Геофизика кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

450074, Өфө ҡалаһы, Зәки-Вәлиди урамы, 32,
физика-математика корпусы, 219-сы аудитория.
Тел. 8-(347)-272-60-65
 
Кафедра мөдире – Вәлиуллин Рим Абдулла улы, техника фәндәре докторы, профессор.
 
Бөгөнгө көндә Өфө - геофизика фәненең танылған үҙәктәренең береһе. Башҡорт дәүләт университетының геофизика кафедраһы быға ҙур өлөш индерә. Ул 1964 йылдан башлап геофизика буйынса кадрҙар әҙерләй. Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт университеты физика факультетында геофизика промысла өлкәһендә белгестәр әҙерләү буйынса Рәсәйҙәге берҙән-бер классик университеты һанала.
 
Башта физика факультетында “Геофизика” специализацияһы булһа, 1998 йылда геофизика кафедраһы асыла.
 
Был һөнәргә конкурс һәр ваҡыт ҙур була һәм бер урынға ун кеше тирәһе тәшкил итә. Беҙҙең кафедраны тамамлаусыларға һорау даими булғанын иҫәпкә алып, бюджет урындарҙың һанын 25-кә тиклем арттырҙыҡ. Дөйөм ҡабул итеү урындары ғәҙҙәттә - 40-50 кеше.
 
Геофизика кафедраһы һәр ваҡыт производство һәм фән ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә: талиптарҙы юғары кимәлдә әҙерләү уҡыу процессын алып барыусы уҡытыусыларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең әүҙем фәнни эшенән килә. Был кафедрала етәкселек итеүҙең тағы ла бер принципы.
 
Кафедрала курстар, белем алыу эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса студенттарҙың рейтинг системаһы индерелгән. Ул өҫтәлмә производство стипендиялары (бында спонсорҙар булып Рәсәйҙең, шулай уҡ сит илдәрҙең предприятиелары тора), гранттарҙа ҡатнашыу, производство практикаһында һәйбәт түләнә торған эш урындары һәм тотороҡло эш хаҡы булған предприятиеларға эшкә урынлаштырыу менән дәртләндерелә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: геофизика кафедраһының үҙенсәлеге булып әлеге көндә барлыҡ студенттарҙың да производство практикаһын эш урындарында үтеүе һәм уҡыуҙы тамамлаусыларҙың алған һөнәр буйынса 100 процентлы эшкә урынлашыуы тора. Көрсөк ваҡытында ла беҙҙең кафедраны тамамлаусыларға һорау кәмемәй. Геофизика кафедраһы коллективының уҡытыу, фәнни-тикшеренеү, производство эшмәкәрлегенән барлыҡҡа килгән һәм дөрөҫ ҡулланылған төркөмләү технологияһынан килә ул.
 
Кафедраның тарихы, йолалары бар. Һәр йыл да беренсе курс студенттарын геофизиктарға бағышлау кисәләре, студенттарҙың фәнни конференциялары үткәрелә. Уҡыуҙы тамамлаусылар менән бәйләнеш алып барыла. Специализацияның юбилей даталары билдәләнә.
 
Әлеге көндә кафедрала дүрт фән докторы, алты фән кандидаты эшләй, барыһы ла беҙҙең специализацияны тамамлаған белгестәр. Бынан тыш ике фән докторы менән ике фән кандидаты сәғәтләп түләү шарттарында дәрестәр үткәреүгә йәлеп ителгән. Бөгөн беҙҙең кафедраны тамамлаған белгестәрҙе Рәсәйҙең барлыҡ производство һәм фәнни геофизика предприятиеларында, нефть компанияларының проект институттарында, шулай уҡ сит ил сервис компанияларында осратырға мөмкин.