Композицион материалдар лабораторияһы

 Лабораторияның эшмәкәрлек йүнәлештәре:
 
- кабель сәнәғәте һәм башҡа сәнәғәт өлкәләрендә яңы полимер материалдар етештереүҙе индереү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре;
- яңы полимер компаундтарға квалификацион һынауҙар үткәреү, уларҙы практикала ҡулланыу буйынса рекомендациялар биреү һәм һығымталар яһау;
- полимер материалдарҙы өйрәнеү проблемалары буйынса информациялар, консультациялар биреү.
 
Беҙҙең партнерҙарыбыҙ: «АМЕРиКо» (Өфө), «НПК Полимер-Компаунд» (Томск), «Кабель технологиялары» ғилми-тикшеренеү үҙәге, ВНИИКП, «Ruscable.ru» информация порталы һәм «Кабель-NEWs» журналы (Мәскәү), «Роснефть-УфаНИПИнефть», акад. С.В.Лебедев ис. ВНИИСК (С.-Петербург), кабель предприятиелары – «Уфимкабель», «Росскат», «Сибкабель», «Камский кабель» һ.б.
 
Лабораторияның инновациялары һәм эшкәртмәләре:
 
1. Полипропилен нигеҙендә яңы электр изоляциялы полимер материалдары (БДУ менән «Кабель технологиялары» ғилми-тикшеренеү үҙәге» ЯАЙ (Мәскәү), «НПК Полимер-Компаунд» (Томск) берлегендә башҡарылған инновацион проект).
ТЭП ПП-305КМ маркалы олефинлы термоэластопласт. Уның нигеҙендә 660 ÷ 4000 В менән яңы маркалы бер нисә төр сымдар һәм кабелдәр конструкциялары эшләнде (ППСТВМ, ППСТВМ-1 һәм КПСТВМ). Олефинлы термоэластопластың традицион резина изоляциянан өҫтөнлөгө шунда:
- киңәйтелгән температура диапазоны, һөҙөмтәлә был сымдарҙың ҡулланыу ваҡыты 15 йылдан 20 йылға тиклем арта;
- полимер изоляцияның еңел булыуы һәм баҡыр юлағының киҫелеше ҡыҫҡарыуы иҫәбенә кабелдең ауырлығы, габариты кәмей;
- ике стадиялы процестың (резинаны вальцовкалау һәм вулканизациялау) бер стадия – экструзия менән генә алмашыныуы иҫәбенә кабель етештереүҙең технологик процесы 2-4 тапҡырға кәмей.
Рәсәй тимер юлдарының Локомотив хужалығы департаменты ҡарары менән сымдарҙың һәм кабелдәрҙең яңы маркалары тимер юл составтары, ҡала электр транспорты һәм метрополитен вагондарындағы резина изоляциялы иҫке маркаларҙы алмаштырыу тәҡдим ителде.
Томскиҙың «Сибкабель» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте был продукцияны күпләп сығара башланы. Әлеге көндә ҡулланыусыларға яңы маркалы 70000 км самаһы сым һәм кабель оҙатылған.
02015-302К-М маркалы блоксополимер кабель композицияһы нефть тейәү электр насостарында ҡулланыла. 2001 йылда “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” Программа-конкурсында Лауреат Дипломына лайыҡ булды. Был продукция Рәсәйҙә йылына 4000 т сығарыла.
БДУ-ның приоритеты уйлап сығарылған продукцияға алынған патенттар менән раҫланған: № 2156003, 10.09.2000 й. һәм № 2166217, 27.04.2001 й.
 
2. Нефть тейәү электр кабелдәренең тышҡы һаҡлағыс ҡабы өсөн полимер компаунд (БДУ менән Өфөнөң “АМЕРиКо” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте берлегендә башҡарылған инновацион проект).
«Тамерлен»® маркалы термопластиклы винил эластомер (ТПВЭ) нефть сығарыуҙа ҡулланыла торған электр кабелдәренең тышҡы һаҡлағыс ҡабын эшләү өсөн тәғәйенләнә. «Роснефть-УфаНИПИнефть» компанияһында беҙҙең ил менән сит ил полимер компаундтарын сағыштырып үткәрелгән һынауҙарҙа был материал нефть эшендә иң сыҙамы булыуын күрһәтте. “АМЕРиКо” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында был продукцияны эшләү технологияһы индерелгән, 60 тонна ТПВЭ етештерелеп, нефть кабелдәре эшләү өсөн Һамар ҡалаһының «Росскат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тапшырылған.
500 км нефть тейәү электр кабелдәре Көнбайыш Себергә «ТНК-ВР» һәм и «Роснефть» подразделениеларына оҙатылған.
Был продукцияның өҫтөнлөгө һәм перспективалары:
- кабель продукцияһын етештереүҙә юғары технологияға эйә булыу, йәғни бер стадияла эшкәртеү;
- ТПВЭ-ның хаҡы сит ил материалдарына ҡарағанда яҡынса 30-40 процентҡа кәмерәк;
- нефтте 3000 м тәрәнлектән сығарырға мөмкинлек бирә.
 
3. Янмай торған электр изоляциялы полимер материалдар (БДУ менән “Өфөкабель” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «НПК Полимер-Компаунд» (Томск) берлегендә башҡарылған инновацион проект).
Үҙенән-үҙе һүнә торған “ТЭП-ЗС-27” маркалы олефинлы термоэластопласт 2006 йылда “Өфөкабель” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә яңы маркалы монтаж (интерфейс) сымдары һәм кабелдәре етештереүҙә квалификацион һынауҙар үтте һәм күпләп етештереүгә тәҡдим ителде. “ТЭП-ЗС-27” маркалы парлап ишелгән монтаж кабелдәренең төрлө модификациялары (МКПсВнг, МКПсЭВнг, МКПсЭИВнг, МКПсКВнг, МКПсЭКВнг, МКПсЭИКВнг – 400 Гц тиклем йышлыҡта алмашынып тора торған номиналь көсө 500 В һәм даими көсө 750 В, юлағының номиналь киҫелеше 0,35 – 1,5 мм2, юлаҡ парҙарының һаны 1-ҙән 14-кә тиклем) РФның №49345 Патенты менән теркәлгән һәм “Өфөкабель” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә сериялы етештереүгә индерелгән.
2007-2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының нефть-химия комплексы предприятиеларына (“Өфөнефтехим” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “УНПЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Салауатнефтеоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте) 35 млн һумдан ашыу хаҡҡа 500 км кабель һатылған. 
ТЭП-ПВХ-нг – янмай торған һәм нефть һәм нефть продукттары кеүек агрессив мөхиткә сыҙам яңы компаунд, хәҙерге ваҡытта “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн сығарылған сымдар менән кабель конструкцияларында янғынға ҡаршы квалификацион һынауҙар үтә.
 
4. Вагон аккумуляторҙарының корпустары өсөн полипропилен композиция (БДУ менән «Кабель технологиялары» ғилми-тикшеренеү үҙәге» ЯАЙ (Мәскәү), «НПК Полимер-Компаунд» (Томск) берлегендә башҡарылған инновацион проект).
2006-2008 йылдарҙа ПП-УПТ маркалы, бәрелеү-һуғылыуҙарға сыҙамлы һәм яныуға бирешмәй торған термопластик полипропилен компаунд эшләп сығарылған һәм етештереүгә индерелгән. Ул баҫым аҫтында ҡойоу юлы менән аккумуляторҙарҙың һәм башҡа техник изделиеларҙың корпустарын эшләү өсөн тәғәйенләнгән.
Материал технологик һәм эксплуатацион һынауҙарҙы үтеп, «Кузбассэлемент» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә КМ-300П маркалы һелтеле аккумуляторҙарҙың батареяларын сығарғанда етештереүгә тәҡдим ителгән. Улар “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә пассажир вагондарында энергия сығанағы булараҡ ҡулланыла.
БДУ-ның приоритеты файҙалы моделгә алынған патент менән раҫланған – №71034, 20.02.2008 й.