Физик электроника һәм нанофизика кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

450074, Өфө ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди ур., 32, физика-математика корпусы, каб. 304.
Тел. (347)229-96-47, факс (347)273-65-74
 
Кафедра етәксеһе – Бәхтизин Рәүеф Заһит улы, физика-математика фәндәре докторы, профессор
 
Кафедра 1980 йылда булдырылған, 010801-се һөнәр – “Радиофизика һәм электроника” буйынса белгестәр әҙерләй. Улар түбәндә күрһәтелгән төр ойошмаларҙа үҙ белемдәрен ҡуллана ала:
 
   1. бәйләнеш системаһы, автоматлаштырылған идара итеү, үлсәү һәм контролдә тотоу системалары ҡорамалдары етештереү, ҡулланыу һәм ремонтлау менән бәйле предприятиеларҙа;
 
   2. материаловедение, наеотехнологиялар, радиофизика, радиотехника һәм микроэлектрониканың төрлө өлкәләрендә өйрәнеүсе ғилми-тикшеренеү институттарында;
 
   3. микропроцессор һәм компьютер системаларын эшкәртеү, төҙөү һәм ҡулланыу менән бәйле ойошмаларҙа;
 
   4. сигналдарҙы цифрлы эшкәртеү, үлсәү һәм идара итеүҙе автоматлаштырыу сараларын булдырыу һәм ҡулланыу менән бәйле ойошмаларҙа.
 
Кафедраның ғилми йүнәлештәре:
  • нанофизика һәм нанотехнологиялар; сканерлаусы зондлы микроскопия;
  • оптик һәм зондлы микроскопияла һүрәттәрҙе цифрлы эшкәртеү; сигналдарҙы цифрлы эшкәртеү;
  • статистик радиофизика;
  • ҡаты есемдәр өҫтөн өйрәнеүҙең аналитик методтары;
  • информацион-үлсәү техникаһы; функциональ ЦАП и АЦП;
  • саң плазмаһында бер тәртиптәге кристаллик структуралар барлыҡҡа килеүе.
Магистратура, аспирантура, докторантураның төп ғилми йүнәлештәре 010801 “Радиофизика һәм электроника” һәм ВАК 01.04.04. “Физик электроника” һөнәрҙәренә тап килә.
 
Кафедра рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге партнерҙары менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Рәсәй учреждениелары араһынан түбәндәге уҡыу йорттары хеҙмәттәшлек итә: НТ-МТД (г. Зеленоград-Москва), РФА Дөйөм физика институты (г. Москва), РФА А.И. Иоффе ис. ФТИ (г. Санкт-Петербург), РФА Радиотехника һәм электроника институты (г. Москва-Саратов), М.В. Ломоносов ис. Мәскәү дәүләт университеты, РФА Микроструктуралар физикаһы институты (г. Нижний Новгород), Н.И. Лобачевский ис. Нижегород дәүләт университеты, Н.Г. Чернышевский ис. Саратов дәүләт университеты, ИАПУ ДвО РАН (г. Владивосток), РФА ӨФҮ Биохимия һәм генетика институты (г. Уфа), ФДУП “ФЕП ”Исток” (г. Фрязино, Московская область).
 
Кафедраның сит илдәрҙәге партнерҙары араһына инеүселәр: Institute for Materials Research Tohoku University, Institute for Solid State Physics, The University of Tokyo, Kyoto University International Innovational Center (Япония); University of Wisconsin-Madison, Arizona State University, The Pennsylvania State University(АҠШ); Nano Systems Institute – National Core Research (NSI-NCRS) of Seoul National University (Көньяҡ Корея); State Key Laboratory for Surface Physics, Institute of Physics, Chinese Academy of Sciences, Institute of Physics, Academia Sinica, Taipei? Taiwan (Ҡытай).