Физика һәм наноматериалдар технологияһы кафедраһы

Өфө ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди ур., 32,
физика-математика корпусы, 303 ауд.
 
Кафедра етәксеһе – Мөлөков Радик Рафиҡ улы, физика-математика фәндәре докторы
 
И.о.каф. етәксеһе – ф.-м.ф.д., Ю.М. Йомағужин
 
Кафедра 2008 йылда физика факультеты нигеҙендә РФА Сверхпластик металдар проблемалары институты менән берлектә ойошторолған. Бөгөнгө көндә кафедрала 5,75 штат берәмеге бар, күпселеген профессорҙар тәшкил итә. Студенттар “Наноиндустриялар физикаһы” специализацияһы буйынса 3, 4, 5 курстарҙа уҡый һәм “Конденсация торошо физикаһы” программаһы буйынса магистратураның 4 курсын тамамлап, бакалавр дипломы алғас ике йыл дауамында уҡыйҙар. Институттың ғилми оборудованиеларын ҡулланып, РФА ИПСМ алдынғы белгестәре бер нисә махсус курс уҡыта.
 
Кафедра “Кристаллик материалдар физикаһы һәм технологияһы” ведомство-ара ғилми-мәғариф үҙәгенең структур бүлеге булып килә. Был үҙәк профессорҙар һәм уҡытыусылар составы, БашДУ-ның уҡытыу-ярҙам итеү һәм ғилми-инженерҙар персоналына РФА ИПСМ ғилми хеҙмәткәрҙәре һәм инженерҙары потенциалдарын ҡушып, шулай уҡ уларҙың материаль-техник һәм финанс ресурстарын бергә уҙғарыласаҡ фундаменталь , эҙләнеү һәм прикладлы ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә уҙғарылған конструктор эштәренә, физика һәм материалдар технологияһына, шул иҫәптән наноструктур технологиялар менән бәйле өҫтөнлөк итә килгән йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләү һәм инновацион эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек итеү нигеҙендә төҙөлә.
 
“Наноструктуралар физикаһы” специализацияһы һәм магистратура дәрестәре “Физика” бүлеге сиктәрендә студенттар математика һәм физиканы төплө уҡыуҙан тыш, ҡаты есемдәр физикаһын, физик материаловедение, кристалл төҙөлөшө дефекттары физикаһы, материалдарҙың ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһы, наноберәмектәр һәм наноматериалдар физикаһын, наноматериалдар алыу методтары, наноматериалдарҙы һәм наноструктураларҙы өйрәнеү приборҙары һәм методтары (электрон һәм атом көсө микроскопияһы, ренген төҙөлөшө анализы, һ.б.), наноструктуралар һәм нанотехнологиялар процессын математик моделләү методтарын төплө өйрәнһендәр өсөн махсус система рәүешендә төҙөлгөн. Был шарттар кафедраның сығарылыш студенттарына төрлө эш урындарына урынлаша алыу мөмкинселеге бирә: БашДУ аспирантураһына уҡырға инеү, РФА ӨФҮ алдынғы ғилми ойошмаларында, металл эшкәртеү, машиналар төҙөү предприятиеларында эшләү, урта белем биреү, урта махсус белем биреү, юғары белем биреү йорттарында уҡытыу. Тыуған ил индустрияһы стратегик тармаҡтары, мәҫәлән, аэрокосмик, машина төҙөү, энергетик промышленностар, квалификациялы физиктар һәм материаловед кадрҙарына ихтыяж көсө үҫәсәк һәм наноматериал, нанотехнологиялар ҡулланыу артасаҡ.
 
Кафедраның ғилми-тикшеренеү эше түбәндәге төп йүнәлештәр буйынса алып барыла:
  1. Күләмле наноструктур материалдарҙың үҙенсәлеге һәм төҙөлөшөн өйрәнеү, уны алыу методтарын табыу.
  2. Аморф иретмәләр һәм форма һаҡлаған иретмәләрҙе тикшереү.
  3. Авиацияла перспективалы итеп ҡулланыу өсөн титан аллюминиды нигеҙендә яңы интерметаллид иретмәләр етештереү.
  4. Мөһим металл конструкциялар етештереү өсөн сверхпластик штамповка, формовка һәм диффузион сварка методтарын һәм технологияларын табыу.
  5. Линияһыҙ күренештәр һәм материалдарҙың деффектлы структуралары теорияһы һәм моделдәре төҙөү, шул иҫәптән наноструктур.
  6. Күләмле наноматериалдарҙың электрон үҙенсәлектәрен өйрәнеү.
Кафедрала уҙғарылған фундаменталь һәм прикладлы өйрәнеү эштәре туған ил индустрияһының электрон, аэрокосмик промышленность, ядро энергетикаһы, транспорт һәм башҡа юҫыҡтағы технологик тармаҡтарында ҡулланыуға йүнәлтелгән.