Теоретик физика кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди ур., 32, физика-математика корпусы
Тел. (347)273-63-23
 
Кафедра мөдире – профессор, математика фәндәре докторы
Шәмсетдинов Миңлеәхәт Әсғәт улы.
 
Теоретик физика кафедраһы 1957 йылда ойошторола. 1961 йылда ул теоретик һәм эксперименталь физика кафедраһына үҙгәртелә. 1973 йылда теоретик физика кафедраһы исеме яңынан ҡайтарыла. 1966 йылдан кафедрала аспирантура, 1999 йылдан “ Конденсациялы торош физикаһы” йүнәлеше буйынса магистратура, 2001 йылдан докторантура эшләп килә. 1964-2008 йылдарҙа кафедраны 450 ашыу студент тамамлаған, шуларҙың һәр өсөнсөһөндә ғилми дәрәжә, ә һәр унынсыһы – фәндәр докторы.
 
Ғилми тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре
 
Кафедра конденсациялы торош физикаһы,магнитлы күренештәр физикаһы, теоретик һәм математик физика, тотош мөхиттәрҙең электр механикаһы өлкәләрендә фундаменталь ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә.
 
Ғилми тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре:
  • ферро- һәм антиферромагнетиктарҙа ҙур масштаблы төрлөлөктәрҙең структураһы һәм динамикаһы;
  • спин-переориентацион фазалы күсеүҙәр;
  • магнон һәм фонон ҡуҙғыу спектры;
  • һыҙыҡһыҙ магнит, һығылмалы магнит һәм магнит электрик тирбәлеүҙәр һәм тулҡындар , уларҙың авторезонанс ҡуҙғыуы;
  • молекуляр системаларҙың һыҙыҡһыҙ динамикаһы.
Уҡытыу эшенең төп йүнәлеше
 
Кафедра студенттарҙы ике специализация буйынса әҙерләй: теоретик физика һәм физикала компьютерлы методтар.
 
Специализация программалары теоретик физика, конденсациялы торош физикаһы, магнитлы күренештәр физикаһы өлкәләрендә тикшеренүҙәр үткәргәндә аналитик һәм һанау методтарын ҡулланыуҙа белемде арттырыуға йүнәлгән.
 
Кафедра физика факультетында түбәндәге дөйөм курстарҙы уҡытыуҙы булдыра:
  • тотош мөхиттәрҙең механикаһы һәм механика нигеҙҙәре;
  • электродинамика;
  • квант теорияһы;
  • термодинамика, статистик физика һәм физик кинетика;
  • конденсациялы торош физикаһы;
  • астрофизика;
  • биофизика;
  • фундаменталь бәйләнештәр физикаһы;
  • физика тарихы.
Базалы спецкурсҡа инә:
 
   - Теория өлкәһендә
  • микромагнетизм һәм магнетизмдың квант теорияһы;
  • ҡаты есемдәрҙең квант теорияһы;
  • конденсациялы мөхиттәрҙә һыҙыҡһыҙ тирбәлеүҙәр һәм тулҡындар;
   - Һанап сығарыу физикаһы өлкәһендә
  • конденсациялы торош физикаһында һанау методары;
  • теоретик физиканың компьютерлы методтары;
  • параллель һәм бүленгән һанауҙар.
Кафедра юғары уҡыу йорттарында, ғилми-тикшеренеү институттарында, хәҙерге заман информацион технологияларын ҡулланыу менән бәйләнгән өлкәләрҙә, мәғариф өлкәһендә эшләү өсөн белгестәр әҙерләй.