Ғәмәли физика кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Өфө ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди ур., 32, физика-математика корпусы, к. 207
Тел/факс: (347)229-96-43
 
Кафедра етәксеһе – Ковалева Лиана Арон ҡыҙы, техник фәндәр докторы, профессор.
 
Кафедра тарихы 1961 йылда БашНИПИнефть директоры, т.ф.д., профессор Г.А. Бабалян етәкселегендә дөйөм физика кафедраһы составында “Нефть ҡатламы физикаһы” специализацияһы асылғас башлана. 1973 йылда т.ф.д., профессор Г.А. Халиҡов етәкселегендә теоретик механика һәм гидромеханика кафедраһы асыла. Был кафедра физика факультеты студенттарын геофизика һәм нефть ҡатламдары физикаһын өйрәнеү йүнәлештәре буйынса әҙерләй башлай. Ә 1979 йылда нефть ҡатламдары физикаһы специализацияһы нигеҙендә “Физик гидродинамика” спецализацияһы ойошторола. 1998 йылда “Физика һәм нефть-газ ҡатламдары гидродинамикаһы” специализацияһы менән прикладлы физика кафедраһы асыла (етәкселәре: 1998-2002 й. – ф.-м.ф.д., профессор Ф.Л. Саяхов, 2002 йылдан – т.ф.д., профессор, РТФА тулы хоҡуҡлы ағзаһы Л.А. Ковалева).
 
Кафедра барлыҡҡа килгәндән алып уны тамамлаусылар һәм хеҙмәткәрҙәре илленән ашыу кандидатлыҡ, ун алты докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Был кафедрала БР ФА ағза-корреспонденты, РТФА тулы хоҡуҡлы ағзалары, профессорҙар Ф.Л. Саяхов һәм Г.А. Халиҡов, профессорҙар В.Ш. Шәғипов һәм И.Ш. Әхәтов (әлеңге мәлдә АҠШ университеты профессоры), профессор, физика факультеты деканы З.Ф.Кәримов, И.А. Фәхретдинов (әлеңге мәлдә ф.-м.ф.д., профессор, БДПУ кафедрһы етәксеһе), К.М. Федоров (әлеңге мәлдә ф.-м.ф.д., проф., ТюмДУ кафедралары етәксеһе), ф.-м.ф.д., М.А. Фатыхов (әлеңге мәлдә БДПУ профессоры) һ.б. эшләп китә.
 
Кафедра студенттары нефть-газ компаниялары ғилми-тикшеренеү институттарына, фәндәр академияһы системаһына һәм производство предприятиеларына ешкә ебәрелә.
 
Прикладная физика кафедраһында йыл да курс һәм диплом эштәре, шулай уҡ сит телдәрҙә (инглиз һәм немец теле) магистрлыҡ диссертацияһы яҡлау практикаһы киң йәйелдерелгән.
 
Кафедраны тамамлаусылар араһында күренекле кешеләр ҙә аҙ түгел:
  • И.Л. Хәбибуллин, доцент, БашДУ ПФ кафедраһы профессоры, РТФА ағза-корреспонденты, фән һәм техника өлкәһендәге РФ дәүләт премияһы лауреаты;
  • М.Х. Солтанов, т.ф.д., профессор, ИПТЕР директоры урынбаҫары;
  • С.Г. Сафин, т.ф.д., Архангель дәүләт университеты профессоры, РТФА ағза-корреспонденты, РФ тулы хоҡуҡлы 2 класс дәүләт советнигы;
  • В.П. Дыбленко, т.ф.к., ЯСЙ “Ойл-инжиниринг” ген. директоры, фән һәм техника өлкәһендәге РФ дәүләт премияһы лауреаты;
  • А.Г. Ҡотошев, ф-м.ф.д., РТФА тулы хоҡуҡлы ағза-корреспонденты;
  • Г.Т.Булгакова, ф-м.ф.д., ӨДАТУ профессоры;
  • С.Г. Ғилмийәрова, д.п.н., М. Аҡмулла ис. БДПУ профессоры;
  • И.А. Фәхретдинова, ф-м.ф.д., М.Аҡмулла ис. БДПУ профессоры, дөйөм физика кафедраһы етәксеһе;
  • А.Ю. Ғәлимов, ф-м.ф.к., философия фәндәре докторы, АҠШ;
  • Л.Б. Хазина (Нәбиуллина), т.ф.д., Альметьевск дәүләт нефть институты, нефть һәм газ скважиналары быраулау кафедраһы етәксеһе һ.б.