Китапхана

 Официаль сайтыwww.bashlib.ru


БДУ китапханаһыреспубликаның иң өлкән китапханаларының береһе. Уның тарихы 1909 йылда Өфөлә Уҡытыусылар институтында ойошторолған китапханаға барып тоташа. 1920 йылда Уҡытыусылар институты халыҡ мәғарифы практик институтына күсерелә. Ошо институт базаһында 1929 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола. 30-сы йылдарҙа уҡ республиканың юғары уҡыу йорттары араһында фондына 135000 берәмек индергән иң ҙур китапхана булып һанала.
 
Бөгөн китапханала:
 
- 7 уҡыу залы,уларҙың араһында Электрон мәғлүмәткә инеү залы
- 7 абонемент
- документтарҙы комплектлау бүлеге
- документтарҙы ғилми һәм техник эшкәртеү бүлеге
- китапхана-ара абонемент
- хеҙмәтләндереү бүлеге
- библиографик- белешмә бүлеге
- китаптарҙы һаҡлау бүлеге
- һирәк һәм ҡулъяҙма китаптар бүлеге
- автоматизация бүлеге
- фәнни – методик бүлек бар.
 
Китапхана фонды университеттың төрлө йүнәлештәге эшмәкәрлеге буйынса ғилми, уҡыу, художестволы әҙәбиәт менән байытылған. Бөгөнгө көндә Китапхана фонды 1,4 млн том тәшкил итә, Китапхана штатына 95 хеҙмәткәр инә.
1995 йылдан Китапхана үҙенең эшмәкәрлегенә яңы мәғлүмәти технологиялар индерә башлай.
Электрон китапхананы ойоштороу башланғысы булып сайт һанала.
Бөгөн:
- китаптар таратыу, документтарҙы фәнни эшкәртеү, теркәү процесстары автоматизацияланған;
- электрон каталог күләме 592568 яҙма тәшкил итә;
- алыҫлаштырылған режимдағы сервис селтәре камиллаштырыла;
- уҡыусыларға Рәсәй һәм халыҡ- ара мәғлүмәттәр ресурстарын ҡулланыу мөмкинлеге бирелә;
- Электрон уҡыу залы эшмәкәрлеге яйға һалынған- БДУ локаль селтәрендә генә түгел, ә алыҫлаштырылған өйҙәге компьютерҙарҙа ҡуллана алырлыҡ уҡыу һәм фәнни материалдарҙың тулы текстлы электрон китапханаһы.