География факультеты тураһында

450074, Өфө ҡ., Карл Маркс ур., 3/4, 4-7-се ҡаттар, деканат – 612-се каб.
Тел./факс: (347) 229-96-03
e-mail: dekanat-612@mail.ru
 
Декан – Нигмәтуллин Азамат Фәррәх улы, география фәндәре кандидаты, доцент
 
Факультет география һәм геология буйынса белгестәр әҙерләй. Географтарҙы уҡытыу түбәндәге специализациялар буйынса алып барыла: физик география, иҡтисади һәм социаль география, гидрология, тәбиғәт менән файҙаланыу һәм геоэкология, туризм, крайҙы өйрәнеү һәм экологик туризм. “Геология” специальносы йүнәлешендә дөйөм геология буйынса белгестәр әҙерләнә.
 
Хәҙерге ваҡытта факультетта 39 уҡытыусы, шул иҫәптән 7 фән докторы, профессор һәм 21 фән кандидаты, доцент эшләй. Уҡыу процесына республика хужалығының төрлө өлкәләренән тағы ла 27 белгес йәлеп ителгән. Улар араһында РФА-ның 1 ағза-корреспонденты – РФА-ның ӨҒҮ-нең Геология институты директоры, 4 фән докторы, профессор, 9 фән кандидаты, доцент һәм 13 юғары квалификацияға эйә булған белгестәр – географтар, гидрологтар, тупраҡты өйрәнеүсе ғалимдар, экологтар, химиктар, геодезистар, гидрологтар, метеоролгтар һәм физиктар бар.
 
Факультеттың уҡыу планында математика, физика, химия, биология, тупраҡты өйрәнеү, информатика кеүек тәбиғәт фәндәренең бөтә циклын тиерлек һәм психология, экономика, статистика, философия, тарих, сит телдәр һәм рус теле кеүек гуманитар фәндәрҙең төп дисциплиналарын өйрәнеү ҡаралған.
 
Бөгөнгө көндә бакалавриат һәм магистратура аша ике кимәлдәге уҡытыу системаһына күсеү факультетты тамамлаусыларға Рәсәй Федерацияһында ғына түгел, ә сит илдәрҙә лә эшкә урынлашырға мөмкинселек бирә.
 
Студенттарҙың уҡыу һәм производство практикалары даими ойошторола. Уҡыу практикаһы үтеү буйынса база итеп традицион Учалы (Ирәмәл тауына күтәрелеү менән), Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Мәләүез, Шишмә, Туймазы, Архангел һ.б. райондары һайлана. Практика осоронда студенттарҙың теоретик белемдәре геология, тупраҡты өйрәнеү, метеорология, гидрология һ.б. фән тармаҡтарынан алған практик күнекмәләре менән нығытыла. Производство практикалары социаль сфера һәм тәбиғәт менән файҙаланыу учреждениеларында һәм ойошмаларында үткәрелә. Улар араһында геология разведкаһы ойошмалары, фәнни-тикшеренеү һәм проектлау учреждениелары, ҡала һәм район администрациялары бар. Һуңғы йылдарҙа студенттарҙың бер өлөшө производство практикаһы үтергә Алтай крайына ла ебәрелә. Абхазия һәм Төркиәлә практика ойоштороу буйынса ла документтар әҙерләнә.
 
«Фольксваген» фонды линияһы буйынса Галле университетының (ФРГ) география институты менән тығыҙ ғилми хеҙмәттәшлек дауам ителә. Был программа сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының төрлө райондарында стационарҙар эшләй.
 
2009 йылдан факультетта тиражы 100 дананан торған студенттарҙың «Геосфера» ғилми журналы нәшер ителә.
 
Йәш ғалимдар халыҡ-ара, федераль, региональ конференцияларҙа, симпозиумдарҙа һәм олимпиадаларҙа актив ҡатнаша.
 
«География» специальносын тамамлаусылар мәғариф учреждениеларында, Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәт ресурстары министрлығында, Башҡортостан Республикаһының ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса Дәүләт комитетында, Тирә-яҡ мөхит мониторингы һәм гидрометеорология буйынса идаралығында, Башҡортостан Республикаһы буйынса Росприроднадзор идаралығында, ғилми һәм проектлау-тикшеренеү ойошмаларында эшләй.
 
«Геология» специальносын тамамлаусылар Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәт ресурстары министрлығына, Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты ресурстары менән файҙаланыу буйынса территориаль агентствоға, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең геология институтына, шулай уҡ «Уралсибнефтепровод» ААЙ (асыҡ акционерҙар йәмғиәте), «Уралтранснефтепродукт» ААЙ, «Башнефтегеофизика» ААЙ, «Геофизика» НПФ ААЙ, «Башкиргеология» ААЙ, «Учалы ГОК» ААЙ, «Башҡорт баҡыр-сера комбинаты» ААЙ, «ЗапУралТИСИЗ» ЗАО кеүек ҙур предприятиеларға эшкә урынлаша.
 
Факультет «Башҡорт дәүләт университеты технопаркы» Инновацион үҙәге янында яңы асылған Ерҙе дистанцион алдан тикшереп ҡарау үҙәге эше өсөн яуаплы. Үҙәк түбәндәге өлкәләрҙә эшләү өсөн йәш белгестәр әҙерләүҙә ҡатнаша:
  • нефть һәм газ сығарыу һәм транспортировкалау инфраструктураһы объекттары хәл-торошона мониторинг һәм инвентаризация үткәреүҙә;
  • файҙалы ҡаҙылмалар булған урындарҙы эҙләү һәм прогнозлауҙа;
  • муниципаль идаралыҡтарҙа;
  • урман хужалығында;
  • һыу хужалығында;
  • ландшафт структураһын, тәбиғәт ресурстарын һәм тәбиғәт менән файҙаланыу типтарын өйрәнеүҙә;
  • территорияларҙы экологик тикшереүҙә;
  • ауыл хужалығында;
  • спорт сараларын, рекреацион зоналарҙы һәм объекттарҙы эксплуатациялауҙа һәм үҫтереүҙә мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙә;
  • транспортта, коммуникацияла һәм бәйләнештә;
  • тәбиғәт менән файҙаланыуҙың законлылығын күҙәтеүҙә;
  • объекттарҙы өс үлсәүле моделләүҙә.
Бынан тыш үҙәк ҡыҫҡа курстар аша ла белгестәр әҙерләй.