География факультетының тарихы

География факультеты – БДУ-ның иң өлкән факультеттарының береһе. Башҡортостан Республикаһында юғары географик белем биреү 1909 йылда Уҡытыусылар институтында география уҡытыусыларын әҙерләүҙән башлана. Артабан был эште 1919 йылда Халыҡ мәғарифы институты, һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты дауам итә. Уҡытыусылар институты структураһында 3 цикл, шул иҫәптән география йүнәлеше лә була.
 
1917 йылда Халыҡ мәғарифы институтында тәбиғәт фәндәре һәм география йүнәлеше булдырыла, 1919 йылда ул биология-география циклына, ә 1924 йылда тәбиғәт фәндәре бүлегенә әйләндерелә.
 
1929 йылда Өфө халыҡ мәғарифы институты К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты итеп үҙгәртелә. Цикл һәм бүлектәр урынына кафедралар ойошторола. География кафедраһы менән институт директоры вазифаһын башҡарыусы Шәмси Саҙри улы Абзанов етәкселек итә.
 
1934 йылда пединститутта география бүлеге, һуңғараҡ география факультеты асыла. Факультеттың тәүге деканы булып Х.Х.Зәни эшләй. 1942 йылда аҙ һанлы булыу сәбәпле ике факультет ҡушыла һәм тәбиғи-география факультеты ойошторола. Яңы факультеттың деканы вазифаһын химик Н.И.Шувалов башҡара.
 
Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа Башҡорт дәүләт пединститутында алты факультет, шул иҫәптән физик география (мөдире – Д.Г.Ожиганов) һәм иҡтисади география (мөдире – М.Д.Маслов) кафедралары булған география факультеты эшләй. БДПИ тамамлаусылар, шул иҫәптән география факультеты белгестәре лә, ауыл мәктәптәренә эшкә ебәрелә.
 
1951-1957-се йылдарҙа Башҡорт педагогия институты яңы үҫеш ала: студенттар контингенты һәм йәш белгестәр һаны күбәйә, уҡытыусылар составының квалификацияһы арта, матди-техник база нығый, география факультеты өсөн метеостанция төҙөлә. Уҡытыусылар составының ғилми-педагогик кимәлен күтәреү маҡсатында уларҙы Советтар Союзының алдынғы уҡыу йорттарының һәм ғилми ойошмаларының аспирантураһына уҡырға ебәреү тәжрибәһе ҡулланыла башлай.
 
География факультетының үҫешендә яңы этап 1957 йылда пединстиут базаһында Башҡорт дәүләт университеты ойошторолоуы менән бәйле. Факультеттың көндөҙгө бүлегенә 25 кеше уҡырға ҡабул ителә.
 
Хәҙерге ваҡытта Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй белем биреү стандарты базаһында Башҡорт дәүләт университетында үҙенең традициялары булған географик мәктәп булдырылды. География һәм геология йүнәлештәрендә белгестәр әҙерләү алып барыла. Факультетты тамамлаусылар Мәғариф министрлығы системаһына, ғилми-тикшеренеү институттарына, тәбиғәт шарттарын һәм ресурстарын өйрәнеү һәм файҙаланыу, социаль-иҡтисади һәм экологик хәүефһеҙлек проблемаларын хәл итеүгә йүнәлдерелгән проектлау-тикшеренеү ойошмаларына эшкә урынлашалар.
 
Факультетта уҡытылған барлыҡ дисциплиналар уҡыу-методик комплекстары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Факультетта аспирантура уңышлы эшләй, уны тамамлаусылар Мәскәү, Санкт-Петербург, Воронеж, Екатеринбург, Пермь, Казан ҡалаларында урынлашҡан махсус советтарҙа диссертация яҡлайҙар.
 
1997 йылдан факультетта магистратура эшләй. Башҡорт дәүләт университеты асылғандан бирле география факультеты менән етәкселек итеү З.З. Вәлиев (1957-1976 йй.), М.Х. Вәлеев (1976-1981 йй.), М.Ф. Хисмәтов (1982-1983 йй.), Е.С. Родионов (1983-1988 йй.), П.Н. Швецов (1998-2008 йй.), Р.Г. Сәфиуллин (1998-2007 йй.), И.М. Япаров (2007-2012), А.Ф. Нигмәтуллин (2012 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем) кеүек декандар тарафынан алып барыла.
 
1998 йылдан 1992 йылға тиклем факультет география-иҡтисад факультеты тип атала. Ул ваҡытта университетта вуз етәкселеге һәм профессорҙар А.Х. Мәхмутов и Х.Н. Ғиззәтуллин инициативаһы менән ике яңы – «Иҡтисади һәм и социаль планлаштырыу» һәм «Иҡтисад һәм хеҙмәт социологияһы» йүнәлештәре асыла. 1992 йылда иҡтисад буйынса специальностар айырым иҡтисад факультеты булып айырылып сыҡты.