Хеҙмәткәргә

Башҡорт дәүләт университетының бөгөнгө коллективы – ике меңдән ашыу белгес, улар араһында өс йөҙҙән ашыу фән докторы һәм меңгә яҡын фән кандидаты бар. Университет үҙенең хеҙмәткәрҙәрен ҡәҙерләй, сөнки улар, студенттар менән бер рәттән, - уҡыу йортоноң төп байлығы.
 
Университетта уҡыу процесын алып барыу һәм фән менән шөғөлләнеү өсөн шарттар даими рәүештә камиллаштырыла – материаль-техник база яҡшыртыла, документтар эшен алып барыуҙың электрон системаһы индерелә, яңы эш технологиялары үҙләштерелә. Ял итеү һәм сәләмәтлегеңде нығытыу өсөн Башҡорт дәүләт университетының санаторий-профилакторийында һәм спорт-һауыҡтырыу лагерында мөмкинлектәр бар.
 
Етәкселек үҙенең хеҙмәткәрҙәренең профессионализмын, эшенә бирелгәнлеген хөрмәт итә һәм һәр саҡ уларҙың ҡыҙыҡлы һәм файҙалы инициативаларын күтәреп алырға тырыша.