Институттың тарихы

Хоҡуҡ институтының тарихы 1949 йылдан башлана. Был йылдың 9 декабендә СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары менән Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик институтының Өфө филиалы асыла. Филиал республиканың Юғары суды бинаһының бер нисә бүлмәһен биләй. 1964 йылда филиал Свердловск юридик институтының Өфө факультетына әйләндерелә. 1972 йылдың ғинуарында ғына факультет Башҡорт дәүләт университеты составына индерелә. Был хәл республикала юридик белем селтәрен киңәйтеүҙә яңы аҙым була. Ул ваҡытта факультеттың профессорҙар һәм уҡытыусылар составы 37 кешенән тора, шуларҙың 24-е ғилми дәрәжәгә эйә була. 1999 йылда юридик факультет Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтына әйләндерелә. Хәҙерге ваҡытта ул Башҡортостан Республикаһында көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә юғары квалификациялы юристар әҙерләгән ҙур ғилми, уҡытыу һәм интеллектуаль үҙәк иҫәпләнә. Бөгөн институттың 11 кафедраһында 3000-дән ашыу студент уҡый, улар менән 200-ҙән ашыу квалификациялы уҡытыусылар эшләй.

 
Факультет эшләгәндән алып уның ғалимдары тарафынан тиҫтәләгән монографиялар, уҡыу әсбаптары, йөҙләгән ғилми мәҡәләләр баҫтырылған. Йыл һайын беҙҙең уҡытыусылар һәм студенттар Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә үткәрелгән конференциялар менән симпозиумдарҙа сығыш яһай, федерация һәм республика кимәлендә закондар сығарыу эшмәкәрлегендә ҡатнаша, яңы ҡабул ителгән норматив акттар буйынса эксперттар булып сығыш яһай.
 
Институттың тарихы һәм ғөмүмән республикала юридик белем биреүҙең тарихы тураһында һөйләгәндә был эштең башында тороусыларҙы, уның үҫешендә ҙур роль уйнаусыларҙы әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Улар – профессорҙар Л.Л.Каневский, Ф.М.Раянов, М.С.Орданский, В.А.Банин, Ф.Ғ.Ғиләжев, В.Д.Пакутин, Ф.З.Ҡолбарисов, Л.С.Самсонова, Л.Д.Павленко һәм башҡалар.
 
Башҡорт дәүләт университеты һәр ваҡыт төрлө өлкәләрҙә таланттары менән дан тотто, һәм студенттар менән уҡытыусыларҙың һәр яңы быуыны уның тарихында үҙенең юйылмаҫ эҙен ҡалдыра, ә был тарихтың, һис шикһеҙ, сағыу дауамы буласаҡ...