Инженерия факультеты тураһында

Декан:
химия фәндәре докторы, профессор
Абдуллин Марат Ибраһим улы
 
Башкорт дәүләт университетының инженерия факультеты 1994 йылда ойошторола. Бөгөнгө көндә факультетта көндөҙгө һәм ситтән тороп укыу бүлектәрендә яҡынса 800 студент белем ала. Уҡытыу инженерия һәм башка университет факультет укытыусылары тарафынан алып барыла. Дөйөм алғанда, инженерия факультеты кафедраларында штатҡа индерелгән 40 укытыусы, улар араһында 9 фән докторы һәм 28 фән кандидаты эшләй. Бынан тыш, факультетта байҡау лекциялар менән Башкортостан, Рәсәй, Европа һәм Американың күренекле ғалимдары сығыш яһай.
 
Фундаменталь һәм технологик фәндәрҙе берләштереп укытыу; инженерия факультетының белгестәр әҙерләүҙә төп үҙенсәлеге тәшкил итә. Бындай күренеш бөтә донъя технологик фәндәренең роле үҫеү тенденденцияһына, һәм айырыуса «хай-тек» (юғары технологиялар) тармағы үҫешенә, яңы материалдарҙы уйлап табыу һәм кулланыуға ярашлы алып барыла.
 
Факультеттың биш этажлы үҙ бинаһы бар. Лабораториялары заманға ярашлы йыһазландырылған, заманса үтә яңы приборҙар менән тәьмин ителгән. Интернет селтәренә сығыу мөмкинлеге менән махсус компьютер класы эшләй. Студенттар БДУ-ның баш китапханаһында һәм үҙ факультетында ла шөғөлләнә ала. Инженерия факультеты Рәсәй фәндәр академияһының Органик химия Институты, Нефтехимия һәм катализ институты, Башкортостан, Рәсәй федерацияһы сәнәғәт предприятиялары менән бергә актив ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. Студенттар ОАО «УЗЭМИК», «Каустик», «Каучук», «Салаватнефтеоргсинтез», «Полиэф» һәм башка химия, нефтехимия, ТЭК, машина һәм приборҙар эшләү, хатта аҙык эшкәртеү предприятиеһы һәм ойошмаларында практика үтә һәм тәжрибә туплай. Факультеттың сығарылыш студенттары Башкортостанда һәм күрше өлкәләрҙәге дәүләт учреждениеларында, предприятияларында, Мәскәү, Подмосковьела уңышлы эшләйҙәр.
 
Көндөҙгө бүлек сығарылыш студенттары Башкортостандағы ООО «ПОЛИЭФ», УАПО, ЗАО «ОЗ Нефтехим», НГО ГУП «Иммунопрепарраты», ОЗ АН РБ, ОАО «Каустик» (Стәрлетамак), ОАО ПО «Иском» (Нефтекама) кеүек билдәле предприятияларға эшкә алына.
 
Йыл һайын техник химияһы кафедраһының аспирантураһына ҡабул итеү ойошторола. Традицион рәүештә факультеттың сығарылыш студенттары шулай уҡ урта һәм махсус белем биреү учреждениеларында укытыусы һәм директор булып эшләй.
 
Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге
 
Кафедраларҙа ғилми тикшеренеү эшмәкәрлегенең; төп йүнәлешетәрен хоздоговор, ПНИЛ һәм грант тәшкил итә. Кафедралар тарафынан тематик фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр алып барыла. Хеҙмәткәрҙәр һәм студенттар ғилми конференцияларҙа, симпозиумдарҙа, семинарҙарҙа актив ҡатнаша. Тикшеренеү һығымталары билдәле ғилми журналдарҙа баҫыла һәм заводтарҙа һәм заказсылар фирмаһында ғәмәлгә ашырыла.
Факультетта заманса приборҙар менән йыһазландырылған 30 уҡытыу лабораторияһы, компьютер класы, өҙлөкһөҙ тулыландырылып торған китапхана фонды бар.
 
Тикшеренеүҙең төп тармаҡтарының береһен полимер материалдарҙы өйрәнеү тәшкил итә. Дөйөм алғанда, ул төрлө тәғәйенешле полимерҙарҙы (пластмасса, синтетик сүс, елем һ.б.) табыуға, эшләп сығарыуға, ҡулланыуға бәйләнгән. Бынан тыш, тикшеренеүҙәр полимер нигеҙендә эшләнгән материалдарҙың төрлө физик һәм химик факторҙар, шул иҫәптән тирә-яҡ мөхит йоғонтоһонда үҙҙәрен тотошон күҙәтеүгә, стабилизациялау ысулдарын барлауға, полимерҙар үҙенсәлектәрен асыҡлауға һәм төрлө мөхиттә эксплуатацияға индерелгән композицион полимерҙар ныҡлығын билдәләүгә йүнәлтелгән.
 
Полимер материалдарҙы өйрәнеү өлкәһендә кафедра хеҙмәткәрҙәре һәм аспиранттары түбәндәге йүнәлештә ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә:
  • макромолекулаларҙың яҡ теҙмәһендә икеләтә бәйләнеше булған туйындырылмаған йәғни ҡуйыртылмаған полимерҙарҙы шул иҫәптән полипропилен, этиленпропилен - дициклопентадиенлы сополимерҙы, синдиотактилләшкән 1,2 полибутадиенды гидроксиль, карбоксиль, формиль һәм амино төркөмдәр индереп химик модификациялау, шулай уҡ өлөшләтә һәм тулы галогенировалләштереү;
  • яһалған модифицияланған аналогтарҙың физик-химик һәм физик-механик үҙенсәлектәрен өйрәнеү;
  • поливинилхлорид нигеҙендә композицион материалдар барлыҡҡа килтереү. Ошо йәһәттән арзан һәм эффектив пластификатор, антиоксидант, лубриканттар һәм ПВХ стабилизаторҙарын – композицияларын сығарыуға төп иғтибар йүнәлтелә;
  • мотор һәм трансформатор майҙары өсөн төрлө планлы шул иҫәптән йәбешкәкле, антидепрессор, йыуыусы диспергирлы присадкалар эҙләү һәм ҡулланыу буйынса;
Экстрактив матдәләр һәм аҙыҡ-түлек химияһы,  биологик актив өҫтәлмәләр нигеҙендә фармакологик актив берләшмәләр синтезын һәм үҫемлек сеймалын (сырье) өйрәнеү тармағы үҫешә.
 
Биологик актив булған берләшмәләрҙең маҡсатлы синтезы тармағындағы эҙләнеүҙәр алып барыла:
  • үҫемлектәрҙең үҫеүен һәм нығыныуын яйға һалыусы һәм ҡоротҡос бөжәктәргә эффектив синтезлы схемалар эшләп сығарыу;
  • дарыу үләне һәм башҡа төрлө биологик объекттарҙың экстраактив матдәләре нигеҙендә фармакологик актив тоташтырғыстар синтезы өлкәһендә;
  • аҙыҡ һәм биологик акти добавкаларҙы өйрәнеү.
Факультетта алып барылған ғилми тикшеренеүҙәр химия, нефтехимия һәм нефть эшкәртеү, атап әйткәндә, ҡалдыҡһыҙ технологияларҙы, нефть эшкәртеүҙең тәрән процестарын, яңы анализ методы һәм яңы материалдар асыҡлау, биологик актив матдәләр һәм ярҙамсы материалдар, ағым һыуҙы селектив таҙартыу һ.б. кеүек актуаль проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән.
 
Химия факультетында махсус 02.00.04 – физик-химия һәм физика-математика фәндәр буйынса №212.013.10. һанлы диссертацион советы эшләй. Советтың председателе – Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты В.П. Казаков.
 
Факультет студенттары ғилми тикшеренеү эшмәкәрлегендә актив ҡатнаша, фәнни публикацияларҙа авторҙаш булып, үҙ аллы ла ғилми конференцияларҙа сығыш яһай.
 
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм углеводород сырьеһын табыуҙың яңы химик технологиялары фәнни-мәғариф үҙәге (ФМҮ), ғилми-уҡыу йорто ДМУ ЮПБ Башҡорт дәүләт университеты һәм РФА Себер бүлеге Г.Х. Бореско исемендәге катализ институты (артабан КИ СБ РФА) ойошторолдо.
 
Специальностар һәм йүнәлештәр
 
Специальность һәм йүнәлеш
Уҡыу формаһы (көндөҙгө бүлек), Ситтән тороп уҡыу
Бюджет (Б) – договор буйынса уҡыу (Д)
Ҡабул итеү имтихандары
Квалификация, эшмәкәрлек йүнәлеше
020900 – Химия, физика, материалдар механикаһы
Көндөҙгө
Бюджет/Договор
Химия (БДИ)
 
Математика (БДИ)
 
Рус теле йә башҡорт теле (БДИ)
(Бакалавр/магистр) “материаловед”
150406 – “Технологик машиналар һәм етештереү
йыһаздары”
Көндөҙгө
Бюджет/Договор
Физика (БДИ)
 
Математика (БДИ)
 
Рус теле йә башҡорт теле (БДИ)
“Технологик машиналар һәм етештереү йыһаздары”
йүнәлеше буйынса бакалавр/магистр
150406 - “Технологик машиналар һәм етештереү
йыһаздары”
Ситтән тороп
Бюджет/Договор
Физика (яҙма)
 
Математика (яҙма)
Рус теле йә башҡорт теле (яҙма)
 
“Инженер”