Йәмәғәтселек һөнәрҙәре факультеты

Йәмәғәтселек һөнәрҙәре факультеты деканы:
Сәмиғуллина Әлиә Наил ҡыҙы
 
Адресы: 450074, Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы,32
Төп корпус, 308-се ауд.
Телефон:(347) 273-66-74
 
Йәмәғәтселек һөнәрҙәре факультеты 1966 йылдан эшләп килә һәм уҡытыу-тәрбиә эшенең бер өлөшөн ала, студенттарға уҡыу барышында төп һөнәрҙән тыш өҫтәмә һөнәрҙәр алырға мөмкинселек бирә. Йәмәғәтселек һөнәрҙәре факультеты эшмәкәрлеге студенттарҙың буш ваҡытын файҙалы үткәреүҙең бер ысулы булып тора. Һәр вуз уңышлы эшләүсе сығарылыш студенттары менән һынала, төрлө сараларға бай булыуы менән студент йылдары иҫтә ҡала. Шуға күрә йәмәғәтселек һөнәрҙәре факультеты буш ваҡыттарында студенттарға төрлө ҡыҙыҡлы һөнәр үҙләштереү мөмкинселеге бирә.
 
Йәмәғәтселек һөнәрҙәре факультетында уҡыу ҡала музейҙарына, концерттарға, театрҙарға йөрөү менән байытыла. Факультет опера һәм балет театры менән күп йылдар хеҙмәттәшлек итә, билеттарҙы ташлама менән алыу мөмкинлеге бар. Факультетта уҡыусылар Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән республика мәҙәниәтенең профессиональ йәһәттән үҫешен күрһәткән, талантлы вокалистарҙың, музыканттарҙың ижады һәм классик репертуары менән таныштырған орган залында, хор капеллаһы коцерттарына, тематик концерттарға йыш йөрөйҙәр.
 
2002 йылдан йәмәғәтселек һөнәрҙәре факультеты сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау эшен төп йүнәлеше итеп билдәләне. Барлыҡ факультеттарҙың 1-3 курстары, шулай уҡ йәмәғәтселек һөнәрҙәре факультеты студенттары өсөн ҡала дауалау-профилактика йорттарынан белгестәр саҡырылып наркомания, тәмәке тартыу, алкоголизм, дөрөҫ туҡланыу, инфекция-вирус ауырыуҙарын профилактикалау, психологик факторҙар һәм донъяға ыңғай ҡараштың һаулыҡҡа йоғонтоһо, таҙа һыуҙың кеше һаулығындағы роле тураһында  лекциялар уҡыла. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кафедраһы менән берлектә йыл һайын үткәрелгән «Хәҙерге заманда тирә-яҡ мөхит һәм кеше хәүефһеҙлеге» студенттарҙың республика ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша. Ағымдағы уҡыу йылында ла был йүнәлеш буйынса эште дауам итеү планлаштырыла.
 
2010 йылда йәмәғәтселек һөнәрҙәре факультетына Нефтекама филиалы студенттары уҡырға алынды, улар “Кама буйы” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә һәм “Глория” вокал студияһында шөғөлләнәләр.
 
Йәмәғәтселек һөнәрҙәре факультеты 45 йыл эшләү дәүерендә меңәрләгән студентҡа мәҙәниәт, сәнғәт, туризм, Башҡортостан мәҙәниәте тарихы өлкәһендә өҫтәмә белемдәр тупларға, балалар һәм йәштәр менән мәҙәни-тәрбиәүи эштә педагогик, ойоштороу, ижади һәләттәрен үҫтереүгә, туған һәм сит телдәр өйрәнергә булышлыҡ итте. Был йылдар эсендә 50-гә яҡын һөнәр асылды.