Хеҙмәт социологияһы һәм эшҡыуарлыҡ экономикаһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр

Өфө ҡ., Карл Маркс ур.3/ 4 й., 308-се каб.
Тел. (347) 229-96-07
 
Кафедра мөдире – Мөхәмәтлатыпов Филор Усман улы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, социаль фәндәр буйынса Рәсәй Академияһының мөхбир ағзаһы
 
1990  йылда күренекле ғалим, ф.ф.д., проф., СФРА академигы Д.М. Ғиләзетдинов етәкселегендә социология һәм хеҙмәт иҡтисады кафедраһы ойошторола. Уға хеҙмәт буйынса белгестәр әҙерләүсе кафедра статусы бирелә. 2000 йылдан кафедра хеҙмәт социологияһы һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы тип атала башлай.
 
Кафедра 080104.65 «Хеҙмәт иҡтисады» специальносы буйынса юғары профессиональ белемле белгестәр әҙерләү өҫтөндә эшләй. Тиҫтәләгән йыл һуҙымында кафедра 700 артыҡ дипломлы белгес әҙерләне.
 
Кафедраның ғилми-тикшеренеү эштәренең дөйөм темаһы булып күп йылдар “Хеҙмәткәр менән эш биреүсе араһындағы социаль-иҡтисади бәйләнештәр һәм халыҡты социаль яҡлауҙың теоретик проблемалары” (1998-2002), 2003 йылдан “Социаль-экономик анализдың предметы булараҡ иҡтисади бәйләнештәрҙең субъект структураһы” проблемалары торҙо.
 
Кафедраның профессор һәм уҡытыусылар коллективы проф. Ф.У.Мөхәмәтлатыпов етәкселегендә федераль “Рәсәй халыҡтары”, “Рәсәй университеттары”, региональ “Баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү шарттарында БР-ның иҡтисади һәм социаль үҫеше менән идара итеүҙең фәнни нигеҙҙәре” ғилми-тикшеренеү проекттары өҫтөндә эшләне, РФА социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр институтының “Рәсәйҙә социаль-иҡтисади ситуацияны тикшереү” ғилми программаһының “Башҡортостан Республикаһында көсөргәнешлектең социаль-иҡтисади аспекттары” йүнәлешен эшләүҙә ҡатнашты.
 
2001 йылда кафедра уҡытыусылары һәм РФА социология институтының конфликтология тикшеренеүҙәр үҙәге ҡатнашлығында  Региональ конфликтология уҡыу-фәнни үҙәге (БДУ РК ӨФҮ) ойошторола. Кафедра уҡытыусылары Үҙәк иҡтисад-математика институтының политэкономик анализ лабораторияһы (Мәскәү ҡ.) менән хеҙмәттәшлек итә.
 
Кафедрала бер социология фәндәре докторы (иҡтисад социологияһы буйынса), профессор, өс ғилми дәрәжәле уҡытыусы, ике өлкән уҡытыусы эшләй. Кафедрала 08.00.05 – Иҡтисад һәм халыҡ хужалығы менән идара итеү (хеҙмәт иҡтисады),  22.00.03 – «Иҡтисади социология» йүнәлештәре буйынса докторантура һәм аспирантура уңышлы эшләй. Фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә 11, фән докторы дәрәжәһенә 1 диссертация яҡланған. Кафедра уҡытыусылары төрлө йылдарҙа грант еңеүселәре, төрлө кимәлдәге стипендияға лайыҡ булды.
 
Кафедра төрлө халыҡ-ара ғилми конференцияларҙы  ойоштороусы булып сығыш яһаны.
 
Кафедра 6 көндөҙгө бүлектә, 3 ситтән тороп уҡыусы аспиранттың эше менән етәкселек итә.