“БДПИ-ның ойошторолоуы”

“БДПИ-ның үҫеше”

“БДПИ һуғыштан алдағы йылдарҙа”

“БДПИ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында”

“БДПИ-ны тамамлаусылар – Советтар Союзы Геройҙары”

“БДПИ һуғыштан һуңғы йылдарҙа”

“БДПИ-ны тамамлаусылар – Социалистик хеҙмәт Геройҙары”

 “Башҡорт дәүләт университеты асылыу”

 Стенд материалдарынан тыш, музейҙың махсус эшләнгән быяла витриналарында һирәк китаптар, фоторәсемдәр, документтар, кубоктар һәм башҡа экспонаттар ҡуйылған. БДУ-ның беренсе ректоры Ш.Х.Чанбарисовтың ейәненән музейға уның яҙыу өҫтәле, яҙыу приборҙары, өҫтәл лампаһы һәм күн портфеле тапшырылды.

 Ике витринала БДУ-ны 1969 йылда тамамлаған Социалистик хеҙмәт Геройы Л.Ш.Камалова музейға бүләк иткән документтар ҡуйылған.” Башҡорт дәүләт университеты, уның асылыуы, үҫеше һәм бөгөнгөһө” тип аталған алтынсы экспозиция эшләнә башланы. Планлаштырылыуынса, ул 3 бүлектән торасаҡ, һәр бүлек ректорҙар Ш.Х.Чанбарисов (1957-1981), Р.Н.Ғимаев (1981-1999), М.Х.Харрасов (1999-2010) етәкселек иткән йылдарҙы үҙ эсенә аласаҡ.

 Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына бәйле саралар үткәргән саҡта Музей асыу эше киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән Башҡортостан телевидениеһында киң яҡтыртылғайны. Был музей фондының яңы мөһим экспонаттар менән тулыланыуына булышлыҡ итте.

 2010 йылдың ғинуарында музей фондына тапшырылған өс экспонат хаҡында ғына әйтеп китәбеҙ.

 М.А.Ғафуров, билдәле яҙыусы һәм тәржемәсе, РСФСР-ҙың (1982) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар “Ленинец” (1967 йылдан – мөхәррир) һәм “Советская Башкирия” (1972-1983 йй. – мөхәррир урынбаҫары) газеталарында эшләүсе, 1954 йылдың яҙында Сталин урамында (хәҙерге Коммунистик урам) БДПИ бинаһының алдында төшөрөлгән фотоһүрәт бүләк итте. Ул ваҡытта беҙҙең республиканан СССР Юғары Советына депутатлыҡҡа кандидат булған яҙыусы һәм публицист Константин Симонов БДПИ-ның әҙәби түңәрәге ағзалары менән осрашҡан.

Фотола тел һәм әҙәбиәт факультетының аҙаҡҡы курсы студенты М.Ғафуровтың эргәһендә курсташы А.П.Филиппов, хәҙер Башҡортостандың Халыҡ шағиры, баҫып тора. Уларҙың икеһе лә уҡыу йортон 1955 йылда тамамлаған. Музейға ике яҙыусы ла үҙҙәренең китаптарын, юбилейҙарына БР Яҙыусылар союзы сығарған буклеттарҙы бүләк иттеләр.

Яҙыусылар союзының тағы бер ағзаһы С.Н.Шәрипов уҡыу йортон 1974 йылда тамамлаған, оҙаҡ йылдар “Китап” башҡорт нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы етәксеһе, хәҙерге ваҡытта “Ағиҙел” әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының проза бүлеге мөхәррире, музейға Зөбәй Үтәғолов тураһында фотодокументтарҙың күсермәләрен тапшырҙы. З.Үтәғолов БДПИ-ның тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлаған, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы (1943) исеме бирелә.

З.Т.Үтәғолов менән тағы биш Советтар Союзы Геройҙары М.Н.Абдуллин, Ж.Ғ.Синәғәтуллин, С.А.Михляев, Ғ.Б.Ғиләзетдинов, Д.С.Сергеевтарҙың, шулай уҡ өс Дан ордены кавалеры Х.Х.Абдрахмановтың награда ҡағыҙҙарының күсермәләре музей экспонаттары араһында хаҡлы урындарын тапҡан.

 Пенсионер А.Е.Васильева Өфө уҡытыусылар институтын 1914 йылда тамамлаған туғаны Н.П.Керенцевтың документтарын музейға тапшырҙы: уның “Хеҙмәт кенәгәһе”, 1913-1919 йылдарҙа төшөрөлгән алты фотоһүрәт (төп нөсхәләре!), “Урта мәктәп уҡытыусыһы званиеһына аттестат”. Был аттестат РСФСР-ҙың Наркомпросы тарафынан 1936 йылдың 10 апрелендәге “СССР Үҙәк башҡарма комитетының Уҡытыусылар өсөн шәхси званиелар индереү тураһындағы ҡарары”на ярашлы бирелгән. Фотоһүрәттәрҙең икәүһендә Өфө уҡытыусылар институтының беренсе директоры статский советник А.Н.Лисовский бар: ә ошоға тиклем уның ике генә фотоһүрәте билдәле була. Улар ике йыл элек кенә табылып, музейҙың 2-се экспозицияһына ҡуйылған. А.Е.Васильева тапшырған фотоларҙың ҡиммәте тағы ла шунда: 2-се экспозицияла ҡуйылған быға тиклемге фотоларҙа булған уҡытыусыларҙың исем-шәрифтәрен асыҡлау мөмкин булды.