Ғилми мәктәптәр һәм йүнәлештәр

Башҡорт дәүләт университетында ғилми эҙләнеүҙәр 4 ғилми өлкә: техник, гуманитар, тәбиғи һәм ижтимағи фәндәр һәм 18 ғилми тармаҡ (Рәсәй Минпромнауканың 31.01.2001 й. 47-се приказы буйынса раҫланған ғилми хеҙмәттәрҙең специальность номеклатураһына ярашлы) буйынса алып барыла. Ғилми тикшеренеүҙәр РФ Президенты тарафынан раҫланған «РФ фән, технология һәм техника үҫешенең приоритетлы йүнәлештәренә», «РФ критик технологияларының исемлегенә» ингән (исемлек ЮАК рубикаторы буйынса бирелгән) 24 ғилми йүнәлеш буйынса үткәрелә:
  1. Математик анализ;

  2. Дифференциаль тигеҙләмә;

  3. Ҡаты матдәнең деформацияланыу механикаһы;

  4. Конденсациялы торош физикаһы;

  5. Ярым үткәргестәр физикаһы;

  6. Физик химия;

  7. Юғары молекуляр ҡушылмалар;

  8. Математика һәм квант химияһы;

  9. Ботаника;

  10. Үҫемлектәрҙең физиологияһы һәм биохимияһы;

  11. Биологик ресурстар;

  12. Геолог-минералогик фәндәр;

  13. Математик моделләү, һанау юлдары һәм программа комплекстары;

  14. Тарих фәндәре;

  15. Танып белеүҙең онталогияһы һәм теориһы;

  16. Социаль философия;

  17. Әҙәбиәткә инеш;

  18. Тел ғилеме;

  19. РФ халыҡтары теле(башҡорт теле);

  20. Герман телдәре;

  21. Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы, хоҡуҡи уҡыуҙарҙың тарихы;

  22. Енәйәт процессы, криминалистика һәм суд экспертизаһы, оператив эҙләү эшмәкәрлеге;

  23. Физик география һәм биогеография, тупраҡ һәм ландшафт географияһы;

  24. Иҡтисади, сәйәси һәм социаль география.

Университетта исемдәре бөтә донъяға таралған ғалимдар етәкселегендә авторитетлы ғилми-педагогик коллектив барлыҡҡа килде. Түбәндәге ғилми-педагогик эшмәкәрлек тармаҡтары буйынса алып барыла:

1. Түбән размерлы атом структуралары функцияһы.

Нигеҙ һалыусы – БР атҡаҙанған фән эшмәкәре, фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Соросов профессоры Р.З.Бахтизин.

Тикшеренеү өлкәһе - Ҡаты матдәләрҙең квант наноструктураларын атом-масштаблы тикшереү.

2. Прикладлы геометрия.

Нигеҙ һалыусы – м.-г. фәндәре кандидаты, доцент И.Л.Дворкин (1929-1987). Хәҙерге ваҡытта мәктәпте БР фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, профессор, геофизика кафедраһы мөдире, И.М.Губкин исемендәге премия лауреаты Р.А.Вәлиуллин етәкләй.

Тикшеренеү өлкәһе – күп фазалы неизотермик фильтрациялы нефть ҡатламдары һәм скважиналарҙағы термогидродинамик майҙандарҙың теоретик һәм эксперементаль тикшеренеүҙәре.

3. Тирә-яҡтың электо-магнит термогидродинамикаһы.

Нигеҙ һалыусы- физика-математика фәндәре докторы, профессор, РАЕН академигы, БР фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, БР атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР Юғары мәктәбе алдынғыһы Ф.Л.Саяхов (1934-2002). Хәҙер мәктәпте Халыҡ-ара тәбиғәт һәм йәмғиәт хаҡындағы фәндәр академияһы тарафынан Петр исемендәге “Рәсәй иҡтисадын һәм фәндәрҙе тергеҙеүҙә юғары баһа өсөн” тип аталған почет миҙалы, фәнни асыш өсөн Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы тарафынан иҫтәлек миҙалы менән бүләкләнгән прикладлы физика кафедраһы мөдире Л.А.Ковалева етәкләй.

Тикшеренеү өлкәһе:
  • электр-магнит нурланыуы аҫтында ҡалған күп фазалы өлкәләрҙә йылы-масса күсереү процестары;

  • төрлө газ-нефть объекттарының диэлектрик ҡылыҡһырламаларын эксперементаль тикшеренеүҙәр, ВЧ-нефть сығарыуҙа технологик шыйыҡсаларҙың үҙенсәлектәрен тикшереү һәм етәкселек итеүҙең диэлькометрик ысулдары;

  • көслө электр-магнит майҙанының йоғонтоһо аҫтында эмульсион системаларҙағы термогидродинамик процестарының тикшеренеүҙәре;

  • газгидрат системаларының электр-магнит майҙаны менән үҙ-ара йоғонтоһон теоретик һәм эксперименталь яҡлап тикшереү;

  • нефтте сығарыу, әҙерләү һәм транспортировкалау технологик процестарында электр- магнит ВЧ һәм СВЧ-ларын ҡулланыу.

4. Тотош мөхиттәрҙең механикаһы: ҡыуыҡлы системаларҙа хаослы тирбәләүҙәр һәм һыҙыҡһыҙ тулҡындар; гидроныҡлы системаларҙа һыҙыҡһыҙ динамика.

Нигеҙ һалыусы – БР Хөкүмәте тарафынан булдырылған фән һәм техника өлкәһендге Премия лауреаты, “Почет билдәһе” һәм “Дуҫлыҡ” ордендары менән бүләкләнгән профессор, Рәсәй Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты М.А.Илһамов.

Тикшеренеү өлкәһе: шыйыҡса һәм газ механикаһы, ҡаты матдәнең деформацияланыу механикаһы.

5. Ҡатмарлы химик реакцияларҙы математик моделләү буйынса фундаменталь тикшеренеүҙәр.

Нигеҙ һалыусы – профессор, математик моделләү кафедраһы мөдире С.И.Спивак.

Тикшеренеү өлкәһе: ҡатмарлы химик реакциялар механизмдарының термодинамикаһын һәм кинетикаһын тикшереү.

6. Яңы материалдар барлыҡҡа килтереү маҡсаты менән органик ҡушымталарҙың шыйыҡ фазағатиклем еткереү механизмдарының фундаменталь тикшеренеүҙәре.

Нигеҙ һалыусылар – прфессор Е.Т.Денисов, фән һәм техника өлкәһендә РФ хөкүмәтенең Премияһы лауреаты, РАН академигы Ю.Б.Монаков.

Тикшеренеү өлкәһе:органик ҡушымталарҙың шыйыҡ фазаға тиклем еткереүҙең кинетик хәҡиҡәттәренең һәм механизмдарын өйрәнеү (шулай уҡ экологик таҙа окислителдәр йоғонтоһо аҫтында ҡалған полимерҙар).

7. Күп функциялы стабилизаторҙарҙың полимерҙар өсөн ҡулланылыуын һәм синтез хәҡиҡәттәрен, полимерҙарҙың модификацияланыу һәм стабилизацияланыуҙың уңайлы юлдарын эҙләүҙең фундаменталь тикшеренеүҙәре.

Нигеҙ һалыусы- БР ФА академигы, профессор, фән һәм техника өлкәһендә РФ Хөкүмәте Премияһы лауреаты К.С.Минскер. Әлеге ваҡытта мәктәпте химик фәндәр докторы, профессор, ВМС һәм дөйөм химик технологиялар кафедраһы мөдире С.В.Колесов етәкләй.

Тикшеренеү өлкәһе: галлоид тәшкил иткән полимерҙар модификацияһын, стабилизация һәм деструкция процесстарының хәҡиҡәттәрен өйрәнеү. Ошо нигеҙҙә полимерҙарҙың стабилизацияланыу ысулдарын тикшереү. Галоид тәшкил иткән полимерҙар өсөн күп фунциялы стабилизаторҙарҙы һәм стабилизациялау системаларын тикшереү.

8. Биотөрлөлөктө һаҡлау проблемаһы, биотөрлөлөктөң ныҡлы үҫешкә тәьҫире.

Нигеҙ һалыусы-профессор, РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре Б.М.Миркин.

Тикшеренеү өлкәһе: үҫемлектәр, фитоцентология, үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм экология.

9. Мейе тикшеренеүҙәренең пркладлы аспекттары һәм эшмәкәрлектең фундаменталь хәҡиҡәттәре.

Нигеҙ һалыусы – профессор, биология фәндәре докторы, Халыҡ-ара фәндәр Академияһы ағзаһы, Халыҡ-ара мейе тикшеренеүҙәре ойошмаһы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Л.Б.Кәлимуллина.

Тикшеренеү өлкәһе: мейе эшмәкәрлегенең прикладлы аспекттарын һәм фундаменталь хәҡиҡәттәрен тикшереү.

10. Үҫемлектәрҙең күҙәнәк һәм туҡыма культураһы.

Нигеҙ һалыусы- профессор, биология фәндәре докторы Р.Р. Әхмәтов.

Тикшеренеү өлкәһе:
  • каллусогенез, соматик эмбриогинез, күҙәнәк силекцияһы һәм культуралы үҫемлектәрҙең регенерацияһы;

  • ағас үҫемлектәренең микроклональ үрсеүе һәм бәшмәк-вирус инфекцияларынан һауығыуы;

  • үҫемлектәрҙең генетик инженерияһы, культуралы үҫемлектәрҙең дигаплоидлы йүнәлештәрен барлыҡҡа килтереү.

11. Типологик һәм герман тел ғилеме тел берәмектәренең структура-семантик ҡылыҡһырламаһы һәм текста уларҙың прагматик фунциялары.

Нигеҙ һалыусы- профессор, филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған эшсеһе Р.З.Мурясов.

Тикшеренеү өлкәһе: грамматиканың дөйөм проблемалары, сағыштырма-тарихи, типологик һәм сағыштырма тел ғилеме, тәржемә итеүҙең һәм мәҙәниәт-ара коммуникацияларҙың проблемалары.

12. Евразия мәҙәниәте системаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте.

Нигеҙ һалыусы- фил.фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре, БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире Р.Н.Байымов.

Тикшеренеү өлкәһе:
  • боронғо замандан бөгөнгө көндәргә тиклем башҡорт теле тарихы һәм теорияһы;

  • көнсығыш (иран, ғәрәб, һинд, төрки әҙәбиәте) тарихы һәм теорияһы;

  • Евразия мәҙәниәте һәм әҙәбиәте системаһында башҡорт әҙәбиәте.

13. Енәйәт суд эшмәкәрлегендә дөйөм кешелек ҡиммәттәрен һаҡлау проблемалары.

Нигеҙ һалыусы – профессор, юридик фәндәр докторы, Рәсәй юридик фәндәр академияһының Башҡорт региональ бүлексәһе рәйесе, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған юрисы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы эшсеһе, енәйәт процессы һәм хоҡуғы кафедраһы мөдире З.Е.Еникеев.

Тикшеренеү өлкәһе:
  • енәйәт суд эшмәкәрлегенең проблемалары;

  • енәйәт суд эшмәкәрлегенең әхләҡи нигеҙҙәре;

  • енәйәт процесында хәҡикәт мәнфәғәте;

  • енәйәт суд эшмәкәрлегендә халыҡ-ара стандарттар;

  • енәйәт хоҡуҡ итеү проблемалары;

  • енәйәт-процессуаль закондарының үҫеш проблемалары;

  • граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау проблемалары;

  • енәйәттәрҙе иҫкәртеп-киҫәтеү проблемалары.

14. Социаль институттар, социаль структуралар һәм процестар.

Нигеҙ һалыусылар- БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, фолософия фәндәре докторы, профессор Дж.М.Ғиләжетдинов, социаль фәндәр докторы, профессор Р.И.Ирназаров.

Тикшеренеү өлкәһе: социаль процестар, социаль структура, социаль институттар һәм процестар.

15. Бар булыу һәм белемде дәлилләү.

Нигеҙ һалыусы – профессор, философия фәндәре докторы А.Ф.Кудряшов.

Тикшеренеү өлкәһе: белемдең философияла һәм фәндә дәлилләнеү проблемаһы; онтология һәм уның философия системаһындағы урыны; белемде дәлилләүҙең онтологик проблемалар менән бәйләнеше, бигерәк тә булмау проблемалары менән.