Геология һәм геоморфология кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире – геология-минералогия фәндәре кандадаты,
Фархутдинов Исхак Мансурович
 
Геология һәм геоморфология кафедраһы 1972 йылда профессор Д.Г.Ожиганов инициативаһы менән ойошторола. Ул республикала геология-минералогия фәндәре буйынса тәүге доктор, Урал геологияһы буйынса заманының иң яҡшы белгесе була.
 
1973 йылда кафедра мөдире итеп А.Р.Кинзикеев тәғәйенләнә. 1989 йылға тиклем географтар өсөн геологик дисциплиналар уҡытыла. Кафедра «География» специальносы сиктәрендә «Геология» йүнәлешендә белгестәр әҙерләй.
 
1988 йылда кафедраны г.-м.ф.д., профессор И.А. Хәйретдинов ҡабул итеп ала һәм геология специальносы асыу шартын ҡуя. 1989 йылда БДУ-ла «Геологик күсермә алыу һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың ятҡылыҡтарын эҙләү» специальносын асыу буйынса лицензия алына. Бөгөнгө БДУ – республика фәненең һәм сәнәғәтенең төрлө, шул иҫәптән нефть һәм тау эше өлкәләренең, геологтарға ихтыяжын тәьмин итеүсе Башҡортостанда берҙән-бер вуз.
 
Бөгөнгө көндә кафедра «Геология» специальносы буйынса бакалаврҙар, дипломлы белгестәр һәм магистрҙар әҙерләй. 020300 йүнәлешендә магистрҙар 3 программа буйынса әҙерләнә: 020305 (511005) «Геология һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың геохимияһы»; 020314 (511014) «Геохимия»; 020315 (511015)«Экологик геохимия».
 
Бакалаврҙар һәм белгестәр «Башкиргеология» ААЙ һәм уның филиалдарында (Учалы һәм Сибай ГОКтарында), ТИСИЗ, «Башгеолүҙәк» дәүләт унитар предприятиеһында, «Геолпроект» ААЙ, «Архстройизыскания» ААЙ кеүек ойошмаларҙа эшләй. Магистрҙар һәм специалистар һөнәри һәм фәнни эшмәкәрлеген Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Геология институтында, «Башкиргеология» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, Башҡортостан Республикаһы буйынса ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу идаралығында дауам итә.
 
Вуздан һуң фән кандидаттарын әҙерләү «25.00.01 – Дөйөм һәм региональ геология» аспирантураһы аша башҡарыла.
 
Уҡыу эшмәкәрлеге РФА ӨҒҮ-нең Геология институтының ғилми лабораторияларында, «Башнефтегеофизика» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең геофизика үҙәгендә, Инженер-төҙөлөш тикшеренеү трестының химия, гидрохимия һәм грунттар механикаһы лабораторияһында, «Уралтрубопровод һәм стройпроект» ПФ махсуслаштырылған лабораторияларында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүҙәр нигеҙендә алып барыла.
 
Кафедраның ғилми йүнәлештәре: геология фәненең төрлө өлкәләренә ҡулайлаштырылған электрогеохимия (И.А.Хәйретдинов), тәбиғәт һәм техноген системаларҙың геоэкологик нигеҙҙәре (Л.Н.Белан, С.Ф.Бабаева), тәбиғәт һәм тәбиғи-техноген процестарҙы анализлау һәм прогнозлау һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм мониторинг.
 
Кафедра Башҡортостан Республикаһының балалар-үҫмерҙәр геологик хәрәкәтен методик яҡтан тәьмин итә. Түңәрәк етәкселәре һәм йәш геологтар өсөн уҡыу-методик әсбаптар нәшер ителә. Кафедра уҡытыусылары йыл һайын үткәрелгән мәктәп уҡыусыларының геология буйынса республика олимпиадаларын һәм йәш геологтарҙың слетын ойоштороуҙа ҡатнаша, шулай уҡ Бөтә Рәсәй слеттарында һәм төрлө ярыштарҙа судья вазифаһын башҡара.