Хоҡуҡ институты тураһында

Хоҡуҡ институтының директоры:
юридик фәндәр докторы, профессор
Макаренко Илона Анатольевна
 
Хоҡуҡ институты ике специальность буйынса белгестәр әҙерләй: «Юриспруденция» (021100 (030501)) һәм «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» (350200 (030701)).
 
Түбәндәге юридик специализациялар бар: дәүләт хоҡуғы; енәйәт хоҡуғы; граждандар хоҡуғы; халыҡ-ара хоҡуҡ. Был специализациялар эсендә белгестәр түбәндәге йүнәлештәрҙә әҙерләнә: финанс хоҡуғы, иҡтисад хоҡуғы, ауыл хужалығы хоҡуғы, тәфтишсе, прокурор, судья, тышҡы иҡтисад, экология хоҡуғы.
 
Белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләү Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Юстиция министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы, РФ Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкәләтлеге, Башҡортостан Республикаһы Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлыҡтары менән төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә алып барыла.
 
Студенттарҙы фәнгә ылыҡтырыу эше менән Хоҡуҡ институтының Йәш тикшеренеүселәр ғилми ойошмаһы (НОМИ ИП) һәм Башҡортостан ЕLSА ойошмаһы шөғөлләнә. Был ойошмалар менән бергә студенттар йыл һайын студенттарҙың, аспиранттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың ”Хоҡуҡ системаһы һәм яңы саҡырыуҙар” халыҡ-ара ғилми конференцияһын ойоштора. Конференцияның ғилми материалдары йыйынтығы баҫтырыла. Институтта студенттарҙың 11 ғилми түңәрәге эшләй.
 
Граждандар процесы кафедраһы “Әҙ тәьмин ителеүселәргә юридик ярҙам клиникаһы” йәмәғәтселек ойошмаһының эшен етәкләй. Был ойошма Башҡортостан Республикаһы Юстиция министрлығы тарафынан 1999 йылдың 14 ғинуарында рәсми рәүештә теркәлгән. Клиниканың етәксеһе – граждандар процесы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Р.А.Шагапова.
 
Хоҡуҡ институтында “Правовое государство” журналының редакцияһы урынлашҡан. Уның редакторы – профессор-консультант, юридик фәндәр докторы Раянов Фәнис Мансур улы. “Правовое государство” журналы рецензиялана торған (РФ Юғары аттестация комиссияһы тарафынан раҫланған) ғилми журналдар һәм баҫмалар исемлегенә индерелгән. Был журналда юридик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүселәр диссертацияларының төп положениеларын, мәҡәләләрен баҫтыра ала.
 
Институттың төп ғилми-тикшеренеү эштәренең йүнәлештәре:
  • Енәйәттәргә хөкөм сығарғанда дөйөм кешелек ҡиммәттәрен яҡлау проблемалары
  • Бәлиғ булмағандар енәйәттәренә ҡаршы көрәш проблемалары
  • Ауыл хужалығы хоҡуғы
Хәҙерге ваҡытта йәш белгестәрҙе мәжбүри йүнәлтмәләр буйынса эшкә тәғәйенләү юҡ. Әммә университеттың ректораты сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыуҙарын даими күҙәтеп тора. Был йәһәттән Институттың дирекцияһы, кафедралары министрлыҡтар, ведомстволар, эре предприятиеларҙың етәкселәре менән берлектә буласаҡ белгестәрҙе эшкә урынлаштырыуҙы алдан уҡ ҡайғырта башлай. Бындай эш үҙенең яҡшы һөҙөмтәләрен дә күрһәтә: йыл һайын Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлаған дипломлы белгестәрҙең 98,9 проценты эшкә урынлаша. Был хәл шуның менән дә аңлатыла: Башҡортостан Республикаһында юридик белем талап ителгән вазифаларға эшкә алғанда министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар дәүләт мәғариф учреждениелары дипломы алыусыларға өҫтөнлөк бирә. Әҙерләнгән белгестәрҙең сифатын, белемдәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары, учреждениеларҙың, ойошмаларҙың, предприятиеларҙың юридик подразделениелары һәр саҡ юғары баһалайҙар.
 
Судьяларҙың, прокуратура хеҙмәткәрҙәренең 80 процентынан күберәге, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығында юғары офицер составының күп өлөшө беҙҙең институтты тамамлаусылар булыуы республика өсөн кадрҙар әҙерләүҙә Хоҡуҡ институтының роле бик абруйлы икәне тураһында һөйләй.
 
Сығарылыш студенттарының төп өлөшө хоҡуҡ һаҡлау органдарына, дәүләт власы һәм идаралығы органдарына, предприятиеларҙың, ойошмаларҙың һәм учреждениеларҙың юридик бүлектәренә урынлашыуы институтты тамамлаусыларҙың һәр ҡайҙа кәрәклеген иҫбатлай.
 
Хоҡуҡ институты тарафынан 15 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Улар шулай уҡ Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең һәм Рәсәйҙең күп региондарында эшләй, яуаплы дәүләт вазифаларында хеҙмәт итә.
 

Йүнәлештәр һәм специальностар

 
Йүнәлештәр менән специальностарҙың исемдәре
Уҡыу формаһы
Дәүләт иҫәбенә / килешеү нигеҙендә
Ҡабул итеү имтихандары
Квалификация, эшмәкәрлек йүнәлештәре
Юриспруденция
Көндөҙгө уҡыу
Дәүләт иҫәбенә Килешеү нигеҙендә
1. Рус теле (БДИ)
2. Йәмғиәтте өйрәнеү (БДИ)
3. Тарих (БДИ)
«Юрист» квалификацияһы, «Юриспруденция» специальносы
Юриспруденция
Ситтән тороп уҡыу
Дәүләт иҫәбенә Килешеү нигеҙендә
1. Рус теле (БДИ)
2. Йәмғиәтте өйрәнеү (БДИ)
3. Тарих (БДИ)
«Юрист» квалификацияһы, «Юриспруденция» специальносы
Юриспруденция. Урта профессиональ белем белем базаһында һайлаған специальность профиле буйынса ҡыҫҡартылған уҡыу
Көндөҙгө уҡыу,
Ситтән тороп уҡыу
Килешеү нигеҙендә
Әңгәмәләшеү
«Юрист» квалификацияһы, «Юриспруденция» специальносы
Юриспруденция. Юғары белем базаһында ҡыҫҡартылған уҡыу
Ситтән тороп уҡыу
Килешеү нигеҙендә
Әңгәмәләшеү
«Юрист» квалификацияһы, «Юриспруденция» специальносы
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
Көндөҙгө уҡыу
Килешеү нигеҙендә
1. Рус теле (БДИ)
2. Тарих (БДИ)
3. Сит тел
«Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә белгес» квалификацияһы
«Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» специальносы