Физика факультетының тарихы

Физика мәғарифының тарихы тамырҙары менән үткән быуаттың башына барып тоташа. УфГубОНО ҡарары менән 1919 йылдың 2 октябрендә Өфө физика институты асыла. Был уҡыу йортоноң ойоштороусыһы һәм алыштырғыһыҙ директоры профессор К. П. Краузе (1877-1963) була. Шул уҡ йылда Өфө халыҡ мәғарифы институтында К. П. Краузе физика кабинеты ойоштора һәм уның менән 1920-1930 йылдарҙа етәкселек итә.
 
1923 йылда халыҡ мәғарифы институтында Е. Н. Грибанов эшләй башлай (1895-1941). 1931 йылда илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында кафедралар ойошторола башлағас, ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика кафедраһының тәүге мөдире була, шул уҡ ваҡытта Өфө физика институтында физика-техника бүлеге менән дә етәкселек итә. В 1934-1940 йылдарҙа профессор Е. Н. Грибанов – физика-математика факультеты деканы. 1934 йылда ул Башҡорт китабы нәшриәтендә “Радиоэлектроника нигеҙҙәре” (башҡорт телендә) китабын сығара.
 
Физика буйынса юғары квалификациялы белгестәрҙе әҙерләүгә В. С. Смирнов ҙур өлөш индерә. Ул БДПИ-ға 1934 йылда эшкә килә. 1939-1942 йылдарҙа физика-математика факультетының деканы була, ә 1941-1956 йылдарҙа (бер ни тиклем арауыҡ менән) – БДПИ-ның дөйөм физика кафедраһы мөдире.
 
1941-1943 йылдарҙа Өфөгә Украинаның Фәндәр Академияһының фәнни-тикшеренеү институттарының күп өлөшө, шулай уҡ физика һәм механика Институттары эвакуациялана. БДПИ-ның физика-математика факультеты студенттарын әҙерләүҙә күренекле украина ғалимдары ҡатнаша (профессорҙар Н. Н. Боголюбов, В. Е. Лашкарев, И. Я. Штаерман, С. И. Пекар). Н. Н. Боголюбов математика кафедраһына етәкселек итһә, В. Е. Лашкарев – физика кафедраһына.
 
Башҡорт дәүләт университетын ойоштороу ваҡытына физика педагогия институтының физика-математика факультетында физика бүлеге булып күрһәтелә һәм ул бер кафедранан тора – дөйөм һәм теоретик физика кафедраһы.
 
1957 йылда университет ойошторолғандан һуң, физика-математика факультетының теоретик һәм дөйөм физика кафедралары нигеҙендә теоретик физика һәм дөйөм физика кафедралары барлыҡҡа килә.
 
Теоретик физика кафедраһының мөдире итеп физика-математика фәндәре кандидаты, доцент М. А. Баженов һайлана, ул университетта 1961 йылға тиклем эшләй. 1960 йылда Теоретика кафедраһы теоретика һәм эксперименталь физика кафедраһына үҙгәртелә, был кафедраның етәксеһе физика-математика фәндәре кандидаты, доцент О. А. Барсуков була. Шул уҡ йылда ТЭФ кафедраһында аспирантура асыла. ТЭФ кафедраһы сиктәрендә Теоретик физиканың үҫеш этабы физика-математика фәндәре кандидаты, доцент А. И. Резанов эшләгән осорға тап килә. Ул кафедрала “Теоретик физика” специализацияһын аса. Ошо уҡ ваҡытта ТЭФ кафедраһында геофизикала йәҙрәле физика ысулдарын ҡулланыу һорауҙары, гамма- һәм нейтрон каротаж буйынса (доц. И. Л. Дворкин, доц. И. Г. Дядькин) тикшеренеүҙәр көсөргәнешле бара. Кафедраның киләһе үҫеше һәм теоретик физиканың университетта формалашыуы физика-математика фәндәре докторы, профессор М. М. Фарзтдиновтың исеменә бәйле. Ул 1968-1990 йылдарҙа кафедраның алыштырғыһыҙ мөдире (1973 йылдан – теоретик физика кафедраһына) һәм теоретик физика специализацияһының етәксеһе була. Ул магнетизмдың квант теорияһын (доменная структура в ферро- и антиферремагнетиках, теории спиновых волн, ядерный и магнитный резонанс в магнитопрозрачных кристаллах) эшләүгә әһәмиәтле өлөш индерә. М. М. Фарзтдинов ике монография авторы: “Физика магнитных доменов в антиферромагнетиках и ферритах”, М.: Белем, 1981 һәм “Теория спиновых волн в ферро- антиферромагнетиках с доменной структурой”, М.: Белем, 1988.  М. М. Фарзтдинов вафат булғандан һуң, 1990-1993 йылдарҙа кафедра менән техника фәндәре докторы, профессор А. Н. Филиппов етәкселек итһә, 1993 йылдан – теоретик физика кафедраһын физика-математика фәндәре докторы, профессор М. А. Шәмсетдинов.
 
Дөйөм физика кафедраһы мөдире иһә башта Д. Т. Емасов булһа, һуңынан - к.п.н. Г. И. Жерехов. 1965 йылдан 1974 йылға тиклем дөйөм физика кафедраһы менән Ф. Л. Саяхов етәкселек итә. Ул факультетта тәүге специализацияларҙы (радиофизика һәм электроника, магнит күренештәре физикаһы, нефть ҡатламы физикаһы) ойоштороуға инициатор була. 1974-1976 йылдарҙа дөйөм физика кафедраһы менән доцент А. Н. Трофимов етәкселек итә. Ул уҡыу лабораторияларын байытыуға ҙур иғтибар бүлә.
 
1972 йылда физика-математика корпусы төҙөлә, һәм физика-математика факультетын үҙ аллы факультеттарға бүләләр: физика һәм математика факультеттары. Физика факультетының тәүге деканы доц. Г. И. Жерехов була, факультетта ике кафедра эшләй: дөйөм физика (кафедра мөдире – Ф. Л. Саяхов), теоретик һәм эксперименталь физика (кафедра мөдире – М. М. Фарзтдинов). Тәүгеһендә өс специализация була (радиофизика, нефть ҡатламы физикаһы, магнит күренештәре физикаһы), ә икенсеһендә - ике специализация (теоретик физика һәм геофизика).
 
1973 йылда факультета теоретик механика һәм гидромеханика кафедраһы асыла, уның мөдире профессор Г. А. Халиков була. 1984 йылдан был кафедра менән Ф. Л. Саяхов (1985 йылдан – физика-математика фәндәре докторы, профессор, 1989-1991 йылдарҙа – факультеттың деканы) етәкселек итә.
 
Шулай уҡ 1973 йылда физика факультетында эксперименталь физика кафедраһы ойошторола. Кафедраның мөдире итеп физика-математика фәндәре докторы, профессор, ҡаты есемдәр физикаһы өлкәһе белгесе В. В. Парфенов һайлана. Ул кафедрала “Ҡаты есемдәр физикаһы” яңы специализацияһын аса. Бер ни тиклем ваҡыттан үткәс был кафедраға дөйөм физика кафедраһынан “Магнит күренештәр физикаһы” (етәксеһе – доц. К. А. Вәлеев) һәм “Радиофизика”(етәксеһе – доцент Р. З. Бахтизин) специализациялары тапшырыла.
 
1982 йылда эксперименталь физика кафедраһының мөдире итеп Р. З. Бахтизин һайлана. Был кафедраның нигеҙендә яңы специализация асыла – “Радиофизика һәм электроника”. Уҡытыу пландарын төҙөүгә һәм яңыртыуға, коллективты яңы белгестәр менән тулыландырыуға 1983-1989 йылдарҙа факультеттың деканы, доцент А. Г. Аҡманов ҙур иғтибар бүлә.
 
1985 йылда доцент К. А. Вәлеев физика-математика фәндәре докторы диссертацияһын яҡлай һәм 1986 йылда факультетта яңы кафедра – ҡаты есем физикаһы кафедраһын аса. Кафедраға ике специализация тапшырыла – “Ҡаты есем физикаһы” һәм “Магнит күренештәр физикаһы”. 1988 йылда ҡаты есем физикаһы кафедраһын дөйөм физика кафедраһына ҡушалар. Профессор К. А. Вәлеев дөйөм физика кафедраһы мөдире була һәм вафат булғансы, 2000 йылға тиклем был вазифаны башҡара.
 
2000 йылдан дөйөм физика кафедраһы менән профессор Р. А. Яҡшыбаев етәкселек итә, ул 1993-1994 йылдарҙа һәм 2000 йылдан башлап бөгөнгө көндә лә - физика факультеты деканы.
 
Информацион технологиялар өлкәһендә белгестәрҙе әҙерләргә кәрәк булыуға күрә, 1996 йылда физика факультетында элемтә өлкәһендә белгестәр әҙерләү башлана. Яңы йүнәлештең үҫешенә физика-математика фәндәре докторы, профессор М. Х. Харрасов (1994-1999 йылдарҙа – физика факультеты деканы) ҙур иғтибар бүлә.
 
Башта ошо маҡсаттан сығып физика электроникаһы кафедраһы составында “Элемтәнең информацион системалары” специализацияһы һәм специализация дисциплиналарын уҡытыу секторы ойошторола.  1999 йылда ошо специализация нигеҙендә “Физика һәм оптика элемтәһенең техникаһы” специализацияһы асыла, ошо уҡ йылда физика электроникаһы менән теоретик физика кафедраларынан яңы кафедра бүленеп сыға – статистик радиофизика һәм элемтә кафедраһы. Уның ойошторған көндән алып бөгөнгө көнгәсә мөдире – профессор М. Х. Харрасов.
 
1998 йылдың октябренән ғәмәли физика менән геофизика кафедраһының исеме геофизика кафедраһына алмаштырылһа (кафедра мөдире – Р. А. Вәлиуллин), физика гидродинамика кафедраһы – ғәмәли физика кафедраһы исемен ала (кафедра мөдире – Ф. Л. Саяхов), 2003 йылдан ғәмәли физика кафедраһы менән профессор Л. А. Ковалева етәкселек итә.
 
2008 йылда факультетта Башҡорт дәүләт университеты һәм Рәсәй Фән Академияһының металдарҙың сверхпластик проблемалары Институты менән берлектә “Физика һәм наноматериалдар технологияһы” кафедраһы асыла (кафедраның мөдире – физика-математика фәндәре докторы, профессор Р. Р. Мулюков – ИПСМ директоры). Унда наноструктура физикаһы буйынса студенттар әҙерләнә.