Кандидатлыҡ имтихандары

1. Фән тарихы һәм философияһы, сит телдәр һәм махсус дисциплина буйынса кандидатлыҡ имтихандары яҙғы (15 майҙан 15 июнгә тиклем) һәм көҙгө (15 октябрҙән 15 ноябргә тиклем) сессия осоронда тапшырыла. Кандидатлыҡ минимумы имтихандарын тапшырыу өсөн ғаризалар һәм документтар йәйге сессия осоронда 30 апрелгә тиклем, көҙгө сессия осоронда 30 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Кандидатлыҡ имтихандарын БДУ-ла лицензияланған специальностар буйынса ҡабул ителә.
 
2. Кандидатлыҡ имтихандарын тапшырыу өсөн БДУ аспиранттары һәм ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр түбәндәге документтар тапшыра:
- ректор исеменә яҙылған ғариза (специальность буйынса кандидатлыҡ имтиханын бирергә рөхсәткә ғилми етәксе, сит телдәр буйынса - реферат ҡабул иткән уҡытыусы, фән тарихы һәм философияһы буйынса - философия фәндәре кабинеты лаборанты ҡул ҡуя);
- дисциплина буйынса реферат (кафедраларға тапшырыла).
 
3. Сит ойошмаларҙан уҡыусы ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр түбәндәге документтар тапшыра:
 - ректор исеменә ғариза;
- фотография йәбештерелгән кадрҙарҙы иҫәптә тотоу буйынса шәхси ҡағыҙ (листок);
- дипломдың күсермәһе (нотариустан раҫлатылған);
- соискатель булыу тураһындағы йәки аспирантураға (башҡа уҡыу йортоноң) ҡабул итеү тураһындағы приказдың выпискаһы;
-  дисциплиналар буйынса реферат (тейешле кафедраларға тапшырыла);
- имтихан өсөн түләү тураһындағы документ (түләүле хеҙмәттәрҙе күрһәтеү тураһындағы договорҙы физика-математика корпусының 209-сы бүлмәһенән алырға);
- бер имтихандың хаҡы - 2 500 һум (түләү университеттың кассаһында, төп корпустың 1-се ҡатында, 9-сы бүлмәлә башҡарыла).