Хеҙмәткәрҙәр

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Әйүпов Риф Сәлих улы – тарих фәндәре докторы,БДУ-ның Ватан тарихы кафедраһы мөдире.
Ғилми ҡыҙыҡһыныуҙарының өлкәһе: 1941-1945-се йй. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй тарихы, Рәсәйҙә дәүләт идаралығы тарихы.
Ғалим тарафынан 15 монография, брошюра, уҡыу әсбабы, 200-гә яҡын мәҡәлә баҫтырылған.
Күп һанлы йыйынтыҡтарҙың һәм ғилми хеҙмәттәрҙең редакторы. 10 аспирант һәм ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүсенең фәнни етәксеһе.
Төп уҡытҡан курстары: Ватан тарихы; Рәсәйҙә дәүләт идаралығы тарихы; Башҡортостан Республикаһының Бөйөк Ватан һуғышы осоро тарихы.
 
 

Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы — профессор.

Ғилми тикшеренеүҙәренең темаһы: БАССР-ҙың сәнәғәте үҫеше, 60-80-се йылдар осоронда эшселәр класының тарихы.
80-дән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 12 китап, юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр һәм брошюралар авторы. 
Төп уҡытҡан курстары: Ватан тарихы.
 
 
 
Заерова Айгөл Нурихан ҡыҙы — БДУ-ның философия һәм социология факультетының тарих кафедраһы ассистенты.
Ғилми тикшеренеүҙәренең темаһы: ХХ быуат башында төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда этнодемографик, социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси хәл. 15-тә ашыу ғилми эш авторы.
Төп уҡытҡан курстары: Ватан тарихы.
 
 
 
 
 
 
Новикова Оксана Ивановна — доцент.
Ғилми тикшеренеүҙәренең өлкәһе: 1945-1964-се йылдарҙа Башҡортостандың мәҙәни үҫеше.
Төп уҡытҡан курстары: Ватан тарихы.
 
 
 
 
Үтәғолов Марат Мирсәйет улы — БДУ-ның философия һәм социология факультетының тарих кафедраһы доценты.
Ғилми тикшеренеүҙәренең өлкәһе: XIX  быуаттың икенсе яртыһында – ХХ быуат башында батшалыҡтың күсереп ултыртыу сәйәсәте; ХХ быуат башында башҡорт ер биләмәләре, ХХ быуаттың 20-70-се йылдарында Совет дәүләтендә миграция сәйәсәте.
20-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Төп уҡытҡан курстары: Ватан тарихы.
 
 
 
 
Хәдимуллин Руслан Роберт улы — БДУ-ның философия һәм социология факультетының тарих кафедраһы ассистенты.
Ғилми тикшеренеүҙәренең өлкәһе: XVII — XIX быуаттың тәүге яртыһында көнбайыш башҡорттарының социаль-иҡтисади һәм сәйәси үҫеше. 
Төп уҡытҡан курстары: Ватан тарихы.
 
 
 
 
 
 
 
Хәмиҙуллина Сулпан Рәфим ҡыҙы — кафедраның өлкән уҡытыусыһы.
Ғилми тикшеренеүҙәренең өлкәһе: халыҡтың миграцион процестары.
Төп уҡытҡан курстары: Ватан тарихы.
 
 
 
 
Яндурин Дияс Хатипович — тарих кафедраһы профессоры.
Ғилми тикшеренеүҙәренең өлкәһе: Урал-Волга буйы автономияларында милли-дәүләт төҙөлөшө, идаралыҡ аппараты өсөн милли кадрҙар әҙерләү, эшселәрҙе дәүләт һәм хужалыҡ төҙөлөшөнә йәлеп итеү.Был проблемалар буйынса ғалим тарафынан 50-нән ашыу хеҙмәт һәм монография баҫтырылған. Ул юғары уҡыу йорттары өсөн ике дәреслектең авторҙашы. “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалы һәм Мәғариф буйынса СССР Дәүләт Комитетының “Эштәге ҙур уңыштар өсөн” знагы менән бүләкләнгән.
Төп уҡытҡан курстары: Ватан тарихы.Милли мәсьәлә. Тарих һәм хәҙерге заман.