Ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | ХеҙмәткәрҙәрСтуденттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:
социология фәндәре докторы, профессор
Борханова Флүрә Булат ҡыҙы
 
Ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһының тарихы 1990 йылда университетта ойошторолған социология кафедраһына барып тоташа. Тәүге осорҙа ул университеттың барлыҡ факультеттарында дөйөм социология курсын уҡытыуҙы тәьмин итә. 1991 йылда “Социология” йүнәлеше буйынса тәүге тапҡыр студенттар ҡабул итеү ойошторолғас, кафедра махсус профессиональ дисциплиналарҙы ла уҡыта башлай. 2000 йылда философия һәм социология факультеты ойошторолғанға тиклем кафедра структур йәһәттән иҡтисад факультеты составына ҡарай.
 
БДУ-ла “Социология” специальносына нигеҙ һалыусы, социология кафедраһын ойоштороусы, уның тәүге мөдире, шулай уҡ ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы мөдире (2006 йылға тиклем) – философия фәндәре докторы, профессор Й.М. Ғиләзетдинов. Тап уның ҡатнашлығында был йүнәлеш барлыҡҡа килә, ғилми һәм педагогик кадрҙар составы  формалаша. Социологтар хәҙерге көндә университеттың социология кафедраларында, факультетта, шулай уҡ республиканың башҡа юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми ойошмаларында эшләй. Ул тәҡдим иткән яңы йүнәлеште асыу идеяһын университет етәкселеге хуплап ҡаршы ала. Ректор Р.Н.Ғимаев һәм проректор Б.С.Ғәлимов специальностың нығынып китеүенә һәм үҫешенә, социология фәндәре буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ советтарын асыуға тос өлөш индерә.
 
Яңы ойошторолған кафедраның кадрҙар составы тикшеренеүҙәр үткәреү буйынса бай тәжрибә туплаған социология лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре иҫәбенә формалаша. Йүнәлештең нығыныу осоронда кафедрала төрлө йылдарҙа республиканың башҡа юғары уҡыу йорттарының социологик эҙләнеүҙәр өлкәһендә махсуслашҡан алдынғы уҡытыусылары һәм ғалимдары эшләй. Улар араһында совет социологтарының беренсе быуын вәкилдәре – профессорҙар Ю.В. Акатьев, Р.А. Злотников, Р.Б. Камаев һ. б. була. Кафедра менән профессиональ эшмәкәрлеген уңышлы алып барған профессорҙар Ф.С. Фәйзуллин, Ю.Н. Дорожкин, В.Д. Голиков һ.б. хеҙмәттәшлек итә.  Дәүләт сығарылыш аттестацион комиссияһының рәйесе булып профессорҙар А.А.Байембетов, Ф.Г. Хәйруллин, С.В. Егорышев, Е.В. Биндиченко эшләй.
 
Кафедраның коллективы хужалыҡ килешеүе буйынса актив ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара.  Дәүләт органдары һәм ойошмалар заказы буйынса республика халҡының йәмәғәтселек фекере өйрәнелде, электораль ҡыҙыҡһыныуҙары һәм өҫтөнлөк биреүҙәре, милли-мәҙәни ихтыяждары тикшерелде, йәштәр проблемаһына мониторинг үткәрелде. Кафедра республикала тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың барлыҡ халҡы өсөн репрезентатив һорау алыуҙар ойоштора башланы, социологик һәм маркетинг тикшеренеүҙәр буйынса Рәсәйҙең  күренекле үҙәктәре – Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеүҙең Бөтә Рәсәй үҙәге, Сағыштырма социаль тикшеренеүҙәр институты, РФА-ның Социаль һәм сәйәси тикшеренеүҙәр институты, Рәсәй йәмәғәтселек фекере һәм баҙар шарттарын өйрәнеү һ.б. менән хеҙмәттәшлек итә.
 
1994-1995 йылдарҙа кафедра базаһында “1996-2005 йылдарҙа Рәсәйҙә төрки халыҡтарын тергеҙеү һәм үҫтереү” (етәксеһе – Й.М.Ғиләзетдинов) РФ Дәүләт программаһының проекты эшләнде. Барлыҡ тикшеренеүҙәрҙә лә студенттар һәм аспиранттар актив ҡатнашты.
 
2000 йылда кафедра ғәмәли социология һәм социология теорияһы һәм тарихы кафедраларына бүленә. Был “Социология” специальносының уңышлы үҫеше, студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы артабан махсуслаштырыу ихтыяжы менән  бәйле була.  Социология теорияһы һәм тарихы кафедраһы (2006 йылға тиклем кафедра мөдире булып социология фәндәре докторы, профессор Р.И.Ирназаров эшләй) “Иҡтисади социология” йүнәлеше буйынса кадрҙар әҙерләһә, ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы “Дөйөм социология” һәм “Идара итеү социологияһы” йүнәлешендә белгестәр уҡытып сығара.
 
Кафедраларҙа 22.00.01 – «Социология теорияһы, методологияһы һәм тарихы», 22.00.03 – «Иҡтисади социология һәм демография», 22.00.04 – «Социаль структура, социаль институттар һәм процестар», 22.00.08 – «Идара итеү социологияһы» йүнәлештәре буйынса докторантура һәм аспирантура эшләй.