Статистик радиофизика һәм бәйләнеш кафедраһы

450074, Өфө ҡалаһы, Әхмәтзәки Вөлиди ур., 32, физика-математика корпусы, 413 каб.
Тел. (347)229-96-37
Кафедраның официаль сайты: www.rfs-bsu.narod.ru
 
Кафедра етәксеһе – Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы, физика-математика фәндәре докторы, профессор.
 
Статистик радиофизика һәм бәйләнеш кафедраһы юғары профессиональ белем биреү Дәүләт мәғарифы стандарттарына ярашлы “Физика һәм оптик техника бәйләнеше” һөнәре буйынса белгестәр әҙерләү өсөн төп кафедра булып тора. Дипломлы белгес “Телекоммуникация” специализацияһы буйынса әҙерләнә, инженер квалификацияһы бирелә.
 
Физика һәм оптик бәйләнеш техникаһы РФ Дөйөм электр бәйләнеш селтәре каналдары һәм тракттары, локаль бәйләнеш селтәре һәм технологик процесстар менән идара итеү системалары аша мәғлүмәт биреү, алыу һәм эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән оптик бәйләнеш ҡорамалдары һәм системалары эшен һәм төҙөүҙе тәьмин итеүгә йүнәлдерелгән тикшеренеүҙәр һәм эшкәртеүҙәрҙе үҙ эсенә алған фәнни-техник өлкә.
 
“Физика һәм оптик бәйләнеш техникаһы” һөнәре буйынса төплө белем алған һәм махсус әҙерлек үткән инженер киләһе тармаҡтарҙа уңышлы эш башлай ала: ойоштороу һәм идара итеү, производство-технологик, ғилми-тикшеренеү һәм проектлау.
 
Студенттарҙы беренсе курсҡа алыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формалары буйынса башҡарыла. Урта махсус белем нигеҙендә ситтән тороп уҡыусыларға белем алыу ваҡыты ҡыҫҡартыла. 
 
2001 йылда көндөҙ уҡыусыларҙың, ә 2002 йылда ситтән тороп уҡыусыларҙың беренсе сығарылышы була. Дәүләт аттестацион комиссияһы председателе сифатында Мәскәү Бәйләнеш һәм информатика техник университеты күп каналлы электросвязь факультеты деканы т.ф.д., профессор В.Н. Гордиенко саҡырыла.
 

2010-2011 уҡыу йылында был тармаҡ буйынса көндөҙгө бүлектә уҡыусылар һәм ситтән тороп уҡыусылар һаны 400-ҙән ашыу кешегә еткән.