Математик моделләү кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:
физика-математика фәндәре докторы, профессор, БР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре
Спивак Семен Израилович
 
Математик моделләү кафедраһы Башҡорт дәүләт университетының математика факультетында 1977 йылда барлыҡҡа килгән. Кафедраның тәүге мөдире – техник фәндәр докторы, профессор С. Ю. Рудерман. (әлеге көндә - Өфө дәүләт авиация техник университетының иҫәп-хисап математикаһы һәм кибернетика кафедраһы профессоры). 1986 йылдан кафедраны физика-математика фәндәре докторы, профессор, БР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре С. И. Спивак етәкләй.
 
Кафедра эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
  • математик моделләү һәм ҡушма химик процестарҙың оптимизациялау
  • финанс һәм актуар математика
  • ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында математик моделләү
  • медицина страховкалау мәсьәләләрен моделләү
  • осраҡлы процестарҙы моделләү
  • иҡтисадтағы финанс статистика һәм математик алымдар.
Fилми һәм тәжрибә эшмәкәрлегендә кафедра Рәсәй һәм Башҡортостан фәндәр академияһы Институттары, химик, нефть һәм химик, нефть эшкәртеү йүнәлештәре менән, республиканың финанс структуралары бәйле. Кафедрала Рәсәй актуар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе булдырылған. Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы нефтехимия һәм катализ институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге иҫәп-хисап үҙәгенең механика итституты менән берлектә математик химия лабораторияһы эшләп килә. Кафедра хеҙмәткәрҙәре Рәсәй һәм халыҡ-ара ғилми программаларҙа әүҙем ҡатнаша, Великобритания хакимиәт Актуарияһы, Лондон Актуарийҙар институты, Великобритания һәм АҠШ университеттарыныœ актуарий бүлектәре, Германия федератив республикаһы, Израиль, Төркиә һ.б. илдәр университеттары менән тығыҙ ғилми бәйләнештәр һәм дуҫлыҡ ептәре булдырылған.
 
Кафедра хеҙмәткәрҙәре юғары кимәлдәге төрлө халыҡ-ара һәм Рәсәй ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
 
Fилми эш әүҙем ойошторолған. Кафедра хеҙмәткәрҙәренең эҙләнеүҙәре һәм асыштары Рәсәй үҙәк һәм халыҡ-ара журналдарҙа даими баҫыла. Аспирантура һәм докторантура эшләй. Һуңғы ун йыл эсендә генә кафедрала 4 докторлыҡ һәм 26 кандидатлыҡ диссертациялары әҙерләнгән. Кафедра эргәһендә ғәмәли математика һәм математик моделләү буйынса ҡала семинары, финанс математика буйынса ғилми семинар әүҙем эшләп килә.