Физик-техник институты тураһында.

Директор:
Яҡшыбаев Роберт Әсғәт улы,
физика-математика фәндәре докторы, профессор
 
Физика факультеты – Башҡорт дәүләт университетының иң тәүге факультеттарының береһе, юғары уҡыу йортоноң йәштәше.
 
Бөгөнгө көндә факультетта ете кафедра эшләй: дөйөм физика, теоретик физика, геофизика, ғәмәли математика, статистик радиофизика һәм элемтә, физика электроникаһы һәм нанофизика, физика һәм наноматериалдар технологияһы.
 
Уҡытыуҙы 73 уҡытыусы алып бара, улар араһында – 24 физика-математика һәм техника фәндәре докторҙары, 41 фән кандидаты. Талиптарҙы әҙерләүҙә Рәсәй Фәндәр Академияһының (ИПСМ РАН, ИФМК РАН) ғалимдары, шулай уҡ ОАО “Башинформсвязь”, НПО “Башнефтегеофизика” һ.б. алдынғы белгестәре булышлыҡ итә.
 
Факультетта докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса өс махсуслаштырылған совет уңышлы эшләп килә.
 
Физика факультеты тулы уҡытыу циклына эйә: бакалавриат, дипломлы белгес, магистратура, аспирантура, докторантура.
 
Физика факультетында йүнәлеш һәм һөнәр төрҙәре
 
Йүнәлеш һәм һөнәр исемлеге
Уҡыу формаһы (ситтән тороп уҡыу,көндөҙгө бүлек)   
Бюджет/килешеү төҙөү нигеҙендә 
Уҡырға инеү имтихандары
Квалификация, эшмәкәрлектең йүнәлеше
Физика
көндөҙгө бүлек
бюджет + килешеү төҙөү  
БДИ
физик
Радиофизика һәм электроник
көндөҙгө бүлек
бюджет + килешеү төҙөү  
БДИ
радиофизик
Ер шары һәм планеталар физикаһы
көндөҙгө бүлек
бюджет + килешеү төҙөү  
БДИ
физик
Оптик бәйләнештең физика һәм техникаһы
көндөҙгө бүлек
бюджет + килешеү төҙөү  
БДИ
инженер
Оптик бәйләнештең физика һәм техникаһы
Ситтән тороп уҡыу
килешеү төҙөү  
Әңгәмә үткәреү
инженер