Белем алыу

100 йыллыҡ тарихлы Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй уҡыу йорттары араһында иң яҡшыларҙың береһе иҫәпләнә. Бай тарихи үткәне, хәҙерге киң фәнни эшмәкәрлеге, актив үҫеше һәм новаторлығы уҡыу йортона белем биреү һәм фәндең иң алдынғы позицияларында булырға мөмкинлек бирә. Башҡорт дәүләт университеты барлығы 115 меңдән ашыу белгес әҙерләгән.
 
Хәҙерге ваҡытта университетта Рәсәйҙең 17 регионынан һәм 8 илдән 27 меңдән ашыу студент уҡый. Уҡытыу, фән һәм тәрбиә эштәрен 1736 ғилми-педагогик хеҙмәткәр башҡара, уларҙың араһында 288 фән докторы һәм 891 фән кандидаты бар. 42 фән докторы ғилми академияларҙың мөхбир ағзалары һәм ағза-корреспонденттары булып һайланған. 60-тан ашыу профессор Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре тигән маҡтаулы исем йөрөтә.
 
Һуңғы йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты юғары белем алғандан һуң да уҡыу буйынса ҙур ғилми үҙәккә әйләнде. Бында 56 специальность буйынса аспирантура һәм 8 специальность буйынса докторантура уңышлы эшләп килә. Унда 541 аспирант һәм докторант уҡый, был Башҡортостан буйынса аспирант, докторанттар һанының өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
 
Башҡорт дәүләт университетында өҫтәмә профессиональ белем биреү буйынса 14 программа тормошҡа ашырыла.