Математика һәм информацион технологиялар факультеты тураhында

Декан:
физика һәм математика фәндәре докторы, профессор
Фәзуллин Зиһанур Йосоп улы

 

Математика һәм мэғлүмәт технологиялар факультеты – Башҡорт дәүләт университетының факультеттары араһында иң эреләренең береһе. Факультет 1972 йылда физика һәм математика факультеттарының бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта бында яҡынса 80 уҡытыусы эшләй. Шулар араһында 74-нең ғилми дәрәжә һәм исеме бар, 21 уҡытыусы фән докторы, уҡытыусылар М.А. Илһамов, В.В. Напалков Рәсәй Фәндәре академияһы ағзалары. Математика факультетының күп кенә уҡытыусылары БР, РФ-ның атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Математика факультеты математика һәм физика факультеты корпусының айырым этаженда урынлашҡан. Факультет эстәлегенә 14 уҡыу аудиторияһы, 5 компьютер залы, кафедра һәм деканат кабинеттары, икенсе этажда уҡыу залы инә. Факультеттағы барлыҡ компьютерҙар бер-береһе менән локаль селтәр һәм сервер аша БДУ-ның локаль селтәре менән бәйләнгән, шулай уҡ Интернет селтәренә лә тоташҡан.
Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн факультетта аспирантура һәм докторантура ла бар. Кандидат һәм доктор ғилми дәрәжәләрен биреү буйынса Ғилми Совет эшләй.
Факультет кафедралары:
  • математика анализы кафедраһы;
  • юғары алгебра һәм геометрия кафедраһы;
  • функция теорияһы һәм функция анализы кафедраһы;
  • дифференциаль тигеҙләмә кафедраһы;
  • иҫәпләү математикаһы кафедраһы;
  • мәғлүмәт технологиялары кафедраһы;
  • математик моделирование кафедраһы;
  • программирование һәм иҡтисад информатикаһы кафедраһы;
  • тотош мөхит механикаһы кафедраһы.
 
Һөнәрҙәр һәм уҡыу ваҡыты
Математика факультеты тулы уҡыу циклын булдырған: студенттар бакалавриат, дипломлы белгес, магистратура, аспирантура һәм докторантурала уҡый ала. Классик университеттың, айырыуса математика факультетының, белем биреү принциптарының береһе – һәр белгестең буласаҡ эшмәкәрлегенең күп вариантлы булыуы.
Математика факультеты биш йыл уҡыу дәүерендә түбәндәге һөнәрҙәр буйынса дипломлы белгестәр әҙерләй:
010100 - «Математика», «математик» квалификацияһы тапшырыла;
010500 – «Ғәмәли математика һәм информатика», «Математик. Системалы программист» квалификация тапшырыла.
Икенсе курстан һуң студент туғыҙ кафедраларҙың береһен һайлай. Бынан башҡа, өҫтәлмә курстар өйрәнеп, һәр бер студенттың шәхси план буйынса үҫешеү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ факультетта бакалавр(дүрт йыл уҡыу) һәм магистрҙарҙы(ике йыл уҡыу) “Математика” һәм “Ғәмәли математика һәм информатика” йүнәлештәре буйынса әҙерләйҙәр, аҙаҡ уларға ошо йүнәлештәр буйынса бакалавр(магистр) дәрәжәһе бирелә.
Факультет магистрҙарҙы ике программа буйынса әҙерләй: “Ябай дифференциаль тигеҙләмә” һәм “Математика моделированиеһы”.
Магистратураға уҡыуҙа, ғилми эштә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкән бакалаврҙарҙы алалар. Уҡыу ваҡытында магистр һайланған прграмма буйынса нигеҙле, махсус әҙерлек белем ала. Математика факультетында биш йыллыҡ программа буйынса белем алған белгестәр һәм магистрҙар, теләктәре булһа, уҡыуын аспирантура һәм докторантурала камиллаштырыуын дауам итә.
 
Ғилми-тикшеренеү эштәренең төп йүнәлеше
Йыш үткәрелеп торған ғилми тикшеренеүҙәр математика фәненең һәм физика, биология, иҡтисад, нефть эшкәртеү, экология фәндәренең мәсьәләләренә ҡағыла. Факультет ғалимдары эксперименттар үткәреү, мәғарифты үҙгәртеп ҡороу, айырым алғанда, Берҙәм дәүләт имтиханы индереү һорауҙарында әүҙем ҡатнашалар.
Факультет ғалимдары Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, АҠШ, Германия, Франция, Канадалағы үҙҙәренең коллегалары менән тығыҙ бәйләнеш тоталар.
Факультетта дүрт һөнәр буйынса аспирантура эшләп килә: 01.01.01.- математика анализы; 01.01.02. – дифференциаль тигеҙләмәләр; 01.01.07. -   иҫәпләү математикаһы; 05.13.18. – математика моделированиеһы, һанау методы һәм комплекслы программа. Факультеттың сығарылыш студенттары түбәндәге һөнәр буйынса аспирантураға уҡырға инә: 08.00.13. – иҡтисадтың математик һәм инструменталь медоттары(иҡтисад факультеты) йәки 01.02.05. – шыйыҡса, газ һәм плазма механикаһы(физика факультеты).
Студенттар ғилми-тикшеренеү эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтә һәм Рәсәй, региондар кимәлендә, уҡыу йорттары араһында уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнаша. Йыл һайын факультетта студенттар, аспиранттар, йәш ғалимдар араһында региональ ғилми-практик конференция үтә. Шулай уҡ ике тапҡыр халыҡ-ара конференцияһы ла уҙғарылған. Уны үткәреүҙә Рәсәйҙең нигеҙле тикшеренеүҙәр фонды һәм Маҡсатлы федераль программалар гранттары ярҙам күрһәтә.
 
Сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу
Математика факультеты ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге өсөн математик метод һәм компьютер технологиялары; тәбиғәт фәне, техника, иҡтисад, идара итеүҙең мәсьәләләрен сисеү буйынса һөҙөмтәле методтар әҙерләү; ғилми, тикшеренеү, проект-конструктор, эксплуатация-идара эшмәкәрлеген программа-мәғлүмәт менән тәьмин итеү; математика дисциплиналар циклын уҡытыу (банк, предприятие, учреждение, офистар) өлкәләрендә белгестәр әҙерләй.

Факультет Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Математика һәм механика институты, РФА-ның нефтехимия һәм катализ институты, “Салаватнефтеоргсинтез” ойошмаһы менән килешеү төҙөгән. Сығарылыш студенттары сәнәғәт предприятиеларында ла эшләйҙәр. Ҡайһы бер студенттар сит илдәрҙә (АҠШ, Канада, Франция, Великобритания, Германия, Италия һ.б.) уңышлы эшләп килә.

 

Һөнәрҙәр һәм йүнәлештәр

Йүнәлеш һәм һөнәрҙәр исемлеге
Уҡыу формаһы (ситтән тороп уҡыу, көндөҙгө бүлек)   
Бюджет/килешеү төҙөү нигеҙендә 
Уҡырға инеү имтихандары
Квалификация, эшмәкәрлек йүнәлеше
010501– “Ғәмәли математика һәм информатика”
Көндөҙгө бүлек
Бюджет/килешеү төҙөү  
Математика(БДИ), рус теле(БДИ), информатика һәм мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар(БДИ)
“Математик. Системалы программист” квалификацияһы
010101– “Математика”
Көндөҙгө бүлек
Бюджет/килешеү төҙөү  
Математика(БДИ), рус теле(БДИ), информатика һәм мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар(БДИ)
“Математик” квалификацияһы
010500– “Ғәмәли математика һәм информатика”
Көндөҙгө бүлек
Бюджет/ килешеү төҙөү  
Математика(БДИ), рус теле(БДИ), информатика һәм мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар(БДИ)
“Ғәмәли математика һәм информатика магистры” дәрәжәһе
010100– “Математика”
Көндөҙгө бүлек
Бюджет/килешеү төҙөү  
Математика(БДИ), рус теле(БДИ), информатика һәм мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар(БДИ)
“Математика магистры” дәрәжәһе